Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда күренекле сәнғәт эшмәкәре, башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, “Почет билдәһе” ордены кавалеры, бик күп республика, район хакимиәте Почет һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән оҫта гармунсы, һәләтле хореограф, “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тәүге етәксеһе Ришат Санъяровтың “Халҡым күңеле уның бейеүҙәрендә” исемле Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһенә үткәрелде.
Кисәлә уның яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға, иҫкә алырға Баймаҡ, Сибай ҡалаһынан мәҙәниәт, йәмәғәт вәкилдәре, уҡыусылары, арҙаҡлы ир уҙаманын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары, туғандары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Баймаҡ мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Йыһаншина, Темәс ауылы хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова, БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илшат Ситдыҡов, хеҙмәт ветерандары Рауил Йәнсурин. Зәйнитдин Тимербулатов, Фәрит Йосопов, уҡыусыһы, коллегаһы, республика “Байыҡ“ конкурсында гран – при призын яулаусы Әсҡәт Нурмөхәмәтов, шулай уҡ Сахи Хисмәтуллин, Фирүзә Исҡужина, Сибай ҡалаһынан Дилара Рафикова етәкселегендәге “Яҙгөл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һ.б. булды.
Хәтер кисәһен аят менән Ришат ағайҙың улы Динар Санъяров башлап ебәрҙе. Ришат Саньяров тураһында уҡыусылары, коллегалары яҡты иҫтәлектәрен һөйләне. Кисә бейеү, йырҙар менән үрелеп барҙы.
Сараға сағыу бейеүҙәре Иҙристән - Рәсимә Халиҡова, Күгиҙел ауылынан Азамат Нарынбаев етәкселегендәге ансамблдәр, Темәстән Илгизә Искужина, Баймаҡтан “Ирәндек” бейеү ансамбле, ”Ғилмияза” фольклор төркөмө ҡыҙҙары сығыш яһаны. Фәрит Йосопов, Фирүзә Исҡужина, Айгөл Урмантаева, Шамил Мәжитовтың сығыштары ла тамашасыны хайран итте.
Ришат Саньяров Темәс урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ сәнғәт – ағартыу техникумына уҡырға инә һәм ғүмере буйы ошо һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Ул Темәс ауылы мәҙәниәт клубында эшләгәндә ауылдың мәҙәни тормошо гөрләп торҙо һәм темәстәр район, республика, ил кимәлендә билдәлелек яуланы. Ошо ваҡытта Ришат Санъяров етәкселегендә данлыҡлы “Йондоҙ” бейеү, “Гармония” вокаль-инструменталь ансамбле, ҡурайсылар, ҡумыҙсылар ансамблдәре, үҙешмәкәр театр түңәрәктәре ойошторола. Темәс мәҙәниәте Ришат Саньяров етәкселегендә бар ерҙә дан ҡаҙана. Шундай ҙур ҡаҙаныштары өсөн ул Почет билдәһе ордены менән наградлана. 1971 – 1972 йылдарҙа “Һәүәнәк” совхозында эшләй. Тәүге көндәрҙән үк йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, бер генә концерт та уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Шаулап – гөрләп үткән байрам концерттарында Ришат Санъяров үҙен оҫта баянсы, бейеүсе итеп таныта. Етәкселәр йәш белгестең ойоштороу һәләтен күреп, Темәс ауылы мәҙәниәт йортона директор итеп ҡуя. “Йондоҙ” бейеү ансамбленә “Урал аша”, “Ҡурай”, “һунарсылар бейеүе”, “Бояр ҡыҙы”, “Ҡайтыу” тигән яңы бейеүҙәр һала. Үҙе инде
“Байыҡ”, “Йәшлек”, “Кәкүк”, “Оҙатыу”, “Өс туған”, “Перовский”, “Һунарсы егет” һ. б. бейеүҙәрҙе оҫта итеп башҡара һәм бик күп конкурстарҙа лауреат һәм еңеүсе булып таныла. 1982-1987 йылдарҙа Темәс “Йондоҙ” бейеү ансамбле Украинала Знаменск ҡалаһында бейеү ансамбле фестивалдәрендә ҡатнашып лауреат булып, Почет грамотаһы менән бүләкләнә һәм еңеүсе булып ҡайта. Анапа, Киев, Волгоград ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй донъя халыҡтары бейеүҙәре конкурстарында ҡатнашып “Йондоҙ” ансамбле 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.
Ришат Санъяров эшләгән осорҙа “Һәүәнәк” совхозының үҙешмәкәр сәнғәт артистары район һәм республикала алдынғылар рәтендә була һәм бик күп конкурстар еңеүселәре булып таныла.
1993 йылда “Йондоҙ” бейеү ансамбленә халыҡ исеме бирелә.
Ришат ағай һәр ваҡыт кешелекле-кеселекле булды. Шуға күрә тормоштоң ауыр мәлдәрендә гел халыҡҡа таянды. Ошо көндәрҙә Ришат Әхмәтзәкир улының арабыҙҙан китеүенә 25 йыл тулды. 2000 йылдың 3 ғинуарында меңәрләгән тамашасыһын хәсрәткә һалып, 47 йәшендә генә яҡты донья менән хушлашты ул. Ләкин бөгөн дә халыҡ уны һағына, иҫләй.
Ришат Әхмәтзәкир улына гүзәл йәшлек йылдарында үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен осратып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү бәхете тейә. Иңгә-иң терәшеп, көйөнөстәрҙән, һөйөнөстәрҙән туҡылған ғүмер йомғағын бергә һүтеп, Земфира Әхмәҙиә ҡыҙы менән ике малай үҫтерҙеләр, уҡыттылар һәм оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙерге ваҡытта ике ейәне, бер ейәнсәре, өс бүләсәре бар. Улдары икеһе лә атаһына оҡшап сәнғәтте ярата, йырҙар ижад итә, халыҡты үҙҙәренең матур йырҙары менән ҡыуандыра.
Бөгөн Ришат Әхмәтзәкир улын яҡташтары, бергә эшләгән иптәштәре, туғандары һағынып иҫләй икән, тимәк, уның юлы бөгөн дә дауам итә, билдәле шәхесебеҙ әле лә беҙҙең яныбыҙҙа. Уның мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҡалдырған яҡты эҙе һәр саҡ маяҡ булып ҡалыр.
Миңзәлә Әүәлбаева, Темәс ауылы китапханасыһы.