- Райпо икмәге бармы? Ҡасан райпо икмәге килә?..
Аҙыҡ-түлек магазинына ингәндә йыш ҡына шундай һорауҙарҙы ишетергә тура килә. Ысынлап та, “Баймаҡ” ҡулланыусылар кооперацияһы ҡарамағында эшләп килгән икмәкханала бешкән икмәк туҡлыҡлы ла, тәмле лә. Ә уның артында Әминә Солтанғолова етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың тынғыһыҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте ята.
- Беҙҙең икмәкхана сауҙа өлкәһендә оҙайлы йылдар уңышлы эшләп килгән тармаҡтан һанала. Сөнки районда беренселәрҙән булып беҙҙең предприятие икмәк бешерә башланы. Был тәңгәлдә бай тәжрибәбеҙ бар. Һәр икмәкхананың үҙе генә белгән технологияһы була. Беҙ шуны теүәл күҙәтәбеҙ, - тине уның мөдире Әминә Солтанғолова. - “Райпо икмәге”нең уңып бешеүенең булған сере шунда.
Быға икмәк бешереүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ һөнәрҙәрен яратып башҡарыуын да ҡушырға кәрәк. Шуның өсөн дә улар ҡулынан икмәк һәм башҡа төр ҡамыр изделиелары һәр ваҡыт уңып бешә. Ҡомалаҡты оҫтабикәләр йыл әйләнәһенә етерлек итеп үҙҙәре йыйып киптерә. Тәүге көндә унан баш әҙерләйҙәр. Иртәгеһенә бешерә башлайҙар. Йәғни беҙҙең өҫтәлгә үҙе тәмле, үҙе туҡлыҡлы икмәк килеп ултырһын өсөн оҫтабикәләргә ике көн талап ителә. Көнөндә бешкәндәре көнөндә үк китеп бөтә, иртәгеһенә ҡалмай. Эш сәғәте иртәнге сәғәт биштә башлана һәм ул ике сменала ойошторолған. Эш хаҡы ла яҡшы түләнә.
Пекарняла төрлө бәлештәр ҙә бешерәләр. Уларға күпләп заказ бирәләр. Дөйөм алғанда, бер сменала яҡынса 2700 икмәк һәм бәлеш бешеп сыға. Улар ҡала һәм ауыл мәктәптәренә, балалар баҡсаларына оҙатыла. Сауҙа нөктәләре лә һатыуға күпләп ала.
Икмәкханала Әминә Солтанғолова етәкселегендә татыу һәм берҙәм коллектив тупланған. Икмәк бешереүселәр Рәйлә Йәмлихина, Ольга Максимова, Гөлдәр Буранова, Марина Горюнова, оператор Дилә Байсыуаҡова һәм башҡалар үҙ хеҙмәттәре менән танылыу яулаған.
Әминә Ишмөхәмәт ҡыҙы “Баймаҡ” ҡулланыусылар кооперацияһында 45 йылдан ашыу эшләй. Шуның егерме йылы тап ошо икмәкханаға арналған. Үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан булғаны һәм һәр эшкә яуаплы ҡарағаны өсөн уға ышаныс белдерәләр. Райпоның ҡайһы тармағына ярҙам талап ителә – уны шунда беркетәләр. Бер нисә йыл магазин һәм келәт мөдире булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Центросоюз. Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһына - 190 йыл” миҙалы, БР-ҙың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының, район хакимиәтенең Почет грамоталарына лайыҡ була, 2024 йылда “Хеҙмәт ветераны” булып таныла.
Үҙҙәренең тынғыһыҙ хеҙмәте менән һәр өйгә шатлыҡ, йылылыҡ бүләк иткән икмәкхана уңғандарына рәхмәт белдерәбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Һүрәттә: Рәйлә Йәмлихина, Ольга Максимова, Дилә Байсыуаҡова, Әминә Солтанғолова, Гөлдәр Буранова, Марина Горюнова.