24 мартта Түбәнге Таһир ауылынан Мазһарова Таңһылыу Йыһанур ҡыҙының гүр эйәһе булыуына 40 көн булды.
Алыҫ себер тарафтарында яҡташтар күп, әммә яҡын дуҫ, туғаныңдай ҡәҙерле булып киткән кешене осратыу бик һирәк күренеш. Ә бына Таңһылыу Йыһанур ҡыҙы менән тап шулай килеп сыҡты ла. Минең ул ваҡытта Сорғот районының Русскинская ауылында эшләп йөрөүемә бер йыл ине, ә ул 2016 йылдың көҙөндә урта мәктәпкә химия һәм биология фәндәренән уҡытырға килде. Беҙ тәү күреүҙән аралаша башланыҡ, унан яҡын дуҫтарға әйләндек. Дуҫлығыбыҙ уның һуңғы көндәренә тиклем дауам итте. Таңһылыу Йыһанур ҡыҙының йәшләй – 63 йәше лә тулмай баҡыйлыҡҡа күсеүе бик үкенесле. Әммә уның тормош юлы үкенестәрҙән торманы, шуныһы күңелде һөйөндөрә. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған юғары квалификациялы белгес 29 йыл ғүмерен тыуған Баймаҡ районында, 10 йылын себерҙә балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышланы. Ул ошо яуаплы эшен намыҫ менән башҡарҙы.
Русскинская мәктәбендә алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Таңһылыу Йыһанур ҡыҙын барыһы ла хөрмәт итте. Уның уҡыусылары күпләп юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инде. Яҡташыбыҙ балаларҙы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына Рәсәй кимәлендәге предмет олимпиадаларына, конкурстарға йөрөттө. Уҡыусылары унан һәр ваҡыт еңеүсе булып, призлы урындар яулап, миҙалдар алып ҡайтты. Ул мәктәп-интернаттағы иң яуаплы бурысты – хант балалары уҡыған кластарҙа класс етәксеһе эшен дә уңышлы алып барҙы.
Таңһылыу дуҫым тормош иптәше менән белемле, үҙе кеүек егәрле, тырыш ул һәм ҡыҙ үҫтерҙе, уларға тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға, ейәндәрен үҫтерешергә ярҙам итте. Беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сифаттарға эйә ине мәрхүмә: уңған, ҡаратырыш, сабыр, намыҫсан, белекле булды. Шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле, күңелсәк, йор һүҙле, шаян да ине ул. Тормошоноң яңы баҫҡысына аяҡ баҫып, еңеллеккә сығып, шатланып ҡына торған мәлендә ҡәһәрле сир уны ҡапыл ғына арабыҙҙан алып китте.
Таңһылыу дуҫымды юҡһынам, уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алам, йәне йәннәттең түрҙәрендә генә булһын, тип теләйем.
Илиза Мәҡсүтова.