Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
7 Ғинуар , 17:42

Беҙҙең терәгебеҙ, яҡлаусыбыҙ, иң ҡәҙерле кешебеҙ

Әсәй! Был һүҙгә күпме наҙ, йылылыҡ һыйған. Ул һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе бит ул – әсәй. Беҙҙең дә шатлыҡтарыбыҙҙы, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашыусы кешебеҙ бар. Уның йомшаҡ ҡулдарын, мөләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Унда балаларына булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй. Яңы йыл байрамының тәүге көндәренең береһендә ҡәҙерлебеҙ Руфина Әғләм ҡыҙы Зөлҡәрнәева үҙенең матур ғүмер байрамын – күркәм юбилейын ҡаршылай.

Һөйөклөбөҙ 1956 йылдың ғинуарында Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылында эшселәр ғаиләһендә донъяға килә. Ул бала сағынан үҙенең ябайлығы, алсаҡлығы, һөйкөмлөлөгө, аҡыллы, тәүәккәл булыуы, дөрөҫлөктө яратыуы, яҡшылыҡҡа ынтылыуы менән айырылып тора. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, әсәһенең теләге  буйынса Баймаҡ ҡалаһына юллана.Бында ул 58-се һөнәрселек училищеһында уҡый башлай. Тап Баймаҡерендә ул яҙмышын, ғүмерлек тормош иптәшен осрата. Һыуһылыуҙай сибәр ҡыҙ менән күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп торған бәһлеүәндәй егет тәү күреүҙән бер-береһен әсир итәләр. Аҡыллы, уңған, һәләтле, ул ваҡытта табип ярҙамсыһы булып эшләгән Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәев менән Руфина Әғләм ҡыҙы 1975 йылдың йәйендә сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.

Шул уҡ йылда ғаилә башлығы Ғиззәт Хәсән улы медицина институтына уҡырға инә. Йәш ғаилә үҙ тормошон баш ҡалабыҙ Өфөлә дауам итә. Дөйөм ятаҡта үткән күңелле студент йылдары башланып китә. Атайыбыҙ уҡыуында алдынғылыҡты бирмәй, гел генә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бер үк ваҡытта ятаҡханала комендант булып эшләргә лә өлгөрә. Тап ошо йылдарҙа мөхәббәт емештәре – тәүге улдары Руслан донъяға ауаз һала. Тағы бер аҙҙан иш янына ҡуш булып, донъяларына ҡот өҫтәп, ҡыҙҙары Әлиә тыуа. Шау-гөр килеп күңелле студент йылдары үтеп тә китә. Йәш ғаиләне ике балаһы – Руслан менән Әлиә бер-бер береһенә иш һәм ҡуш булып үҫеп етәләр. Атайыбыҙ юллама буйынса Баймаҡ ҡалаһына хирург итеп эшкә ебәрелә. Йәштәр Баймаҡта төпләнеп, гөрләтеп донъя көтә башлай. Ғаиләләренә ҡыуаныс һәм бәхет өҫтәп, өсөнсө балалары – ҡыҙҙары Әлфиә тыуа.

Атайыбыҙ тиҙҙән Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләнә. Әсәйебеҙ өйҙә ныҡлы тыл булдырыу, балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Бәхетте тормош ауырлыҡтары ла алмаштырып килә. Ғаилә башлығының ике туған һеңлеһе мәрхүмә булып ҡала. Өс сабый атаәсә ҡурсыуынан мәхрүм ҡала. Был ваҡытта балаларҙың кинйәбикәһе Илүзәне оло йөрәкле ата-әсәйебеҙ үҙенең ғаиләһенә алды. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, беҙ, балалар, барыбыҙ ҙа атайыбыҙҙың юлын һайлап, Өфөләге медицина институтын тамамланыҡ. Әле Руслан Мәскәү ҡалаһында урологандролог булып эшләй. Әлиә Учалылағы шифахананың баш табипы. Әлфиә тыуған ерендә төпләнде, Баймаҡ район дауаханаһының стоматология бүлеге мөдире. Илүзә “Красноусол” шифаханаһында дерматология бүлеген етәкләй, әле декрет ялында. Әсәйебеҙ атайыбыҙҙың терәге, таянысы, терәге булды. Улар барыһына ла өлгө булып торҙо. Сағыу, матур тормош менән йәшәнеләр. Уларҙың татыулығы тураһында әллә күпме һөйләргә була. Әсәйебеҙ ашһыуға оҫта, уның ҡулы менән бешкән бәлештәр телде йоторлоҡ. Тыуған йортобоҙ йәйен-ҡышын гөл-сәскәгә күмелә. Бында ҡайтып, беҙ иртәнге көнгә көс-дәрт алып китәбеҙ. Килгән ҡунаҡтар ҙа быны раҫлай.

Тормош гел ал да гөл генә бармай шул. Беҙҙең ғаиләбеҙҙе лә ҡайғылы көндәр һағалап торҙо. Яратҡан атайыбыҙҙы аяуһыҙ яҙмыш тартып алды. Ләкин әсәйебеҙ һынманы, һығылманы,артабан йәшәү өсөн үҙендә көс тапты. Уға ҡарап торған дүрт баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Оло ҡайғыны йырып сығыу өсөн барыбыҙ ҙа бергә булырға тырыштыҡ. Әсәйебеҙҙе һәр кемебеҙ үҙ иғтибарынан, ярҙамынан ташламаны. Ҡәҙерлебеҙгә өр-яңынан йорт һалып сығырға ярҙам иттек. Яңы һәм ҡотло йортта беҙҙең барыбыҙ ҙа көтөп алынған ҡунаҡ. Бында бер ваҡытта ла шау-гөр килешкән балалар тауышы тынмай. Ете ейән, өс ейәнсәр өсөн шәп өләсәй ул беҙҙең әсәйебеҙ. Атайыбыҙ яныбыҙҙа булмаһа ла, туғандарыбыҙ менән бәйләнеш өҙөлмәгән. Әсәйебеҙҙе уларҙың барыһы ла хөрмәт итә, ярата. Әсәй, һин беҙҙең терәгебеҙ, таянысыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ, яҡлаусыбыҙ, иң ҡәҙерле кешебеҙ. Беҙгә күрһәткән изгелектәрең алдында баш эйәбеҙ. Хоҙай үҙеңә оҙон ғүмер бирһен инде, тибеҙ һәр кемебеҙ.

Балаларыңдың изге йөрәкле әсәһе, кейәүҙәреңдең хөрмәтле ҡәйнәһе, ейән-ейәнсәрҙәреңдең яратҡан өләсәһе бит һин! Һине күркәм юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, мул тормош теләйбеҙ. Гел шулай балаларыңдың, ейәнейәнсәрҙәреңдең хөрмәтендә, беҙҙең күңел йылыбыҙҙы тойоп, бәхет-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.

Иң изге теләктәр менән – улың Руслан, ҡыҙҙарың Әлиә, Әлфиә, Илүзә, кейәүҙәрең Илгиз, Ринат, Динар, ейәндәрең Артур, Ролан, Роман, Рөстәм, Диана, Элина, Назар, Нурия, Камил, Ғәлинур.

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас