Бөгөн Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө билдәләнә. Был һөнәр - бөхтәлек, оҫталыҡ, түҙемлек талап иткән эштәрҙең береһе. Сөнки улар үҙе йә иһә ғаиләһе өсөн генә түгел, ә көнөнә йөҙәрләгән кешегә ашарға бешерә.
Районда дөйөм туҡланыу урындарында, ойошма-предприятие, учреждение ашханаларында үҙ эштәрен яратып башҡарған ашнаҡсылар эшләй. Шуларҙың береһе - ҡаланың «Күбәләк» балалар баҡсаһында эшләүсе Тәнзилә Әбйәлилова.
Ул был яуаплы вазифала 30 йыл дауамында кескәйҙәрҙе үҙенең тел йоторлоҡ тәмле аштары менән һөйөндөрә.
Т.М. Әбйәлилова 1967 йылда Сыңғыҙ ауылында Алһыу һәм Мөхтәсип Әбдрәшитовтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. 8-се класҡа тиклем урындағы мәктәптә белем ала, артабан 9-10-сы кластарҙы күрше Таулыҡай ауылында уҡый. Ҡулына аттестат алғас, Баймаҡ һөнәрселек училищеһында тегенсе, ашнаҡсы һөнәрҙәрен үҙләштерә.
«Һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек мин дә матур, зауыҡлы итеп тегергә, тәмле итеп бешерергә өйрәнергә теләнем. Шуға күрә уҡыуымды ошо йүнәлеш буйынса дауам иттем. Үкенмәйем, был һөнәрҙәр мине ғүмерем буйы оҙатып килә», - ти хәҙер инде тирә-яҡҡа оҫта ашнаҡсы булараҡ билдәле булған Тәнзилә Мөхтәсип ҡыҙы.
Хеҙмәт юлын Түбә ауылының теген фабрикаһында башлай ул. Был ваҡытта һылыу, аҡыллы, эшһөйәр ҡыҙға ошо ауылдың Нәзир атлы егете күҙ һалып та өлгөрә. Дуҫлыҡтарын бер аҙ һынағандан һуң йәштәр ғаилә ҡора һәм Баймаҡ ҡалаһына төпләнергә ҡарар итә. Ғаилә башлығы ПМК-ға, Тәнзилә Мөхтәсип ҡыҙы «Күбәләк» балалар баҡсаһына ашнаҡсы булып эшкә төшә һәм 1995 йылдан бөгөнгә тиклем үҙ эшен яратып, һөнәренең бөтә нескәлектәрен белеп, арымай-талмай хеҙмәт итә.
«Мин 1997 йылда бында тәрбиәсе булып эшкә килгәнемдә Тәнзилә Мөхтәсип ҡыҙы ашханала эшләп йөрөй ине. Ул - үҙ эшенең оҫтаһы, ашханабыҙҙың - йөҙөк ҡашы. Балалар баҡсаһына ҡырҙан мәртәбәле ҡунаҡтар килһә лә, аш-һыу әҙерләүҙе беҙ ышанып уға тапшырабыҙ. Тәнзилә Мөхтәсип ҡыҙының уңған ҡулдары бешергән ризыҡтары бик тәмле була, күҙҙәр теймәһен. Коллегабыҙ оҫта ашнаҡсы булыуҙан тыш, матур сифаттарға ла эйә. Аҡыллы, һәр саҡ аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә, изгелекле. Беҙ уға һоҡланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, шундай коллегабыҙ булыуына ҡыуанабыҙ», - тине «Күбәләк» балалар баҡсаһы етәксеһе Зөлфиә Әғзәмова.
Баҡсаға бөтәһе 220-гә яҡын ҡыҙ һәм малай йөрөй. Кескәйҙәргә көнөнә 4 тапҡыр ашатыу ойошторолған.
«Ашханала 6 кеше эшләйбеҙ. Коллектив татыу, һәр кем үҙ эшен белеп, яуаплы ҡарап башҡара. Бешергән аш-һыу балаларға оҡшаһын, тәмле, сифатлы булһын өсөн тырышабыҙ. Бынан тыш ул үҫеп килгән организм өсөн файҙалы ла булырға тейеш. Кескәйҙәрҙең яратып ашауҙарын күреп, күңел күтәрелә», - тип мөләйем йылмайҙы Тәнзилә Әбйәлилова.
«Балалар баҡсаһында беҙгә бик оҡшай. Уйнайбыҙ, һүрәт төшөрәбеҙ. Ашханала төрлө тәмле-тәмле бутҡалар ашайбыҙ. Ашнаҡсы апайҙарға ҙур рәхмәт», - тине «Йәйғор» төркөмөнән Ильяс Фазлиәхмәтов. «Тиктормаҫтар» төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Элина Мифтахетдинова ла изге һөнәр эйәләренә булған һоҡланыуын йәшерә алманы.
«Беҙ ашнаҡсы апайҙарҙы яратабыҙ. Улар беҙ асыҡмаһын тип, йүгереп йөрөп бешеренә. Төрләндереп ашаталар. Беҙ ҙә ҙурайғас улар кеүек егәрле, оҫта булырға теләйбеҙ», - тине ул.
Эйе, Тәнзилә Мөхтәсип ҡыҙы - ысын мәғәнәһендә уңған хужабикә. Уның өлгөрлөгөнә, сослоғона хайран ҡалаһың! Төп эшенән тыш, ул күптәрҙең һорауы буйынса ҡунаҡтарға, туйҙарға бәлеш, торт, сәк-сәктәр бешерергә, салаттар эшләргә лә ваҡыт таба.
«Аш-һыу әҙерләү - иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Ашнаҡсы эше мине арытмай, ә күңелемә ял бирә», - ти ул. Белгән өйрәтә, белмәгән - өйрәнә, тиҙәр. Балалар баҡсаһына практикаға килгән ҡыҙҙарҙы ла, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынжда ашнаҡсы һөнәре буйынса белем алыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә лә ваҡытын йәлләмәй Тәнзилә ханым. Үҙе белгәнде башҡалар менән дә уртаҡлаша.
Т.М. Әбйәлилова эшендә ихтирамлы, хөрмәткә лайыҡ коллега, тәрбиәләнеүсе кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн - яратҡан ашнаҡсы, тормош иптәшенә яғымлы ҡатын, балаларына ғәзиз әсәй ҙә, ейән-ейәнсәренә һөйөклө ҡәртәсәй. Ул Нәзир Нурмөхәмәт улы улы менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Нәзиф вахта ысулы менән ҡырҙа, Рәзиф ҡойоу-механика заводында эшләй. Ҡыҙҙары Миңзәлә - ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, бокс спорт төрө буйынса тренер ҙа. Уларҙың барыһы ла ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәй, балалар үҫтерә.
Ашҡынып барыр эшең, һағынып ҡайтыр өйөң, ғаиләң булыу - ҙур бәхет, ти мәҡәләм геройы.
Тәнзилә Мөхтәсип ҡыҙы үҙ һөнәренә тоғро ҡалғаны, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау грамоталары менән наградлана. «Ә шулай ҙа балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аштарығыҙ тәмле булды, бик ҙур рәхмәт, тигән һүҙҙәре - эшем өсөн иң юғары баһа», - ти ул бәхетле йылмайып.
Эйе, ашнаҡсы иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Егәрлелек һәм яуаплылыҡ талап иткән был һөнәр бер ваҡытта ла үҙ баһаһын юғалтмай. Беҙ ҙә ашнаҡсыларҙы байрамдары менән ҡотлап, тәнегеҙ - һыҙлау, ҡулдарығыҙ - арыу белмәһен, тибеҙ. Тәмле-татлы аштарығыҙ менән барыһын да ҡыуандырып, эшләргә һәм йәшәргә яҙһын һеҙгә!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.