Ныҡлы ғаилә - ил терәге. Ошондай исем аҫтында Түбә ауылы мәҙәниәт йортонда быйыл ғаилә юбилейҙарын билдәләүсе парҙарҙы тәбрикләү сараһы үтте. Унда 55 йыл бергә йәшәгән Нәжибә һәм Мөхәммәт Әбсәләмовтар, ҡулға-ҡул тотоноп тормош юлынан 45 йыл бергә атлаған Әнисә һәм Азат Мусиндар, Римма һәм Ғәли Ғибәҙәтовтар, Хәҙисә һәм Лоҡман Үлйәбаевтар, ғаилә тормошон теүәл 40 йыл элек башлап ебәргән Фәниә һәм Айрат Бакиевтар, Фәүзиә һәм Дамир Хоҙайғоловтар, Динә һәм Сергей Карповтар, Миңзәлә һәм Иван Марковтар, Мәрзиә һәм Григорий Марковтар, 35 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләүсе Миңзифа һәм Таһир Мөхәмәтйәновтар, Айһылыу һәм Илдус Әхмәтовтар, Илүзә һәм Нурислам Аблаевтар , Розалия һәм Исмәғил Әхмәтовтар саҡырылды. Байрамды ауыл китапханасыһы Гөлнур Дилмөхәмәтова менән мәҙәни ойоштороусы Зилә Үтәбаева алып барҙы.
Тантананы асыу өсөн һүҙ Түбә ауыл хакимиәте башлығы Әлфирә Хәлитоваға бирелде. Ул ҡунаҡтарҙы һәм тантана сәбәпселәрен матур, күркәм ғаилә байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
«Һеҙҙең кеүек матур ғаиләләр - ауыл терәге. Бөгөнгө сара ғаилә-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, уның ҡиммәтәрен күтәреүгә, абруйын арттырыуға ҡайтып ҡала. Бындай ғаиләләр йәштәр өсөн өлгө була, сөнки татыу, парлы йәшәүсе ғаиләләргә ҡарап, тормош юлын яңы бергә башлаған парҙар үрнәк ала, уларға оҡшарға тырыша. Барығыҙҙы ла ҡотлайым. Артабан да татыу, бәрәкәтле мул тормошта, балалар ҡыуанысында йәшәргә яҙһын», - тине ул тәбрикләү сығышында.
Иң беренсе сәхнә түренә зөбәржәт туйҙарын билдәләүсе Әбсәләмовтар саҡырылды.
Нәжибә Мазһар ҡыҙы менән Мөхәммәт Зиннәт улын ауылдаштары өлгөлө ғаилә булараҡ ихтирам итә. Улар икеһе лә ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған мәғариф ветерандары. Үҙҙәре кеүек тырыш, аҡыллы дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Мөхәммәт олатай сараға тормош иптәшенең дә, үҙенең дә йәш саҡтарҙағы фотоларын алып килгән ине. Уны түш кеҫәһенән ҡәҙерләп кенә сығарып, тамашасыларға, алып барыусыларға күрһәтте. «Бына, ҡалай ғына һылыу булғанбыҙ!» - тине ул йылмайып. Оҙаҡ йылдар терәк таяныс булып, тормош һуҡмағынан 55 йыл бергә атлаған Нәжибә Мазһар ҡыҙының фотоһына айырыуса яратыу менән баҡҡан олатайға ҡарап, бына ул ысын мөхәббәт, тип һоҡланып ҡуйҙым.
Сараға саҡырылған 45 йыл бергә йәшәүсе ике пар сәхнәлә үҙ-ара картуф әрсеп ярышты. Ғаилә башлығы картуфты әрсергә, хужабикә уны турарға тейеш ине. Азат Ҡорбанғәле улы менән Ғәли Мирза улы картуф әрсегәндә, уларҙы тормош юлдаштары матур һүҙҙәр менән дәртләндереп, хуплап торҙо.
«Икебеҙ ҙә Түбә ауылынан. 1980 йылда ғаилә ҡорҙоҡ. Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ беҙҙе ҡыуандырып, эйәле-башлы булып, үҙ аллы матур итеп йәшәйҙәр. Беҙгә ете ейән-ейәнсәр бүләк иттеләр. Ошо үҙе ҙур бәхет», - тине Римма Ғибәҙәтова. Эйе, Ғибәҙәтовтар ғаиләһе Түбә ауылының күркәм ғаиләләренең береһе. Ғәли Мирза улы 42 йыл «Һәүәнәк» совхозында механизатор булһа, Рима Мөрит ҡыҙы 20 йыл теген фабрикаһында эшләй. Улар оҙаҡ йылдар Ғәле ағайҙың ата-әсәһе менән бергә йәшәй, уларҙы һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙата. «Ҡәйнәм менән алты йыл, ә ҡайным менән 27 йыл бергә йәшәнек. Ул 100 йәшендә мәрхүм булды», - тине Римма Мөрит ҡыҙы. Ғаилә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Тегенсе булараҡ, Римма Ғибәҙәтова ирекмәндәр штабына 70-кә яҡын йылы толстовкалар тегеп тапшырған.
Артабан сәхнә түренә 40 йыл бергә йәшәүсе парҙар күтәрелде. 40 йыл бергә йәшәү - йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡ сағылышы. Был ваҡыт эсендә ғаиләлә һауыт-һаба ла шылтырамай тормағандыр. Әммә улар туй көнөндә бирешкән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡан. Марковтар, Карповтар, Хоҙайғоловтар, Баҡиевтар - ауылдың һоҡланғыс ғаиләләре. Алып барыусылар уларҙың оҫталығын тағы ла берҙе һынап ҡарау маҡсатында, шырпынан өй төҙөргә ҡушты. Һәр кем фантазияһын эшкә егеп, тиҙ арала шырпы бөртөктәренән матур, ҙур өйҙәр төҙөнө.
Рубин туйҙарын билдәләгән Фәүзиә менән Дамир Хоҙайғоловтар икеһе лә Түбә ауылынан. Бала саҡта бер урамда йәшәйҙәр, бер класта уҡыйҙар, бергә уйнап үҫәләр. 10 класта уҡығандарында йылдар дауамында һыналған дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелә. Йәш ҡыҙ үҫмер егетте әрмегә оҙата, көтөп ала. Дамир Азамат улы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, йәштәр ғаилә ҡора. Ике балаға ғүмер бүләк итәләр. «Татыу ғаилә сере нимәлә?» - тип һораным Фәүзиә Әхмәт ҡыҙынан. «Бер-береңде хөрмәт итеүҙә, тыңлай белеүҙә. Беҙ бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтешмәнек. Һәр эште кәңәшләшеп эшләйбеҙ, ике яҡ туғандарҙы ла тигеҙ күрәбеҙ», - тине Фәүзиә Хоҙайғолова.
Ғаилә тормошоноң мәрйен туйын, йәғни 35 йыллыҡ матур юбилейын билдәләүсе парҙар ҙа сара биҙәге булды.
«Һеҙҙең ғаиләлә кем баш?» - тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем Илдус Әхмәтовҡа. «Мин баш, тигән нәмә юҡ. Бер-беребеҙҙең фекеренә ҡолаҡ һалып, килешеп эшләйбеҙ. Бер-береңде еңәм, тип тартҡылашһаң, ғаилә лә тарҡалырға мөмкин. Аңлашып, бер-береңде ҡәҙерләп, һаҡлап йәшәр кәрәк», - тип бәхетле, татыу ғаилә сере менән бүлеште Илдус Ислам улы.
Сарала ҡатнашыусы барлыҡ парҙарға ла ауыл хакимиәте тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр һәм Дипломдар тапшырылды.
Кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Эйе, матур ғаилә - ил күрке, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Гөрләтеп донъя көткән, аҡыллы, матур балалар тәрбиәләгән, оло йәшкә тиклем йәшлек мөхәббәтәрен һүрелтмәй һаҡлаған, бер уйлы, бер һүҙле булған ғаилә парҙары күптәргә өлгө. Түбә ауылы ла тап шундай ғаиләләре менән бәхетле.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.