Бүлмәлә тынлыҡ. Һәр кем үҙ уйына сумған. Сәстәрен өҫкә тубырсыҡ яһап ураған мәрйә ҡатын күҙҙәрен йый-йыш йомоп, унан тәгәрәп сыҡҡан йәштәрен һөртөп кенә өлөгөрә. Боҙолған крандан тамған тамсылар һымаҡ улары ваҡыты-ваҡыты менән сөбөрләп ағып та киткеләй. Быны күҙәтеп ятҡан Майсара карауаты башында элеүле торған таҫтамалын һыпырып ала һалып, илаусының ҡулына тотторҙо.
Майсара ла ике көн элек шундай уҡ хәлдә ине. Шөкөр, бөтәһе лә үҙ урынына ҡайтты. Әсәһе, Мәрхәбә инәй ауылдағы йортон, донъяһын ҡарауылларға кеше тапҡан, хәҙер ейәндәре янында. Кисә генә төшкө ял мәлендә йүгереп инеп тә сыҡты. Эй, алсаҡ шул, Майсараның әсәһе! Өлкән ейәне Азаты тәртибенә был аҙнала өс алып ҡайтҡанына ҡыуанып бер булды:
– Исмаһам, егет булып үҫер. Әтүһә, ҡыҙҙар шикелле ҡашыяҡ йыуып, гөлдәргә һыу һибеүҙән туҡтамай! Малай кеше “икеле”ләр алып, дуҫтары менән сәкәләшеп, бысраҡ ҡойоға йығылып тәрбиәләнергә тейеш! – ти ул сәпәкәй һуғып.
Уның был һүҙҙәрен ишетеп, Майсараның һул яҡ күршеһе сикәләре алланғансы һыны ҡатып көлдө:
– Улымды мотлаҡ һеҙ әйткәнсе тәрбиәләйәсәкмен! Үәт, мирауай ҡарсы-ы-ы-ҡ! Әйткәндәй, һул яҡ күрше әллә яңғыҙ, әллә ни – бында эләккәненән уға бер кем килеп әйләнмәне. Телефоны ла әллә һүнек, әллә эшләмәй – тынлыҡ.
Майсара уны йәлләп, кисә әсәһе үҙ ҡулдары менән эшләп бешергән билмән, “Кагор” шарабы менән бүлеште. Шарап уға килеште, һуҙып ҡына килбәтле көй сығара башлағайны, постан инеп, тыйып сыҡтылар. Йәнәһе, һин бында ундайҙарҙан бер үҙең түгел, тыныслыҡ һаҡларға кәрәк. Кәрәк тигәс, кәрәк инде. Өйгә ҡайтҡас, шул тыныслыҡты һағынып та ултырырҙар әле бөтәһе лә. Хатта өйҙә түгел, бер нисә минуттан башланасаҡ ул ысын күңелле тормош. Ана, сәстәрен тубырсыҡлатҡан ҡатын нишләп күҙ йәштәрен тыя алмай, тип уйлайһығыҙмы? Ул үҙ-үҙенә ышанмай ине. Бында килеп эләккәнсе һаман еңел ҡотоласағы менән йәшәне. Ләкин тәңре шулай ҡушҡан, бер еңелдең – бер ауыры, ғазабы. Бер ғазаптың – бер шатлығы… Ул үҙен йәлләп илауҙан инде икенсе көн тыйыла алмай. Ә Майсара бында өсөнсөгә килә инде. Әммә был ҡатҡа тәүгә эләгеүе. Хәлдәрең ауырыраҡ, тип уны тыңлап та тормай, лифтҡа ултыртып ҡына күтәрҙеләр. Хатта һайланып торорға ла форсат булманы, ваҡыт ҡыҫынҡы ине. Шөкөр, бөтәһе лә яҡшы хәл ителде, моғайын берәй аҙнанан сығарып та ебәрерҙәр. Ошоға ышанып, ул үҙен әрһеҙерәк тота.
Ябай ғына үҙгәрештәргә иғтибар бирмәгән була. Бында кемгә ауыр, кемгә еңелерәк икәнлекте һәр кем үҙенсә баһалай. Сөнки холоҡ тигәне лә бар бит. Етмәһә, кемдер был заттан көлөпмөлөр, ҡатындар бит эт йәнле, тип тә ебәргән. Ә уның һул яҡ күршеһе үҙен бер нәмәгә лә ҡыҫылышы булмағандай төҫ сығарып, ауыҙы эсенән көйшәнеп кенә ята. Тормошҡа ҡул да һелтәмәй, үҙен батырмын, булдырҙым тәки, тимәй, тыныс ҡына киләсәген уйлай, шикелле. Бер заман, был тынлыҡты боҙоп, төптәге мәрйә ҡатын ҡысҡырып иларға кереште:
– Бүтән бында аяғымды ла баҫмаясаҡмын! – Беҙҙең ҡалала бала табыу йорто берәү генә түгел, өсәү. Ҡабул итһәләр, бүтәндәренә барырһың! – тип, Майсара көлөп ебәрҙе.
– Мин дә тәүгеһен тапҡас, шулай тип илағайным, бына хәҙер өсөнсөһө артынан ошо уҡ балнисҡа киләм! Эй, бисәкәй-бисәкәй! Был – беҙҙең функция! Хоҙай уны ирҙәргә түгел, беҙгә ышанып тапшырған. Ышанысты аҡлай белергә кәрәк. Тағы биш минуттан бәпестәрҙе алып килделәр. Донъя яңғырай уларҙың тауышынан.
– Э-э-эх, бына ҡайҙа ул бәхет! Нисек кенә ауыр булһа ла, ошондай мөғжизәне беҙ генә тыуҙырабыҙ. Шөкөр! Собханаллаһ, – тип балаһын ҡулына алды Майсара.
Теге ике йәш ҡатын уның әсәйҙәрсә һөйөү сәсеүенә ҡыҙығып ҡарап ултырҙылар ҙа, әмер бирелдеме ни – тора һалып, үҙҙәренекен ҡулдарына алдылар. Шунан бәпәйҙәре менән сөсөлдәп һөйләштеләр, тупылдатып һөйҙөләр, имеҙҙеләр, йүргәктәрен алмаштырҙылар. Теге “илаҡ” ҡатын хатта йырлап та алды. Ауыртыуҙары, үҙен йәлләүе онотолдо шикелле. Тыш яҡтан кемдер һабан турғайындай һыҙғырғайны, тәҙрә төбөнә үк менеп баҫты ла, форточкаға башын тығып:
– Ҡәҙерлем! Мин тағы ла бәпәй тапҡым килә!.. Мине мотлаҡ ошо больницаға килтерерһең, йәме! – тип ҡысҡырҙы…
Аңла шунан ҡатын-ҡыҙҙы! Үҙе мөғжизә бит!
Рәзилә Ырыҫҡужина.