Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
18 Сентябрь 2025, 22:00

Үҙеңә бурысыңды түлә

– Өсөнсө шартым: ятып йоҡлап ал. Ял ит! Хәҙер ғәйепле булыу тойғоһо һинең намыҫың менән уйнай башлар. Ныҡ бул!   

Арыған ҡатын тураһында хикмәтле хикәйәт

 йәки

Үҙеңә бурысыңды түлә 

Был хикәйәт 45 йәшендә үҙ тормошон үҙгәрткән ҡатын тураһында булыр

 

Йәшәгән, ти, бик ныҡ арыған ҡатын. Һәр иртә ул аяғын саҡ һөйрәп йоҡонан торған. Кистәрен ул бик ныҡ арып йоҡлап киткән. Уның иң ҙур хыялы – бер туйғансы йоҡлау булған. Ошолай ул әйле-көйлө йөрөп, 45 йәшенә барып еткән. 

Был хәл йәйге эҫе көндәрҙең береһендә була. Быны уйламағанда күләгәһе ташлап китә башлай. Хәлһеҙлектән өҫтәлгә башын һалған ҡатын инәлеп күләгәһенә баға: 

– Тик бөгөн түгел! Был эшемде минән башҡа бер кем дә башҡара алмай. Зинһар, кире ҡайт, – ти ул ялбарыулы тауыш менән. 

– «Бөгөн башҡара торған эште иртәнгегә ҡалдырмаҫ» өсөнмө? Әллә «кем эшләмәй, шул ашамай»мы? – тине лә күләгәһе алыҫлаша башланы. 

– Юҡ, юҡ! Китмә, зинһар! Һигең менән бергә минең хәлем дә китә бит! 

– Эйе, шулай. Мин бит һинең көс-ҡеүәтеңдең һаҡсыһы. Тик минең дә һиңә ярҙам итерлек хәлем ҡалманы. Ниңә былай килеп сыҡҡанын беләһеңме? Яҡшылап уйлап ҡара әле! 

– Зинһар, ярҙам ит! 

Күләгә бер аҙ уйлап ала ла ризалаша. 

– Тик минең шартым бар, – тип һүҙ башлай. – Дөрөҫөрәге, өс шартым. Үтәргә ризаһыңмы? 

– Эйе, мин риза. 

– Тәүгеһе. Яурыныңды, иңдәреңде бер һелкетеп ал. Ауырмы? 

– Ауыр, – тип арыған ҡатын башын һелкте. 

– Улайһа, кеше йөгөн алып ташла! Үҙҙәренекен үҙҙәре тартһын. 

– … 

– Ата-әсәйеңә, бөтмәҫ әхирәттәреңә, иреңә үҙ йөктәрен тапшыр. Сәғәттәр буйы уларҙы тыңлағансы ял ит. 

Был ҡатынға быны үтәү ныҡ ҡыйын булды. Ысынлап та, күпме генә ата-әсәһенең, иренең проблемаларын хәл итергә тырышмаһын – һис кенә лә еңеллек килгәне юҡ шул. 

Арыған ҡатын күҙҙәрен йомдо. Етте, бынан башҡа һәр кем үҙ проблемаһын үҙе хәл итһен. Ошолайтып уйлап та өлгөрмәне, бер-бер артлы телефон шылтыраны. Был уның яҡындары ине. 

Ҡурҡып ҡына ул күләгәһенә текләне: 

– Нимә эшләйем икән? «Юҡ» тип әйтеп булмай бит! 

– Йәшәгең килһә, әйтерһең! 

Башын һелкеп, ризалыҡ белдереүҙән башҡа сара ҡалманы. 

Әхирәте менән һөйләшеү ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Тегенеһе инәлә, быныһы аҡланып маташа. 

Шул саҡ күләгә янына килеп: 

– Аҡланыу – насар ғәҙәт. Юҡ, тиең. 

Ҡатын ҡәтғи тауыш менән телефонын һалып ҡуйҙы. Башҡалар менән дә һөйләшеүҙәр ошо юҫыҡта булды. 

– Өсөнсө шартым: ятып йоҡлап ал. Ял ит! Хәҙер ғәйепле булыу тойғоһо һинең намыҫың менән уйнай башлар. Ныҡ бул! 

Ҡатынға башындағы ҡырҡ уйҙы еңеүе еңел булманы. Шулай ҙа ул рәхәтләнеп ял итә алды. 

Һеҙ, хөрмәтле уҡыусыларым, ял итә беләһегеҙме? 

Бәхетле булығыҙ! 

 

Нина Сумирэ.

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

 

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас