Кеше ғүмере аҡҡан һыу менән бер. Һәр боролошта ул үҙенсә матур, гүзәл. Шүлкә ауылында тыуып, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле, иң ғәзиз, hөйөклө кешебеҙ – апайыбыҙ, ҡайынбикәбеҙ, инәйебеҙ Сиражетдинова Рәйсә Зекриә ҡыҙының да ғүмер юлы иҫ киткес матур. Ошо көндәрҙә ул ғүмеренең күркәм мәлдәрен кисерә, матур юбилейын ҡаршы ала.
Ҡәҙерлебеҙ һөнәри белемен Йоматау ауыл хужалығы техникумында алды. Дипломлы йәш белгес хеҙмәт юлын Баймаҡтағы эске эштәр бүлегендә хеҙмәтте һаҡлау бүлеге инспекторы булып башланы. Унан ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының иҫәп секторы мөдире, Баймаҡ АТП-һында баш иҡтисадсы булып эшләне. Хаҡлы ялға Баймаҡ ҡала эске эштәр бүлегендә 20 йыл әйҙәүсе бухгалтер булып эшләп сыҡты. Һөйөклөбөҙ ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ бурыстарына намыҫлы ҡараны, үҙен хеҙмәттәштәре лә, дуҫтары ла ихтирам иттеләр. Тырыш хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланды. Ул бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы, “Рәсәй Эске эштәр министрлығының хеҙмәт ветераны” миҙалы, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы һәм башҡа бик күп Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, апайыбыҙ өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Гөл-сәскәгә күмеп баҡса үҫтерә, һарай тултырып ҡош-ҡорт тота, яҡындарын татлы ризыҡтар менән һыйлай, селтәрҡашмауҙар эшләргә лә өлгөрә. Тормош иптәше Ғәбдрәүф менән ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк иттеләр. Был балаларҙың өсөһөнә лә лайыҡлы тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына оҙаттылар.
Һөйөклө Сиражетдинова Рәйсә Зекриә ҡыҙы! Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле ныҡлы терәгебеҙ, кәңәшсебеҙ һәм таянысыбыҙ, барыбыҙ өсөн өлгө булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына һөйөнөп, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең изгелеген күреп, Ғәбдрәүф еҙнәбеҙ, бажабыҙ, олатайыбыҙ менән тиң-тигеҙ оҙон ғүмер кисерергә насип булһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Һаулыҡҡа, туғандарың һәм яҡындарыңдың һөйөүенә бай бул, рух көсө ғүмерең буйына етһен. Донъя именлеге, муллыҡ, өйөңдә һәм күңелеңдә тыныслыҡ булһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән – Усмановтар, Юлдашбаевтар, Әхмәтовтар, Килдиндар, Королевтар, Үлйәбаевтар.