Район үҙәк дауаханаһы фельдшерҙары әленән-әле юғары уңыштары менән ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә Крепостный Йылайыр ауылында фельдшер булып эшләүсе Миңһылыу Тулыбаева БР Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Тәжрибәле медицина хеҙмәткәренең был өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы - 40 йыл.
М.Ғ.Тулыбаева 1958 йылда Ишбирҙе ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте, артабан Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлай. Бала саҡтан табип булырға хыялланған ҡыҙ, аттестат алғас, бер икеләнеүһеҙ документтарын Сибай медицина училищеһына тапшыра. Фельдшер һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом ала ул. Йәш белгес хеҙмәт юлын Ишбирҙе фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. 2013 йылда күрше Крепостной Йылайыр ауылына эшкә килә һәм бөгөнгә тиклем шунда уңышлы эшләй.
«Ауыл халҡы шул тиклем һәйбәт. Мине ситкә типмәнеләр, йылы ҡабул иттеләр. Ихлас ауыл халҡы менән эшләүе лә еңел Форсаттан файҙаланып, ауыл Советы депутаты Сергей Викторович Епифановҡа, Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Динар Радик улы Иҙелбаевҡа, Аҡморон участка дауаханаһы коллективына, район фельдшеры Нурзилә Уразбаеваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ниндәй генә һорау, ярҙам менән мөрәжәғәт итһәм дә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙалар.», - ти тәжрибәле фельдшер Миңһылыу Ғәлимйән ҡыҙы.
Уның ҡарамағында бөтәһе 103 кеше. Күбеһе - оло йәштәгеләр.
«Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ. Көн тимәй, төн тимәй, медицина ярҙамы күрһәтергә ашыға. Үҙе генә түгел, ҡулдары ла ипле. Юғары награда - уның хеҙмәтенә лайыҡлы баһа», - ти ауыл халҡы уны хөрмәтләп.
Беҙ ҙә Миңһылыу Ғәлимйән ҡыҙын сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ. Аҡ халатлы фәрештәгә артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.