хикәйә
Мунса соланына башына иҫке бүрек, аяғына ҡатҡан бутый кейгән ире килеп ингәс, Люциәнең ҡараңғы сырайы тағы ла нығыраҡ емерелде:
-Бер эшкә ярамайһың. Нишләп йөрөйөң бында? Хет шул шланганы тоташтырырға була бит инде... Күнәкләп һыу ташыйым! Бойҙай бешерергә ҡуйырға кәрәк!
Вәкил тәүҙә өндәшмәне. Аҙналар буйы алмаштырмаған свитеры аша ҡорһағын тырнап ҡуйҙы ла, ғәҙәттәгесә, бер-ике һүҙҙән торған яуабын әйтте:
-Нимәгә кәрәк булды инде был мәшәҡәттәр? Ул тиклем ҡаҙ нимәгә кәрәк? Арҡаны мейескә терәп ятаһы урынға...
-Һиңә бер нәмә лә кәрәкмәй,-тине Люциә.—Урамға сығып теләнселәргә генә ҡала бит инде, ҡаҙ ҙа аҫрамаһаң.
Быйыл улар утыҙлап өйрәк, егерме ҡаҙ алдылар. Быларҙан тыш, байтаҡ һарыҡтары, ике һыйырҙары бар. Вәкил “ауырыйым” тип шыңшырға ярата. Әммә әҙерәк дауаланып, рәткә инә лә, ғәҙәтен ҡыуып, тағын эшкәлеккә тотона. Шунан робот һымаҡ йөрөй башлай: ята-тора, тора-ята. Әле ярай, ҡарауылы бар. Барып, шунда бер тәүлек йоҡлап ҡайта. Ул юҡта Люциә бер аҙ хәл алғандай була. Ике кешегә ашарға бешерергә, ашағас өҫтәл йыйыштырырға кәрәкмәй. Былай ҙа эше күп уның. Иртән тороуға аҙбарға сығып китә. Түбәнән бесән төшөрә, малдарға унлап күнәк һыу эсерә. Аҫтарын таҙарта, һыйырын һауа. Быҙауын эсерә. Туң тиреҫте ҡайырып алып, ҡул арбаһына тейәүе, алып барып түгеүе лә еңел түгел. Шул саҡта, ирекһеҙҙән, теш араһынан элеге лә баяғы һыҡрау һүҙҙәре килә лә сыға:
-Ирем булһа ла, бер файҙаһы юҡ. Кешенекеләр, ана, ишек алдынан инмәй. Үҙем ир, үҙем ҡатын булып үтте инде ғүмерҙәрем.
Ҡатын ҡул тирмәне менән фураж тарттырып алды. Ҡош-ҡортҡа бойҙай бешерергә ҡуйҙы. Күңеленән генә һаман шул булдыҡһыҙ ирен һүкте. Заманында Люциәнең уңғанлығына ҡыҙығып: “Айырыл был әҙәмдән... Үҙем алам һине,”—тип, йәшерен генә һүҙ ҡушыусылар ҙа булманы түгел. Ана, йәшлек мөхәббәте Шәфҡәт тә һаман яңғыҙ. Көтмәне шул Люциә уны армиянан. Ошо Вәкилгә иҫе китте. Әллә гармунда уйнауына ҡыҙыҡты, әллә “шестерка” машинаһына. Вәкилдең дә әллә күпме осрашып йөрөгән Мөнирәһе ҡалды. Ҡыҙ нимәгәлер киреләнеп, клубҡа ла сыҡмай йөрөгән кистәрҙең береһендә егет тотто ла Люциәне эйәртеп алып ҡайтты. Ә бит Люциә уға түгел, Шәфҡәткә бараһы, ә Вәкил Мөнирәне алаһы ине.
Вәкилдең ата-әсәһе йәштәрҙе башҡа сығарманы. “Йәшәгеҙ, барыбыҙға ла урын етерлек,”—тинеләр. Йәш ғаилә өсөн күнегелмәгән ауыр хеҙмәт башланды. Дүртенсе яртыла өйҙәгеләр инде аяҡ өҫтөндә булалар. Иң элек Люциә тора. Умывальникка һыу йылытып ҡоя. Шунан мал янына сығып китә. Унан ингәс, ҡоймаҡ ҡоя, сәй ҡайната. Ҡайныһы инде салғыларҙы әҙерләп ҡуйған, бесән сабырға китәләр. Люциә баштараҡ ирен мәңге яратыр һымаҡ ине, әммә тора-бара ниңәлер күңеле һүрелә башланы. Дөрләп ҡабынған мөхәббәт утын көндәлек тормош йотто. Төп йорттағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш яратыу-яратышыуға ваҡыт та ҡалдырмай ине. Шунан үҙҙәренә йорт һалып сыҡтылар. Люциә бер ҡыҙ тапты. Ауырлы сағында бүрәнә күтәреп, цемент ташып, болғатып йөрөүҙәрҙең һөҙөмтәһе шул: тыуғанда уҡ сәләмәт булмаған бала, биш йәшенә еткәс, үлде. Шунан һуң ҡатын бүтән ауырға уҙа алманы.
Хәҙер икеһе ике яҡта, ике төрлө уйҙар менән йәшәп яталар шулай. Люциә күңеленән күпме генә туҙынһа ла, күрше-тирәгә: “Ирем былай, ир тегеләй.”—тип зарланмай. Эйе, ҡайһы саҡ “ауырый”, һалғылап ала. Әммә уныҡы ғына һалмай бит, бүтәндәр ҙә шулай. Нишләһен инде ул тағын? Исмаһам, бала ла юҡ бит, шуның менән йыуанып йәшәрҙәр ине. “Эй, иҫән генә булһын инде. Эшләмәһә эшләмәһен, иптәш, ир бит әле ул миңә,”—тип тә уйлап ҡуя ҡатын.
Заманында Люциә һатыусы булып та эшләне. Урман юлынан ат егеп, яңғыҙы ғына ун саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдан тауар ташыны. Хәҙер эшләмәй инде, бар булғаны етер тип, өйҙәге эштәр менән булыша. Ҡаҙ-өйрәген үҫтереп һата, һөтөнә лә, итенә лә хужалар тиҙ табыла.
Ҡышын мунса яғыу ҙа мәшәҡәт шул. Иренең ҡустыһы ярып, өйөп ҡуйған утындарҙы күтәреп, һарай менән мунса араһын әйләнгәндә, ҡапҡа төбөнән: “Нихәл, күрше?”—тигән тауыш ишетелде.
- Һәйбәт кенә әле,-тине Люциә, эшенән бүленмәй генә.
Ғәлиә ҡултыҡ аҫтына ниндәйҙер төргәк ҡыҫтырған. Тегергә оҫта күршеһенә берәр эш ҡушырға инде ниәте. “Инһә, ултырасаҡ инде был.”—тип уйланы Люциә.
Бына кем бәхетле! Ҡалала йәшәүсе балалары ҡайтып, бөтөн эшен эшләп торалар. Төп йортта ҡалған улы менән ире ҡаралты-ҡура тирәһенән инмәй. Ғәлиәгә ике көнгә бер аш һалыу ғына ҡала.
Күршеһен эйәртеп өйгә ингәндә, унда Вәкил менән һөйләшеп, Салих ултыра ине.
- Әәә, Салих, индеңме? Бая шылтыратҡайным, алманың. Иртәгә үгеҙҙе һуйып алырға ине. Бүтән эш планлаштырмаһаң, һиңә ышанып торабыҙ инде,--тине Люциә, иренә ҡарап алып.
Ғәҙәттә, һуғым эштәрен ирҙәр уйлай. Юҡ шул, бында ла Люциә йөрөй, ул ойоштора. Ҡатын, өҫ-кейемен сисеп, кухняға инеп китте. Сәй ҡуйҙы. Ғәлиә лә өҫтәл эргәһендәге диванға барып ултырҙы. Ҡаҙ ите менән бешерелгән өйрә тәрилкәләргә ҡойолғас, Вәкил, ҡатынына мәғәнәле ҡарап:
-Барҙыр бит?—тип ҡуйҙы.
Иртәгә мал һуяһы Салих алдында “юҡ” тип тороп булмай бит инде, ҡатын бер шешәне сығарып, иренә тотторҙо.
Икенсе көндө Ғәлиә лә инеп, мал эсәге менән мәш килгән арала, Люциә аш, бәлеш өлгөрттө, бауыр ҡыҙҙырып алды. Кисен арып-талып үҙ яғына инеп ятҡас, телефондан “контакт”ҡа инеп сыҡты. Ауылдан сығып китеп, әсәләре бешергән ҡоймаҡ-бәлештәрҙе, ҡайын-шишмәләрҙе һағынып, йырҙар, шиғырҙар ҡуйған йәштәштәренең биттәрен ҡараштырҙы. Улар янында үҙен бер аҙ түбәнерәк итеп һиҙҙе. Люциә кеүек мал-тыуар араһында уралыусыларҙың ул матурлыҡты ҡарап ултырырға ваҡыттары юҡ шул. “Урман буйында бер үҙем көтөү көтәм,”—тип яҙһа, “контакт”тағы дуҫтары нимә тип әйтер ине икән? Ҡайтмай ҡалған үгеҙ, таналарын велосипедҡа атланып, йә йәйәүләп эҙләү үҙе бер спорт инде. Был хәл даими ҡабатланып торһа, бер ниндәй һимереү ҡурҡынысы янамай. “Һағындым ауылымды...”—тип йыр һуҙырға ла дәрт ҡалмай.
Вәкил телевизор ҡаршыһында ятҡан арала Люциә ит тартҡыстан бауыр-йөрәк, майҙарын үткәреп алды. Ғәлиәне лә саҡырып, тултырма тултырҙылар. Шунан һуң, ҡулына бәйләмен алып, башлаған ойоҡбаштарына тотондо. Ғәлиә кисә күлдәгенең итәген ҡыҫҡартырға ингән икән, Люциә тиҙ генә уныһын да эшләп бирҙе. Шул арала эргәләренә Вәкил дә сығып ултырып, телевизор яңылыҡтарын еткерҙе: “Был аҙнала һалҡындар башланасаҡ.” “Башланһасы...Һиңә ҡағыламы һуң ул? Бер ҡайғың юҡ тышта. Колонканан ингән һыу ғына туңмаһын инде,”—тип уйлап ҡуйҙы Люциә. Баҙҙы былай яҡшылап яптым, картуф өшөргә тейеш түгел.
Вәкилдең был арала нишләптер күңеле уйнаҡлап тора әле. Сәбәбен үҙе лә аңламай. Бер кистә: “Салихтарға инеп сығам ,”—тине лә, йәш саҡта киреләнеп, үҙенән ҡасып, ҡыҙыҡ табып йөрөгән Мөнирәгә юл тотто. Мөнирә кейәүгә сығып, ике бала табып үҫтерҙе. Ире менән оҙаҡ йәшәмәне, ни сәбәптәндер айырылыштылар. Йәш ҡатынды кейәүгә һорап килеүселәр булғандырмы, уныһы ҡараңғы, былай кеше теленә ингәне булманы.
Мөнирә Вәкилде йылы ҡаршы алды. Сәйләп алғас, һүҙ үҙенән-үҙе йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтты. Вәкил Люциә янында бер-ике генә һүҙ әйтһә, бында туҡтай алманы. Мөнирә эш, мәшәҡәттәр тураһында һүҙ ҡуҙғатмай, элекке ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп кенә тора. Ҡатынға ҡарата әллә ҡасанғы йылы хистәренең ҡабат ҡабынғанын һиҙеп, Вәкил, үҙе лә һиҙмәҫтән, уны ҡосаҡлап алды. Йәшлек йәре ҡарышманы. Тик: “Ҡара уны, йырҙа әйтелгәнсе, яратмайса ҡосаҡлама,”—тип шаярып, бармаҡ ҡына янаны.
Танһыҡ ир ҡосағы бигерәк ҡайнар ине. Вәкил ул көндә өйөнә ҡайтманы. Икенсе көнө артынан эҙләп килгән ҡатынына бары шуны ғына әйтте: ”Мин бында ҡалам!”
Ир яңы тормошҡа тиҙ эйәләште. Мөнирә, яйлап ҡына, тәмле телен йәлләмәй, уға йорт эштәрен дә ҡуша. Хәҙер Вәкил һыйыр аҫтын да таҙарта, бесән-һаламын да төшөрә. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, Мөнирәнең айырылған ире ҡайтып, Вәкилде туҡмамаҡсы ла булғайны, ҡатын полицияға ғариза яҙып биргәс, бүтән күренеп йөрөмәне. Мөнирәгә йыш ҡына ҡунаҡтар йыйыла, кис ултырырға килеүсе ҡатындар ҙа күп булып сыҡты. Люциә менән йәшәгәндә Вәкил гармундың барлығын да онотоп бөткән ине. Ә хәҙер күптән йөрәге аҫтында ятҡан туң ташты алып ташлағандай булды. Йәш ваҡытта өйрәнгән көйҙәрен һуҙҙы ла һуҙҙы. Уға яңғырауыҡ тыуышы менән Мөнирә лә ҡушыла, ҡалғандар ҙә эләктереп ала. Ире киткәс, Люциә ғәрлегенән бер ултырып иланы. Унан, ике аҙналап уйланып йөрөгәс, үҙенә “смска”лар ебәрһә лә, быға тиклем яуапһыҙ ҡалдырған Шәфҡәтте ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тегенеһе, инеүгә, Люциәгә бер шәлкем розалар тотторҙо. Район үҙәгендә сәскәләр магазины бар уның. “Был көндөң киләсәгенә ышанмағайным да, әммә сабыр булһаң, теләгеңә ирешәһең икән”,--тип, Люциәне күтәреп әйләндерҙе ир. Ҡатындың күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Бына кем кәрәк икән бит уға. Бына уны кемдең ҡулдары иркәләргә-наҙларға тейеш булған икән...
Быға тиклем әллә ни уйламайынса, шулай яҙғандар инде тип, яҙмыш алдында баш эйеп йәшәгән дүрт йөрәк бер-береһен тапты. Үҙҙәре теләгәнсә йәшәй башланылар. “Бер үк оҙаҡҡа булһын был тормошом,”—ти Люциә Шәфҡәткә ҡарап. Шундай уҡ һүҙҙәрҙе Мөнирәләр өйөндә лә ҡабатлайҙар.
Г. Фәсхетдинова.