Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
28 Ғинуар , 12:50

Елдер толпарыңда үрҙәргә!

Хөрмәтле юбилярыбыҙ! Киләсәктә лә үҙең ихлас ҡәҙер күрһәткән туғандарыңдың ихтирамында, өҙөлөп баҡҡан ейәндәреңдең ҡәҙерендә, барлыҡ хеҙмәттәштәреңдең хөрмәтендә шулай йәштәрсә йүгерәйүгерә бәхеткә, рәхмәттәргә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшә лә йәшә. Иң изге теләктәр менән Баймаҡтан Аблаевтар, Әбдрәхимовтар, Бикмәтовтар, Ғәҙелбайҙан Фәйзуллиндар, Сибайҙан Ҡоланбаевтар, Нижневартовск ҡалаһынан Шәмиғоловтар исеменән һине яратып – тормош юлдашың Зифа.

Елдер толпарыңда үрҙәргә!
Елдер толпарыңда үрҙәргә!

Хөрмәтле тормош иптәшем Рауил Хөрмәт улы Йәнсуринды 75 йәшлек олпат юбилейы уңайынан ҡотлап, ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, бәхетле ҡартлыҡ, ниәтләгән эштәренең уңышына өлгәшеүен теләйбеҙ. Рауил Хөрмәт улының оло хеҙмәт юлы сыҙамлы башҡорт атының ышаныслы тартҡан ҙур йөгөнә хас.

14 йыл коммунист Р.Х. Йәнсурин партия эшенә егелеп хеҙмәт итте, 30 йыл Темәс ауыл Советының милли рухи йөгөн арымай алһыҙ-ялһыҙ тартты. Хаҡлы ялға сығып, дилбегәне йәш көстәргә тапшырғас, олоғайған көнөндә яңы тормош арбаһына ейәндәрен, төрлө йәмәғәт эштәрен тейәп, тағы алға, киләсәккә ышаныслы тура юл тота. Ныҡ тот дилбегәне, юбиляр, толпарың арымаһын! Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ, ихлас, күркәм холоҡло булып ҡал. Йөрәк түренән сыҡҡан ихлас теләктәребеҙҙе Асия апай Бикбованың ҡәҙерлебеҙгә арнап яҙылған “Кем һин, егет?” шиғыры менән дауам итмәксебеҙ.


Кем һин, егет?
(Йәнсурин Рауил Хөрмәт улына арнала)
Кем һин, егет, һиңә кеме яҡын?
Йәмғиәтме, әллә ғаиләме?
Ауыл халҡы төрлө сәскә, тиһәк,
Һин шул сәскәләрҙең бәйләме!
Кем һин, егет, әллә ҡарағаймы,
Яңғыҙ ҡайынмы, әллә имәнме?
Эй, тәүәккәл егет, хеҙмәт һөйөр,
Темәс өсөн генә килгәнме?
Темәс кенә түгел, күрше ауылдар,
Кәңәшләшәһең һин, сабырһың…
Йөрәк аша барын кисерәһең,
Аҙашҡанға юлдар табырһың.
Һиңә таныш ауыл урамдары,
Ҡайҙа хеҙмәт, ҡайҙа уңмаған…
Бөтәһен дә күҙаллайһың, егет,
Урын ҡалмай үҙең булмаған.
Һин ҡайҙан һуң, Рауил Хөрмәт улы?
Алғаҙынанмы әллә Айҙанмы?
Темәс өсөн күпме тир түгәһең,
Иткән хеҙмәттәрең файҙалы.
Һин булғанға Темәс матурлана,
Дәррәү йыяһың бит йәштәрҙе.
Һәр саҡ гөрләй мәҙәниәт йорто,
Алға ҡуйып оло эштәрҙе!
Уралып та сыҡҡан һинең моңоң,
Йөрәктәргә үтеп уйыла.
Шул моңғалыр, шул йырғалыр инде
Зарлы, дәртле шунда йыйыла.
Һине лә бит ҡайғы урап үтмәй,
Ҡайҙан ғына көстәр табаһың?
Әле генә күргән ҡайғыңды ла,
Онотҡандай эшкә бараһың…
Халыҡты уйлап эшкә сумаһың да,
Халыҡтан һин ғәйрәт алаһың.
Гүйә ҡайғы эҙһеҙ үткән кеүек,
Әүәлгесә һаман ҡалаһың.
Йырҙарың һуң сәсә осҡондарҙы,
Йөрәк аша кеше кисерә.
Халыҡ менән йәшә, изге кеше!
Тик ашыҡма ташлап китергә.
Әле һинең атың арымаған,
Елдер толпарыңда үрҙәргә!
Ил яҙмышы йөрәк аша үтә,
Улар барып етмәй күптәргә.
Башҡорт егете, һин меңгә берәү
Халыҡ ихтирамын яулаған!
Илең өсөн һәр саҡ янып-көйөп,
Халыҡ мәнфәғәтен даулаған.
Халыҡсанһың, егет, һәр кешене
Оло шәхес итеп һанайһың.
Уның изге эшен үтәр өсөн,
Нисәмә төр юлдар һайлайһың.
Зарланһа ла халыҡ, ҡыуанһа ла,
Кисерәһең ысын барлыҡты.
Шиғыр әйтеп бөтмәй күңелдәген,
Үҙең яҙаһың бит тарихты!

Хөрмәтле юбилярыбыҙ! Киләсәктә лә үҙең ихлас ҡәҙер күрһәткән туғандарыңдың ихтирамында, өҙөлөп баҡҡан ейәндәреңдең ҡәҙерендә, барлыҡ хеҙмәттәштәреңдең хөрмәтендә шулай йәштәрсә йүгерәйүгерә бәхеткә, рәхмәттәргә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшә лә йәшә.

Иң изге теләктәр менән Баймаҡтан Аблаевтар, Әбдрәхимовтар, Бикмәтовтар, Ғәҙелбайҙан Фәйзуллиндар, Сибайҙан Ҡоланбаевтар, Нижневартовск ҡалаһынан Шәмиғоловтар исеменән һине яратып – тормош юлдашың Зифа.

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас