Нимә ул бәхет? Һигеҙ тиҫтә ғүмер юлы үтеп, шатлығын да, һағышын да кисереп, үкенеп түгел, үткәнеңде һағынып иҫкә алһаң, шул бәхет. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ – тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Әсәнов Фирғәт Байғәле улы тап шундай бәхетле кешеләрҙең береһе.
Ҡәҙерлебеҙ Әсәнов Фирғәт Байғәле улы 1946 йылдың 7 ғинуарында Ғәҙелбай ауылында Мәфтүхә менән Байғәле Әсәновтарҙың ишле, 10 балалы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. 1953 йылда урындағы башланғыс мәктәпкә уҡырға бара. Ә 1957 йылдан уҡыуын Беренсе Этҡолда дауам итә. Атайыбыҙға күрше ауылға йөрөп уҡыу бик үк еңелдән дә булмағандыр инде. Етмәһә, ул ни бары 9 йәшенән урындағы колхозда эшләй башлай. Күбә тарттырып кәбән һалыша, ҡышын ат өйрәтә. 1965 йылда, 10-сы класты тамамлағас, әрме сафына хеҙмәткә алына.
Украиналағы хәрби частә 10 ай дауамында танк ғәскәрҙәрендә танкист һөнәрен үҙләштерә. Ул ваҡытта барыһы ла 3 йыл хеҙмәт иткән була. Ә атайыбыҙға ике йыл ярым хеҙмәт итеп ҡайтырға насип итә. “Учебканы” тамамлағас, генерал-майор Китаев: “Кем дә кем атҡанда сәпкә тигеҙә, шул 2,5 йыл хеҙмәт итеп ҡайта”, – тип әйтә һәм һүҙендә тора. Атайыбыҙ оҫта наводчик булып, бөтә булған сәпкә төҙ атып, 1968 йылда тыуған ауылына ҡайтып төшә. Әрме сафында хеҙмәт иткән сағында батыр егеткә частә ҡалырға һәм артабан хәрби һөнәр һайларға, тигән тәҡдим дә була. Әммә ябай ауыл балаһын тыуған яҡтары үҙенә тарта, тиҙерәк ҡайтып, ҡусты-һеңлеләрен ҡарашыу теләге көслө була. Әрменән ҡайтҡас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгескә тыуған ерендә өр-яңы трактор биреп ҡуялар. Ҡәҙерлебеҙ ең һыҙғанып эшкә тотона: ер һөрә, иген сәсә, урып-йыйыу осоронда комбайн менән иген һуға. 10 йылдан ашыу тракторсы, комбайсы булып эшләй. Һуңыраҡ мал ҡараусы булып эшкә күсте. Атайыбыҙ һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды. 1974 йылда Польша, Чехословакияға туристик юллама менән барып ҡайта. Алдынғы замандаштары кеүек коммунистар партияһына инә, партия комитеты ағзаһы, урындағы профсоюз ойошмаһы рәйесе була. 47 йыл колхозда эшләп, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булып, 2006 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Шулай ҙа ул өйҙә ял итеп кенә ултырманы, 10 йыл Ғәҙелбай ауылында староста булды. Бала-саҡтан зирәк, шуҡ, тырыш, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫкән ҡәҙерлебеҙ рухи яҡтан да бай. Ул башҡарған “Уйыл”, “Абдрахман”, “Сибай”, “Урал”, “Буранбай” кеүек оҙон көйҙәрҙе тыңлап ултырыу – үҙе мәртәбә. Мәҙәни конкурстарҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнашты. 1994 йылда район атайҙар конкурсында 1-се урынға, “Оҙон көй”ҙә Гран-приға лайыҡ булды.
Ҡәҙерлебеҙ яҙмышын 1971 йылда осрата. Ошо уҡ йылдың 12 мартында Басай ауылы һылыуы Фәтхуллина Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡора. Әсәйебеҙ башланғыс класс уҡытыусыһы була. Һуңыраҡ ул колхозда быҙау, бәрәс ҡараны. Оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йортонда клуб мөдире һәм 12 йыл Беренсе Этҡол ауылындағы Республика компьютерлицейында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ дүрт бала үҫтереп, һәр беребеҙгә юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Ағайыбыҙ Фуат 30 йылдан ашыу физика һәм математика фәндәре уҡытыусыһы булып эшләй. Айгөл апайыбыҙ рус теле һәм әҙәбиәте, географиянан уҡытты. Ҡыҙғанысҡа, ни бары 39 йәшендә беҙҙе ташлап, баҡыйлыҡҡа күсте. Гөлназ апайыбыҙ инглиз теле уҡытыусыһы, 2003 йылдан балалар баҡсаһында – тәрбиәсе, бәләкәсебеҙ Флүзә вокал уҡытыусыһы булып Учалы сәнғәт колледжында белем бирә. Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙеңһәр беребеҙгә лайыҡлы тәрбиә, юғары белем биреп, матур туйҙар үткәреп, оло тормош юлына оҙаттылар. Әле лә ҡәҙерлеләребеҙ матур итеп донъя көтә: малтыуар аҫрайҙар, емеш-еләк үҫтерәләр, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Әсәнов Фирғәт Байғәле улы үҙенең күркәм 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, әсәйебеҙ менән балаларындың, ейәнейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Иң изге теләктәр менән – тормош юлдашың Гөлсирә, улың Фуат менән киленең Эльмира, ҡыҙҙарың Гөлназ, Флүзә, кейәүҙәрең Ришат, Хәсән, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүләң Йәнтимер.