Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
21 Ғинуар , 16:56

Иң яҡыны беҙгә һин генә!

Кеше ғүмере – үҙе бер китап. Ә бер быуатҡа яҡын йәшәгән ир уҙаманы тормош юлында бик күпте күргән: бәхетле мәлдәр һәм һынауҙар кисергән, тетрәнеүҙәр һәм юғалтыуҙар аша үткән... Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе, 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләүсе Баймөхәмәтов Әмир Әфтәх улының тормош юлы төрлө ваҡиғаларға бай була.

Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң яҡыны беҙгә һин генә!

Беҙҙең ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡайныбыҙ һәм ҡартатайыбыҙ 1936 йылда йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Аҫҡы Шырмай ауылында Зәйнәб һәм Әфтәх Баймөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән зирәк, теремек, аралашыусан булған малайҙы ауылдаштары үҙ итә, ярата. Әмиргә 5 йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Уның менән бергә аслыҡ та, яланғаслыҡ та килә. Атаһы Әфтәх тә үҙ теләге менән тәүгеләрҙән булып фронтҡа юллана. Баймөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә ауырлыҡтар бермә-бер арта. 1946 йылда улар Аҫҡы Шырмайҙан Ғәҙелбайға күсә.

Ошо уҡ йылда урындағы башланғыс мәктәпкә уҡырға бара. Уны тамамлағас, уҡыуын Беренсе Этҡол мәктәбендә дауам итә. Ҙур теләк менән уҡыһа ла, тик яҡшы билдәләр генә алһа ла, үҙенә мәктәпте тамамларға насип булмай. Аслыҡ, юҡлыҡ үҫмерҙе бик иртә эшкә егә. Аҡморон ауылында эшкә яллана, әсәһенә, ҡустыһы Кәбиргә аҡсалата ярҙам итергә тырыша. Йәнә бер аҙҙан Һамарға тракторсылар курсына уҡырға бара. Уны тик бишле билдәләренә генә тамамлап, Ғәҙелбай ауылында хеҙмәт юлын башлай. Кем генә булып эшләмәй: механизатор ҙа, бригадир ҙа, механик та, ферма мөдире лә, төҙөлөш бригадаһы бригадиры ла була. Ғәҙел, эшкә маһир ҡәҙерлебеҙҙе һәр коллективта ихтирам һәм хөрмәт итәләр.  1975 йылғы ҡоролоҡта Литваға барып, колхоз малына һалам әҙерләүҙә ҡатнаша. 1975-1976 йылдарҙа мал ҡышлатыуға аҙыҡ әҙерләүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 40 йылдан ашыу ғүмерен тыуған ерен үҫтереүгә бағышлаған яҡыныбыҙҙың күкрәген “Хеҙмәт ветераны” миҙалы биҙәй. Йәше тулып, хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә генә ултырмай, урман ҡырҡыу эшендә йөрөнө. Техниканы ла бик яҡшы белгәнгә күрә ҡустыһы Рәшит менән бергәләшеп үҙйөрөшлө бәләкәй трактор ҡороп ултырттылар.

Тормош юлдашы Ғөбәйҙә Шәһит ҡыҙы менән 55 йыл бергә гөрләтеп донъя көттөләр. Уҙған быуаттың шаулы 90-сы йылдарында яңы йорт һалып сыҡтылар, һуңыраҡ еңел машина һатып алдылар. Ҡәҙерлеләребеҙ алты балаға ғүмер бүләк итте. Үкенескә, өлкән ҡыҙҙары Рәсимә һәм улдары Радик бик иртә гүр эйәһе булды. Тормош юлдашы ла бынан 15 йыл элек мәрхүмә булып ҡалды. Атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ был юғалтыуҙарҙы ауыр кисерһә лә, юғалып ҡалманы, лайыҡлы йәшәргә тырышты. Шөкөр, әле ул күтәренке кәйеф менән йәшәүен дауам итә.

Яҙмышына яҙған әсе-сөсөлө күп һынауҙар яҡыныбыҙҙы тормоштоң һәр көнөн ҡәҙерләргә өйрәткән. Икмәктең валсығына тиклем хөрмәт менән ҡараған оло быуын кешеһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Әле һөйөклөбөҙ ике улы, ике ҡыҙы, килендәре, кейәүҙәре, биш ейәне, дүрт ейәнсәре, өс бүләһе, алты бүләсәренә һөйөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ошонан да ҙур бәхет бармы икән донъяла?!

Ҡәҙерлебеҙ изге йөрәкле, сабыр холоҡло, ярҙамсыл, хәстәрлекле кеше. Уны 90 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүләбүләсәләреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, беҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Иң изге теләктәр менән – балаларың, килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас