Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
4 Марта , 06:45

Матурлыҡты яратҡан апайыбыҙ

Ҡәҙерле апайыбыҙ ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләй. Һиңә теләктәрҙең иң матурҙарын, ихластарын еткерәбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм  табып, күңел йылың менән тирә-яғыңды яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән  генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Яҡындарыңды һөйөндөрөп, эшләгән эшеңдең бәрәкәттәрен, балаларыңдың изгелеген күреп, матур тормошта йәшәргә яҙһын. Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы  һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтлетормошта донъябыҙҙы нурлы итеп, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңә тағы ла йәшәү дәрте,  донъяға булған һөйөү көсө өҫтәлһен, ихлас хәстәрҙәрең үҙеңә лә ҡотырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп  ғүмер кисер, атыр таңдарың өмөт менән тулы булһын. Йәшәгән йылдарыңа һандар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың артһын ғына, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу,  бәхет нуры китмәһен. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.   

1956 йылда бар донъя ап-аҡ сафлыҡҡа төрөнгән мәлдә Йылайыр районының Сәлим ауылында ишле, татыу ғаиләлә Иҫәнғужина Гөлнур Мырҙағәле ҡыҙы  донъяға килә. Апайыбыҙ бала саҡтан иркә генә булып үҫте. Хатта беренсе класҡа барған сағында атай уны ҡулында ғына күтәреп алып йөрөттө. 

Урта мәктәпкә Матрайға барҙы. Уны тамамлағандан һуң, ҡәҙерлебеҙ Сибай ҡалаһында һөнәри белем алды. Хеҙмәт юлын Баймаҡ ҡалаһында һатыусы булып башланы. Тырыш хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының почетлы сауҙа хеҙмәткәре” исеме һәм башҡа күп һанлы Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды. Гөлнур апайыбыҙ йәшлек йылдарында Сөләймән еҙнәйебеҙ менән яҙмышын бәйләп, матур ғаилә ҡорҙо. Улар бергәләшеп  мөһабәт йорт һалып инделәр, береһенән-береһе аҡыллыраҡ балалар үҫтерҙеләр. Бәхеткә төрөнөп, шулай ғына йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит! 

Тик тормош ҡанундары аяуһыҙ. Апайыбыҙға бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килде. Нисек кенә ауыр булмаһын, барыһын да ул эш менән йырып сығырға,  артабан йәшәү өсөн үҙендә көс табырға тырышты. Бөгөн апайыбыҙ ҡыҙы һәм кейәүе менән йәшәй. Әле булһа ла уларҙың йорто күҙҙең яуын алып тора.  Йәй көндәре баҡсаһы сәскәләргә күмелә. Емеш ағастарының ниндәйе генә юҡ! Ҡош-ҡорт та тота ҡәҙерлебеҙ. Шулай уҡ ҡул эшенә лә оҫта: бәйләй ҙә, тегә лә. Әсәһенең ихтирамлы балаһы ла булды: ҡәҙерле кешеһенә һуңғы көндәренә тиклем ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. 

Апайыбыҙ туған йәнле кеше. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға ҙур терәк, кәңәшсе, барыбыҙҙы бергә туплап, берләштереп тороусы. Шулай уҡ ул хәстәрлекле әсәй,  инәй һәм яғымлы ҡәйнә лә. Матурлыҡты яратҡан апайыбыҙ әйләнәтирәһендәге мөхитте лә күркәм, матур итә. Һәр нәмәгә өлгөр яҡыныбыҙ менән  ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. 

Ҡәҙерле апайыбыҙ ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләй. Һиңә теләктәрҙең иң матурҙарын, ихластарын еткерәбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм  табып, күңел йылың менән тирә-яғыңды яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән  генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Яҡындарыңды һөйөндөрөп, эшләгән эшеңдең бәрәкәттәрен, балаларыңдың изгелеген күреп, матур тормошта йәшәргә яҙһын. Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы  һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтлетормошта донъябыҙҙы нурлы итеп, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңә тағы ла йәшәү дәрте,  донъяға булған һөйөү көсө өҫтәлһен, ихлас хәстәрҙәрең үҙеңә лә ҡотырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп  ғүмер кисер, атыр таңдарың өмөт менән тулы булһын. Йәшәгән йылдарыңа һандар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың артһын ғына, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу,  бәхет нуры китмәһен. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. 

Иң изге теләктәр менән туғандарың исеменән – Гөлйемеш. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас