Ҡайсаҡ артыҡ тыйнаҡ булаң, ҡайсаҡ әрһеҙ...
Ҡайсаҡтарҙа бик тә яуаплы һин, ҡайсаҡ ғәмһеҙ...
Һин – ҡатын-ҡыҙ!
Һинең күңел ҡайсаҡ ярһыу диңгеҙ, ҡайсаҡ күлдәй...
Ҡайсаҡтарҙа шаулап сәскә атаң... һулыйһың гөлдәй...
Һин – ҡатын-ҡыҙ!
Бер ҡарайһың, йылмаяһың ҡояш кеүек, уйнап, көләң...
Күп тә үтмәй моңаяң да, ҡарашыңа болот эләң..
Һин – ҡатын-ҡыҙ!
Һин яратаң йәнең-тәнең менән, шашып һөйәң..
Йөрәгеңде яралаһа ла һаҡһыҙ һүҙҙәр, янаң-көйәң...
Һин – ҡатын-ҡыҙ!
Кәрәк икән булаң уҫал, шикләнһәң, тешләп өҙәң...
Ҡайсаҡтарҙа усҡа йыйып сабырлыҡты өндәшмәй түҙәң...
Һин – ҡатын-ҡыҙ!
Тергеҙеүсе, йылытыусы, яратыусы көслө затһың.
Тыуғанһың һин ер йөҙөнә
Һылыуҡайым, шундай булып, сикһеҙ шатмын!
Гүзәл затҡа хас булған барлыҡ матур сифаттарҙы үҙенә туплаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Ғөбәйҙуллина Гүзәл Ҡотлобай ҡыҙы. Гүзәл һылыуыбыҙ Сәлихҡоловтарҙың ишле ғаиләһендә, атаһы – иллегә, әсәһе ҡырҡҡа аяҡ баҫҡанда ғына донъяға килде. Һөйөү нурында ҡойоноп үҫкән ҡәҙерле генә ҡыҙ бала бәләкәйҙән тырыш, уҡыуға ла, спортҡа ла шәп, үткен булды. ауыл сәхнәһендә ҡуйылған бер генә тамашанан да ситтә ҡалмаған атаһы менән әсәһенән өлгө алып, сәнғәт донъяһына ғашиҡ булып үҫте. Шуға ла сәнғәтте үҙ итте: бейергә лә, йырларға ла ярата. Егерме йылдан ашыу Ишмырҙа ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләй. үҙ эшенең оҫтаһы булған туғаныбыҙ күп һанлы почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, “Иң яҡшы мәҙәниәт усағы” номинацияһында Грант менән бүләкләнде.
Шәхси тормошонан да уңды. тормош иптәше Фәнил низаметдин улы менән ике ҡыҙ, ике ул үҫтерә. Ғөбәйҙуллиндар сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Бергәләп саңғы шыуырға, волейбол уйнарға, йәй тәбиғәт ҡосағында ял итергә яраталар.
– Ҡатын-ҡыҙға бәхет өсөн артыҡ күп кәрәкмәй: яратҡан ғаиләң, эшең булһа, туғандарың менән ҡатнашып йәшәһәң, донъяң да түңәрәк, күңелең дә бөтөн була, – ти Гүзәл Ҡотлобай ҡыҙы.
Бар тирә-яҡ аҡлыҡҡа, паклыҡҡа, сафлыҡҡа төрөнгән мәлдә иң ҡәҙерле кешебеҙ – Ишмырҙа ауылында йәшәүсе туғаныбыҙ Гүзәл Ҡотлобай ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Һалҡын ҡарлы ҡышта тыуһа ла, күңеле һәр саҡ яҙ ҡояшы кеүек. алсаҡ, ихлас, ярҙамсыл, йомарт, йор һүҙле, туған йәнле, ҡунаҡсыл ханымдың килгән һәр кешегә ишектәре асыҡ, йөҙө яҡты, табыны мул. Ул беҙҙең өсөн һәр ваҡыт мәңгелек нур һибеүсе ҡояш төҫлө. Уның янында яҡты ла, рәхәт тә. Көслө рухлы, талапсан, миһырбанлы, итәғәтле, сабыр, түҙемле булыуына һоҡланабыҙ.
Гүзәлебеҙ, бәхет инешең тулып аҡһын, илһам ҡанаттарың һынмаһын. Кейәүебеҙ Фәнил низаметдин улы менән балаларығыҙ, дуҫ-иштәрегеҙ, туғандарығыҙ иғтибарына, яҡындарығыҙҙың һөйөүенә күмелеп, ныҡлы һаулыҡта, тандыр шатлыҡта, тормош бүләк иткән яҡты, йәмле көндәргә шатланып, уңыштарға ирешеп, бәхет-ҡыуаныс бүлешеп, оҙон-оҙаҡ бәрәкәтле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Рух көсөң ғүмерең буйына етһен. Балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына күңелегеҙҙе күтәреп, нурға күмелеп йәшәгеҙ, Аллаһ бирһә!
Изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән – Һаҡмар ауылынан апайың Ғәлиә Мәһәҙиева.