Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
27 Февраль , 11:38

Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә донъялағы иң матур, изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Һәр бер атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға шатланып, тормош йәмен табып, беҙгә үрнәк, терәк булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, тыныс күңел менән оҙон-оҙаҡ йәшә лә йәшә. Иң изге теәктәр менән – бикәстәрең Зөлхизә менән Фәүзиә, кейәүең Ринат, ҡәйнешең Зәкир, киленең венера һәм уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!

Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянғанда, бар донъя яҙ һулышын тойғанда, йәмле яҙҙың тәүге көнөндә беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ – Ишмырҙа ауылында йәшәүсе еңгәйебеҙ Байғотлина Рәйлә Далха ҡыҙы 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Ошо уңайҙан ҡәҙерлебеҙҙе ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Донъялағы бар яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.

Күңелең һис ҡасан борсолоу белмәһен. Рәйлә еңгәбеҙ Йомаш ауылында Далха һәм Дамира Рәхмәтуллиндарҙың татыу ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. ата-әсәһенә ярҙамсы, ҡусты-һеңлеләренә өлгө күрһәтеп, матур тәрбиә алып үҫә. Башта ул Сибай педагогия училищеhында, унан Стәрлетамаҡ педагогия институтында һөнәри белем ала. Хеҙмәт юлын Баймаҡ интернат-мәктәбендә тәрбиәсе-уҡытыусы булып башлай. тап ошо һөнәрҙе һайлауына ул ҡыуанып бөтә алмай, уҡытыусылыҡ эшенә башкөллө сума. Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһенә, кәңәшсеһенә, ихтирамлы уҡытыусыһына әүерелә. Эшләгән коллективында ла тиҙ арала үҙ булып китә.

1983 йылда Ишмырҙа ауылы егете нух Ғәйнислам улы менән донъя ҡора. Йәш килен урындағы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Йәш ғаиләнең йәшәгән йортона ҡот өҫтәп, тиҙҙән балалары нур менән лилиә донъяға килә. пар ҡанаттары булған улы һәм ҡыҙын уҡытып, юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Рәйлә Далха ҡыҙы Ишмырҙа мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы, күп йылдар уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләне. Ул коллективта үҙен уңған, талапсан, эшһөйәр уҡытыусы, етәксе итеп танытып, оло хөрмәткә, абруйға лайыҡ булды. Еңгәбеҙҙең тырыш хеҙмәте бихисап почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ҡәҙерлебеҙҙе уҡыусылары онотмай. Һәр байрам менән ҡотлап торалар, үҙен хөрмәтләп телгә алалар, рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәйҙәр. Ҡайҙа ғына бармаһын, үҙен һәр саҡ ихлас ҡаршы алалар, олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә, ярата. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, хөрмәтле еңгәбеҙ!

Яҙмыш һынауҙары аяуһыҙ. Тыныс ҡына матур итеп йәшәгән саҡта ғаиләһен, туғандарын оло ҡайғыға һалып, һөйөклө тормош иптәше, ғәзиз ағайыбыҙ арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Ҡәҙерле Рәйлә еңгәбеҙ, нисек кенә ауыр булмаһын, тормош һынауҙарына бирешмә, башыңды юғары тотоп йәшә лә йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!Һин беҙгә, балаларыңа бик кәрәкһәм терәк. Беҙгә биргән кәңәштәрең, тырышлығың өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Әле лә һинән алған йылыны, ярҙамыңды, иғтибарыңды тойоп йәшәйбеҙ.

Рәхмәт, еңгәй, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын оҙаҡ йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә донъялағы иң матур, изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Һәр бер атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға шатланып, тормош йәмен табып, беҙгә үрнәк, терәк булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, тыныс күңел менән оҙон-оҙаҡ йәшә лә йәшә.

Иң изге теәктәр менән – бикәстәрең Зөлхизә менән Фәүзиә, кейәүең Ринат, ҡәйнешең Зәкир, киленең венера һәм уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас