Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
4 Февраля , 06:20

Ғүмерен ил һаҡлауға арнаны

2026 йылдың ғинуар айы беҙҙең ғаиләгә оло ҡайғы алып килде. Беҙ ҡәҙерле кешебеҙ – улыбыҙ, ағайыбыҙ, туғаныбыҙҙы юғалттыҡ. Ул махсус хәрби операцияла барған яуҙа батырҙарса һәләк булды.   

2026 йылдың ғинуар айы беҙҙең ғаиләгә оло ҡайғы алып килде. Беҙ ҡәҙерле кешебеҙ – улыбыҙ, ағайыбыҙ, туғаныбыҙҙы юғалттыҡ. Ул махсус хәрби операцияла барған яуҙа батырҙарса һәләк булды. 

Ҡәҙерле ағайым Йәнбәков Азат Әкрәм улы 1984 йылдың 10 мартында Ишмырҙа ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан шуҡ, шаян, көләс, ярҙамсыл, тырыш, маҡсатлы булып үҫә. Урта белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. Уҡыу осоронда спортты үҙ иткән, мәктәп данын яҡлап төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған, сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусы була. Ҡуянтау-Баймаҡ араһындағы йүгереү буйынса ярыштарҙа һәр саҡ алдынғы урындар яулай ине. Район ғына түгел, республика кимәлендәге спорт ярыштарында ла ҡатнашты. 1999 йылда мәктәпте тамамлап, уҡыуын Сибай педагогия колледжының хеҙмәт һәм физкультура бүлегендә дауам итә. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштерҙе. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын тыуған ауылы Ишмырҙа мәктәбендә башланы. Бер йылдан Ватан һағына баҫа. Әрмелә танкист булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәте тамамланһа ла, ҡайтырға ашыҡмай ул. Контракт төҙөп, Хабаровск өлкәһендә хеҙмәтен дауам итә. Шунда ул буласаҡ тормош юлдашы Татьянаны осрата, оҙаҡламай йәштәр ғаилә ҡора, мөхәббәт емештәре – Ильяс исемле улдары тыуа. Азат ағайым башланғыс класта уҡығанда уҡ шәжәрә төҙөп килергә тигән өйгә эшендә, үҙенән һуң Ильяс тип яҙып ҡалдырған ине. 

“Улым тыуһа, Ильяс тип исем ҡушам”, – тип әйткән һүҙенә тоғро ҡалды ҡәҙерлебеҙ. Хеҙмәт иткән осоронда төрлө миҙалдарға лайыҡ була. Төрлө милләт кешеләре менән эшләргә тура килә уға. Шуға ҡарамаҫтан, етәкселәрҙең уң ҡанаты була, ихлас, аралашыусан ағайымдың тоғро дуҫтары бик күп була. 

Әммә уның Башҡортостанға булған һөйөүе көслө ине. Видео аша аралашҡанда ҡулынан гитара төшмәне, һәр ваҡыт матур итеп башҡортса йырҙар башҡара ине. Минең бурысым ғаиләмде һәм илде һаҡлау тип, 2025 йылдың 14 апрелендә махсус хәрби операцияға барырға контракт төҙөй ағайым. Әммә, үкенескә ҡаршы, оҙаҡламай хәбәрһеҙ юғала. 7 айҙан ашыу эҙләгәндән һуң атай-әсәй йортона хәрби комиссариаттан «ҡара ҡағыҙ» килеп төшә. 20 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған Азат ағайым яуҙа батырҙарса һәләк булып, 2026 йылдың 24 ғинуарында тыуған ауылына мәңгелеккә ҡайтып ятты. 

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға бик күп халыҡ йыйылғайны. Алыҫ араларҙы яҡынайтып мәрхүмдең тормош юлдашы Татьяна Викторовна һәм улы Ильяс та ҡайтып төштө. Ауыр саҡта беҙҙең ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан туғандарға, күршеләргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, ағайымдың дуҫтарына, класташтарына,  курсташтарына, ата-әсәйемдең класташтарына, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат етәкселегенә, Ишмырҙа ауылы халҡына һәм башҡаларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Бөтәгеҙгә лә именлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Йорт-илебеҙ тыныс, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын. Һуғыш бөтөп, яугирҙәргә иҫән-һау тыуған төйәктәренә әйләнеп ҡайтырға насип булһын. 

Мәрхүмдең һеңлеһе Әлиә Баййегетова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас