Әсәйҙең ыңғырашҡан тауышына һиҫкәнеп киттем. Тағын уның аяҡ осонда ултырған килеш йоҡлап киткәнмен. Тағы башы эҫе, йә Аллам, нишләргә, кемгә өндәшергә, ниндәй дарыу ҡаптырырға?! Эй. Хоҙайым, егерме өс йәшемдә шундай ҡыйынлыҡтар менән осраштырырһың тип кем уйлаған...
Бер аҙ йоҡлаһам, иртәгә әсәйҙе ҡарарға хәлем булыр ине, бер аҙ еңелерәк тә булыр ине. Тик бөгөнгө төн дә ыңғырашыуҙар менән уҙҙы. Ыңғырашмаҫ та ине әсәйем, һыҙлайҙыр шул тәндәре. Һуңғы арала кеше лә танымай башланы, һаташып яфаланды. Һаман: “Улым, балаҡайым”,--тип, ағайҙы эҙләне. Ағайым килер тип көттө. Ә ағайым, әсәй ауырый тип торманы, үҙ рәхәте өсөн генә йәшәне.
Беҙ ағайым менән бәләкәстән дуҫтар инек. Һыу буйында аяғым яраланһа, арҡаһына ултыртып алып ҡайта ине. Аҡыллы, кешелекле, ярҙамсыл, алтын ҡуллы ине минең Марат ағайым. Эх, хәҙер һағынып иҫкә алаһы ғына ҡалды ул миҙгелдәрҙе.
Бөтә әсәйҙәр ҙә улдарын нығыраҡ яраталыр, тип уйлайым мин. Беҙҙең әсәй ҙә ағайҙы нисектер нығыраҡ яратты. Улым, тип өҙөлөп кенә торҙо. Мине лә ҡыйырһытманы, ләкин ағайымды ныҡ иркәләтте. Көнләшеп әйтеүем түгел. Теләгән нәмәһен алып, һораған һайын аҡса биргәс, боҙолмай ҡайҙа барһын бала-саға. Үҫә төшкәс, ағайҙың тәртибе үҙгәрҙе. Ул әллә ниндәй кешеләр менән аралаша башланы. Өйҙә йоҡламаған саҡтары йышайҙы. Күпмелер ваҡыттан һуң өйҙән ҡиммәтле әйберҙәр юғала башланы. Сәбәбен яҙып тормаһам да аңлағанһығыҙҙыр...
Әлбиттә, туғаныңа ҡул һелтәмәйһең бит инде. Наркоманға әйләнгән ағайҙы ниндәй генә клиникаларға йөрөтмәнек. Ярҙамы теймәҫме тип, аҡса йәлләмәнек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай үҙгәрештәр булманы. Сирләп урынға ятҡан әсәйеңдең яҫтыҡ аҫтынан алтын балдаҡтарын, алҡаларын алып сығып китерлек булғас, башҡаһын һөйләп тораһы ла юҡ инде!
Ә әсәй һаман ағайҙы һораны. Һуңғы һулышына тиклем янында булған ҡыҙын ҡосаҡлап хушлашаһы урында, һаман Марат тип һаташты. Юҡ, ағайыма асыу һаҡламайым. Минең уға ярҙам иткем килә, һауыҡһын, кешесә йәшәһен, тип теләйем. Тик әсәйҙе ерләгәс тә аҡылға ултырманы ул. Асыу килгән ваҡытта: “Бер мөйөштә “передоз” менән ҡатһа, әсәйҙе ерләгән кеүек ерләп, бер ултырып илар инек, исмаһам”,-тип әйтеп ысҡындыра торғайным. Шулай тип әйтәм дә, үҙем нимә һөйләйем мин, тип аптырап ҡуям. Ул бит минең бер туған ағайым, тик яңылыш юлға баҫҡан. Ул һаман да шулай уҡ ярҙамсыл, кешелекле, аҡыллы Марат бит. Тик тормош һуҡмағында аҙашҡан, сығыр юл таба алмайынса интегеп кенә йөрөй.
Баштарын наркотик менән бәйләгән кешеләрҙең яҙмышы әкиәттәге һымаҡ үҙгәреп, яҡшы тамамланғанын хәтерләмәйем мин. Бәлки, быға ышанырға көсөм ҡалмағандыр. Бер ҡиммәтле дауахана тәҡдим иттеләр. “Унан барыһы ла терелеп сыға, яңы тормош башлап, гөрләтеп йәшәйҙәр,”—тигәс, ышанмай ҡайҙа бараһың. Туғандарҙан бурысҡа аҡса йыйҙым да, ағайымды шул дауаханаға алып барып һалдым. Төрмәләге кеүек һаҡсылар теҙелгән шундай дауахананан да сығып ҡасыу юлын тапҡан бит ағайым.
Атай әллә ҡасан ҡул һелтәгән инде ағайға. Ә минең уның өсөн һаман көрәшкем, уны айыҡ аҡылға баҫтырып, кеше иткем килде. Көсөмдән килгәндең барыһын да эшләнем. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙағы әкиәттәге һымаҡ матур булманы. Ағайым урлашып тотолдо. Был юлы уны кисереүсе булманы. Шулай итеп, төрмә юлын да тапарға тура килде миңә. Унда башта наркотиктарҙан айныған кеүек булғайны, Шатланып, тәмле ризыҡтар ташый башланым, ағайым бит, рәхәтләнеп ашаһын әйҙә.
Ярты йыл бик тиҙ уҙып китте. Ағайымдың төрмәнән сығыр ваҡыты ла етте. Дер ҡалтырап көтөп торҙом. Тәүге көндә үк элекке дуҫтарын эҙләп табып, яҡшылап байрам иткән. Беренсе көндө үк! Үҙ ҡарындашы менән ҡара-ҡаршы ултырып бер сынаяҡ сәй эсәһе урында, наркотик ҡаҙап, минутлыҡ ләззәт алыуҙы һайлаған.
Ағайым һаман да шулай урамда йә тғгын ҡайҙалыр юғалып йөрөй. Ҡайһы ваҡыт өйгә ҡайтып та етә алмай, ҡолап, төкөрөктәрен ағыҙып ята шунда. Өҫтөнән атлап үтеп китмәйем бит инде, күтәреп өйгә индереп һалам. Эҫе һурпа эсереп, булды, туҡтайым, үҙ-үҙемде ҡулға алам, тигән әкиәттәрен тыңлап ултырам.
Барыбыҙҙы ла ҡыҙғанам мин. Күктән беҙҙе күҙәтеп торған әсәйҙе лә, йәне һыҡрағанын күрһәтмәҫкә тырышҡан атайҙы ла, наркотиктан арына алмайынса эт типкеһендә йөрөгән ағайҙы ла, тормошомдо ағайымды ҡотҡарыуға бағышлап, үҙ ғаиләм тураһында онотоп ебәргән үҙем дә ҡыҙғаныс миңә...
Лилиә.