Ғаилә йылы
22 Апреля , 06:10

Халҡыбыҙ көсө берҙәмлектә

Туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләнә 

Байыш төп белем биреү мәктәбе филиалы – Ишмөхәмәт мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Аҙналыҡҡа ярашлы, уҡыусылар араһында  шиғыр һөйләү буйынса конкурс ойошторолдо. Уларҙың сығыштарын башҡорт теле уҡытыусыһы Нурия Мортазина һәм Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы  Асия Үлйәбаева баһаланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығына һәм матбуғатҡа яҙылыуға арналған сараны мәктәп мөдире Ғәбиҙә Үлйәбаева алып барҙы. 

Әйтергә кәрәк, сара ойошҡанлы үтте, унда туған телгә һөйөү тәрбиәләү, рухлы быуын үҫтереү, китаптар уҡыу буйынса матур һөйләшеү булды. Йәмилә  Ласынова, Диниә Йәнбәкова, Алина Йәнтилина, Наҙгөл Үлйәбаева, Гөллирә Ишмөхәмәтова, Яҙгөл Вәлиева республикабыҙҙың билдәле шағирҙарының  шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Кисәнең икенсе өлөшөндә милли матбуғатты күтәрмәләү мәсьәләһе көн үҙәгенә сығарылды. Ишмөхәмәт почта  бүлексәһе начальнигы Фирүзә Язарова мәктәп коллективын һәм ауыл халҡын район баҫмаһына яҙҙырҙы. Сарала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы  алып барған проекттар, айырыуса балалар өсөн ойошторолған конкурстар тураһында ла һүҙ булды. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ  йылдар намыҫлы эшләгәндәре, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә  Ҡаҙаҡбаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурия Мортазина Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. 

Таулыҡайҙар һәр эштә лә әүҙем 

Таулыҡай ауыл китапханаһында Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөнә арнап ошо исем  аҫтында сара ойошторолдо. Уны ауыл китапханасыһы Зилә Күсәрбаева бик матур итеп алып барҙы. Сарала Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл  активы, ағинәйҙәр, ветерандар ҡатнашты. Сара “Хазина” фольклор ансамбленең “Һаҡмар” гәзитенә арнап ижад иткән дәртле таҡмаҡтары менән башланып  китте. Артабан таулыҡайҙар “Халыҡ көсө – берҙәмлектә” исемле викторинала ҡатнашып, Башҡортостан, милли кейем тураһындағы төрлө һорауҙарға яуап  бирҙе. 

Кисәнең икенсе өлөшөндә милли матбуғатты күтәрмәләү, район баҫмаһына яҙылыу мәсьәләһе көн үҙәгенә сығарылды. Үҙенең фекерҙәре һәм тәҡдимдәре  менән Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ҡәйүм Уразбаев, мәғариф ветерандары Йәүҙәт Мөхәмәтйәров, Рәйсә Яҡупова-Хәсәнова, Алтынсәс Сәғитова һәм башҡалар уртаҡлашты.  Таулыҡай почта бүлексәһе начальнигы Гөлсинә Үҙәнбаева ул көндө матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошторҙо.  “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусылар ауыл биләмәһе хакимиәте, почта бүлексәһе, “Хазина” ансамбле етәксеһе Зөлфирә Оморҙаҡова, Дамир Үҙәнбаев һәм  редакция әҙерләгән приздарҙы отоп ҡыуанды. Әйтергә кәрәк, Таулыҡай ауыл биләмәһе Бөтә донъя башҡорттары һәм Баймаҡ районы башҡорттары  ҡоролтайҙары проекттарын урында тормошҡа ашырыу  буйынса бик тә маҡсатлы эш алып бара, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. 

Быны беҙ “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт ауыл”, “Сылтыр шишмә”, “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурстары һөҙөмтәләренә ҡарап та әйтә алабыҙ. Быйыл да  таулыҡайҙар был проекттарҙан ситтә ҡалмаясаҡ – “Сәләмәт ауыл”да ҡатнашырға һәм уға ярашлы ҙур эштәр атҡарып сығырға ниәтләй. Район баҫмаһының  тиражын һаҡлап ҡалыуға ла Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы тос өлөш индерә. Артабан да шулай булһын! 

Милли кейем – милләт хазинаһы

Ишбирҙе ауыл биләмәһендә бөтөн яҡлап та уңған, дәртле, тырыш халыҡ йәшәй. Халыҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, уңған эшҡыуарҙар һәм үҙҙәренең көсө  менән бихисап төҙөкләндереү һәм төҙөү саралары атҡара, был эштәрҙә һәр кем  әүҙем ҡатнаша. Район ҡоролтайы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ишбирҙеләр башҡаларға үрнәк булып тора. Мәҙәни тормош бында гөрләп тора, аҙна һайын, хатта аҙнаһына бер нисә тапҡыр төрлө тамашалар  ойошторола. Үткән аҙнала Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арнап бында бик тә йөкмәткеле шәп сара үтте, уны ойоштороуға урындағы  клуб мөдире Гөлфиә Иҫәндәүләтова һәм китапханасы Гөлфиә Тләүсина күп көс һалды. Сарала Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Динар Иҙелбаев,  урындағы ҡоролтай рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтов, Ишбирҙе һәм Бөрйәнйылға ауылдары халҡы, ошо төбәктең йөҙөк ҡашы булған ансамблдәр ҡатнашты. 

Әйтергә кәрәк, Милли кейемкөнө Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле байрамға әүерелде һәм быны әлеге тамашала  ҡатнашыусылароҫта итеп күрһәтә алды. Бөрйәнйылғанан ҡул эштәре оҫтаһы Зилә Тләүсина хәситә һәм төрлө биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе  үткәрҙе. Ишбирҙе мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы,  “Талҡы килендәре” ансамбле етәксеһе Гөлфиә Иҫәндәүләтова милли кейем тегеп күрһәтте.  Әйткәндәй, Гөлфиә Рауил ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһына толстовкаларҙа тегеп оҙата. Уңған кеше һәр яҡлап та уңған бит ул! Байрамда мәктәп  уҡыусыларының ҡатнашыуы байрамға үҙе бер биҙәк оҫтаны. Мәликә Хәсәнова менән Гөлйемеш Кәримова хатта түбәтәй эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә  күрһәтте. Уларҙы был кәсепкә уҡытыусылары Рузилә Моратова өйрәткән. Сарала танылған “Фатиха” ансамбле башҡорт уйындарын күрһәтһә, “Хәтирә”  ансамбле иһә “Килен төшөрөү” йолаһы менән барыһын да хайран итте. Мөнирә Ғайсина баланы өс йәндән имләп күрһәтте, Сулпан Хәсәнова ноҡот һалыу  серҙәре менән уртаҡлашты. Һуңынан милли кейемдәр парады үтте. Милли кейем көнөнә арналған шәп сара ойоштороуҙан тыш, ишбирҙеләр матбуғатты  пропагандалауға айырым иғтибар бүлде. Улар дәррәү район баҫмаһына яҙылып, урындағы почта, клуб һәм китапхана әҙерләгән бүләктәрҙе отоп ҡыуанды.  Әйткәндәй, Сажидә Тулыбаева етәкләгән почта бүлексәһе үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡара, “Һаҡмар” гәзитен таратыу  буйынсаҙур эш алып бара. Әле Ишбирҙе ауыл биләмәһе халҡы “Дарман”йыр һәм бейеү ансамбле ойошторолоуының 10 йыллыҡ юбилейын киң билдәләргә  йыйына. Апрель аҙағында үтәсәк тамашала күрше ауыл биләмәләренән дә бейеү ансамблдәре һәмһәүәҫкәр йырсылар ҡатнашасаҡ. 

Азамат Мөхәмәтшин. 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас