Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
13 Ноябрь 2025, 17:10

Маҡсатыбыҙ - тәүфиҡле балалар тәрбиәләү

Аллағыуатовтар 2014 йылда  бер туған ике ҡыҙҙы опекаға ала. Люциәгә ул ваҡытта өс йәш булһа, бәләкәй Дилбәр ни бары һигеҙ айлыҡ ҡына була. Бәләкәстәргә ата-әсә һөйөүен, наҙын бүләк итер өсөн Артур Әхәт улы менән Юлиә Шәфҡәт ҡыҙы бар тырышлығын һала.Кескәй Дилбәрҙең тәүге аҙымдарын, теле асылыуын, Люциәнең һәр нәмәне отоп алырға тырышып, яңылыҡҡа ынтылыуын, яңы ғаиләгә тиҙ генә ылығып китеүен ата-әсә әле лә йылы тәьҫораттар менән иҫкә ала. Матур ғаилә тураһында тулыраҡ сайтта:

21 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Бер төркөм бүләкләнеүселәр араһында Сосновка ауылында йәшәүсе Артур Аллағыуатов та бар ине.  Уға «Атай ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырылды. Был награда балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған ғаилә башлыҡтарына бирелә.

Аллағыуатовтарҙың ҡыҙҙарының төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеү яулауҙары тураһында интернет селтәре аша йыш уҡығаным бар ине. Ғаилә башлығының да миҙалға эйә булыуын ишеткәс, күркәм ғаилә менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы.

Артур Әхәт улы 1981 йылда Кәрешкә ауылында тыуа. 7 йәшендә әсәһе үлеп ҡалып, малайҙы Сосновка ауылында йәшәгән өләсәһе Менәүерә Шафиҡ ҡыҙы үҙ тәрбиәһенә ала. Бала саҡтан тырыш, маҡсатлы булып буй еткерә Артур. Урындағы мәктәпте тамамлағас, әрмегә алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Баймаҡта газ сервис йәмғиәтендә эш башлай. Унан һуң ете йыл Силәбе өлкәһендә комбайн ярҙамсыһы булып эшләй. Ә бөгөн Артур үҙмәшғүл булып теркәлгән.

Артур Аллағыуатовтың тормош иптәше Юлиә Шөгөрова ла Сосновка ауылынан. Улар бер урамда, хатта бер өй аша ғына күршеләр булып йәшәй. 2008 йылда ике йәш йөрәк ғаилә ҡора һәм ошо ауылда төпләнә.

Аллағыуатовтар 2014 йылда  бер туған ике ҡыҙҙы опекаға ала. Люциәгә ул ваҡытта өс йәш булһа, бәләкәй Дилбәр ни бары һигеҙ айлыҡ ҡына була. Бәләкәстәргә ата-әсә һөйөүен, наҙын бүләк итер өсөн Артур Әхәт улы менән Юлиә Шәфҡәт ҡыҙы бар тырышлығын һала.

Кескәй Дилбәрҙең тәүге аҙымдарын, теле асылыуын, Люциәнең һәр нәмәне отоп алырға тырышып, яңылыҡҡа ынтылыуын, яңы ғаиләгә тиҙ генә ылығып китеүен ата-әсә әле лә йылы тәьҫораттар менән иҫкә ала.

«Балаларҙы ҡарашыуҙа әсәйем Мәҡсүдә Нәбиулла ҡыҙы менән тормош иптәшем Артурҙың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. Люциә менән Дилбәрҙән башҡа улар ғаиләһендә өлкәнерәк йәштәге ике ҡыҙ бала була. Уларҙы ла матур бер ғаилә үҙ ҡанаты аҫтына алған. Бер туған дүрт ҡыҙ бер-береһен белеп үҫһен тип, ике ғаилә үҙ-ара аралашып йәшәйбеҙ», - тине оло йөрәкле әсә Юлиә Шәфҡәт ҡыҙы.

«Үҙем етемлек һурпаһын иртә татыным. Ғаиләлә лә бер генә бала булдым. Шуға күрә ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм ҡалған балалар яҙмышына битараф ҡала алмайым. Һәр бала атай-әсәй янында, тулы ғаиләлә  бәхетле үҫергә тейеш, тип уйлайым», - тине «Аталыҡ даны» миҙалына лайыҡ булыусы Артур Әхәт улы.

Аллағыуатовтар әле Иҫке Сибай ауылында өй һала. Люциә - 8-се, Дилбәр 6-сы класта уҡый, икеһе лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ата-әсә ҡыҙҙарының һәләттәрен һәр яҡлап үҫтерергә тырыша. Дилбәр бик зирәк, тырыш ҡыҙ. Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә әүәҫ.  «Урал батыр» эпосын икенсе кластан өйрәнә, район, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулай.  Хатта уны инглиз телендә башҡарыусылар район бәйгеһендә Гран-при яулай, яңыраҡ Силәбе өлкәһендә үткән «Урал гүзәле» конкурсында 1-се урын яулай.

Люциә бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Йыл миҙгелдәрен, йә булмаһа сәскә булһынмы, ҡоштармы аҡ ҡағыҙға бик оҫта итеп төшөрә ул. Үҙенең ижади эше менән конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә. Ул шулай уҡ театр түңәрәгенә йөрөй, фортепианола уйнай.  2022 йылда Баймаҡ лицей-интернатында «Һомай һылыуы» конкурсында Гран-при яулай.

Ғөмүмән, ғаиләнең, ҡыҙҙарҙың уңыштарын дәлилләгән Маҡтмау ҡағыҙҙарының, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ ине!

Аллағыуатовтарҙы ауылдаштары ла уңған, тырыш, сәләмәт тормош алып барыусы, матур балалар тәрбиәләүсе уңған ғаилә булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Улар үҙмәшғүл булараҡ теркәлеп, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ғаилә унға яҡын һыйыр малы аҫрай, йәйен күпләп ҡош-ҡорт көтә.

«Ауыл ерендә йәшәгәс, мал көтмәйенсә булмай. Һыйлы көнөң һыйырҙа, тиҙәр. Уның ағын әрәм итмәй, эш итергә тырышабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа үҙебеҙгә етерлек ризыҡ туплағандан һуң, артығын аҙна һайын баҙарға алып сығабыҙ. Иттән тыш, һөт, ҡаймаҡ, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек - барыһын да эш итеп һатабыҙ» - ти уңған хужабикә.

Маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы Аллағыуатовтар ауыл, район тормошонда ҡайнап йәшәй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ылау ебәреүҙә лә улар һәр саҡ үҙ өлөшөн индерә. Ғаилә шулай уҡ «Өмөт» клубы ағзалары ла. Улар төрлө хәйриә акцияларында ҡатнашып, ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итә. Балаларҙы яҡлау көнөндә, Яңы йыл һәм башҡа байрамдарҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

«Маҡсатыбыҙ - балаларыбыҙҙы тәүфиҡлы итеп тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен артабан үҫтереү, киләсәктә лә белем алырға ярҙам итеү, шулай уҡ яңы йортобоҙҙо төҙөп бөтөү һәм яңы нигеҙгә тағы ла балалар алып ҡайтыу», - тип изге маҡсаттары менән дә уртаҡлашты Сосновка ауылының өлгөлө ғаиләһе.

Бер уйлы, бер һүҙле булған Юлиә һәм Артур менән аралашыу  миндә был оло йөрәкле, изге күңелле һоҡланғыс парға - матур, күркәм ғаиләгә ҡарата тағы ла ихтирам һәм һоҡланыу уятты.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас