Йолалының йолалы ҡыҙы
Ҡайһы бер кешеләр менән бер тапҡыр ғына күрешеүең етә, шунда уҡ был осрашыу күҙгә күренмәҫлек йылы ептәр менән һине уға бәйләптә ҡуя. Әхмәр ауылында йәшәүсе Ғәйникамал апай Мәҡсүтова менән дә тап шулай булды. Тиҙҙән беҙ уның менән телефон аша йыш аралаша башланыҡ. Һәр һүҙен үлсәп кенә һөйләүе, ипле булыуы менән ул айырылып тора.
Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы Мәҡсүтова 1950 йылдың 10 авгусында Йолалы ауылында донъяға килгән. Атаһы урындағы рудникта эшләй, ә әсәһе донъя һәм балалар көтөп өйҙә ултыра. Ғәйникамал беренсе класҡа 1957 йылда урындағы башланғыс мәктәпкә бара. Ә 1959 йылда ғаиләһе Баймаҡҡа күсергә ҡарар итә. Ҡыҙсыҡ уҡыуын ҡаланың 1-се мәктәбендә дауам итә.
1967 йылда урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Өфөнөң уҡытыусылар әҙерләү курсына уҡырға инә. Был осорҙа математика уҡытыусыларына ҡытлыҡ була. Шуға ла ул курсты тамамлап, математика һәм физика уҡытыусыһы булып районға ҡайта. Йәш белгес хеҙмәт юлын Ҡаратал һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. Бер йылдан һуң Һаҡмар ауылына күсерәләр. 1971 йылда Әхмәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшен дауам итә. Бында Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы йәштәр өсөн сәйәси дәрестәр үткәрә. 1973 йылда әүҙем комсомолка “Ирәндек” совхозының комсомол һәм партия комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, ә уның комсомол билеты “Мәңгелек һаҡлау” архивына алына.
Математика фәнен 25 йыл дауамында уҡыусыларға өйрәтеү осоронда Ғәйникамал Мәҡсүтова ярайһы ғына уңыштарға өлгәшә. Уның уҡыусылары район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар, һәр төрлө конкурстарҙа еңеп сығалар. Тәжрибәле уҡытыусы үҙе профсоюз ағзаһы һәм теүәл фәндәр уҡытыу буйынса методик берекмәнең етәксеһе була. Шул йылдарҙа намыҫлы хеҙмәте өсөн ул мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары һәм бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Әммә ниндәй генә юғары наградалар булмаһын, уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа – ул уҡыусыларының рәхмәте һәм уңыштары. Ғ.Ғ. Мәҡсүтованың бер нисә уҡыусыһы, атап әйткәндә, Шәрифйән Харрасов, Азамат Мәтинов, Сәғит Иҙрисов, Зимфира Ҡурпасова, Әсҡәт Ҡадыров, Шәфҡәт Ғайсин, Ләйсән Айытбаева, Земфира Мәҡсүтовалар математика уҡытыусы һөнәрен һайланы.
Төп эшен намыҫлы башҡарыу менән бер рәттән, Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Игенселәр, һауынсылар, көтөүселәр араһында сәйәси уҡыуҙар алып бара, һайлау компанияларын үткәреүҙә үҙенең тос өлөшөн индерә. Ауылда төрлө мәҙәни саралар үткәреүҙә ҡатнаша, спектакль ҡуйып, ауылдарға гастролдәргә алып сыға. Һабантуй байрамдарынан да ситтә ҡалмай. 1990 йылда район һабантуйында милли ризыҡтар әҙерләү конкурсында дәрәжәле Дипломға лайыҡ булды. Тирмә биҙәү, ҡорама ҡорау, милли йолаларҙы тергеҙеү өҫтөндә ҙур эш алып барҙы. Оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.
90-сы йылдар башында районыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы булдырылғас, ауылда ла тап шундай ойошма үҙ эшен башланы. Уның рәйесе итеп тап Ғәйникамал Мәҡсүтова һайлап ҡуйыла. Тәүгеләрҙән булып “Иман нуры”, “Шәжәрә”, “Ураҙа” байрамдары үткәреп, районыбыҙҙың “Атайсал” клубының күп һанлы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Тиҫтәләрсә йылдар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булып эшләгән осоронда ниндәй генә юбилей саралары, хәтер кисәләре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар үткәрелмәне! Ишле һәм ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн күп көс һалынды. Ғәйникамал апайҙың лайыҡлы хеҙмәте район, ауыл биләмәләренең “Мәрхәмәтлелектең юҡ сиге” номинацияһы буйынса Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде
Әхмәр ауылында күмәк көс менән 2003 йылда мәсет асылды. Бында ла Ғәйникамал апайҙың өлөшө ҙур булды.
2015 йылда “Көньяҡ Уралда туризмдың үҫеше, хәҙерге торошо, проблемалары һәм перспективалары” темаһына арналған I Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Бында Ғ.Ғ. Мәҡсүтоваға ла ҡатнашырға насип була. Ул башҡорт халҡының йолалары, көн-күреше менән таныштырып, дарыу үләндәренән күргәҙмә эшләп, халыҡ медицинаһының үҙенсәлектәрен күрһәтте. Әүҙем ҡатнашҡан өсөн “Халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы” исеменә лайыҡ булды.
Һуңғы осорҙа ул ауылдағы “Ағинәй” берекмәһен етәкләй. Онотолоп барған йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, йәш быуынға еткереү маҡсатында төрлө осрашыуҙар, кисәләр, һәр төрлө асыҡ дәрестәр үткәрәләр. Улар араһындағы “Шәл бәйләү”, “Янсыҡ тегеү”, “Йөн иләү”, “Талҡан тартыу”, “Йүрмә”, “Ҡаҙы тултырыу” тип аталған оҫталыҡ дәрестәре йәш быуын тарафынан юғары баһаланды. Шулай уҡ ағинәйҙәр Ғата Сөләймәновтың юбилейына арналған “Ҡурай” байрамы, “Үлемһеҙ полк” акцияларын һәм башҡа бик күп саралар үткәреүгә тос өлөш индерәләр. Сәскәләр байрамдары йыл да бик уңышлы үтә. Ағинәйҙәр “Һаҡмар” гәзите менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Матбуғат кампанияһы барышында улар әүҙем яҙылалар, гәзитебеҙ биттәрендә лә уларҙың башҡарған эштәре тураһында йыш ҡына баҫылып сыға. Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙының был тармаҡтағы намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк ойошмаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Бер нисә йыл рәттән ауылыбыҙ халҡы менән берлектә “Сәләмәт ауыл”, “Сылтыр шишмә” конкурстатарында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булдылар.
Ағинәйҙәр шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә йөн ойоҡбаштар бәйләп, москит сеткалары үреп, носилкалар тегеп даими ебәреп торалар. Был эштәрен дә район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты тарафынан Маҡтау грамотаһы менән баһаланды.
Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәй. Һәр төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған быуындар бәйләнеше шиғри һәм “Ауылым остазы” район конкурстарында дипломға лайыҡ булды.
Шулай итеп, Әхмәр ауылында 50 йыл йәшәү дәүерендә, ауылды үҫтереүгә, милли йолаларҙы тергеҙеп, йәш быуынға еткереү өсөн күп көс һала. Тырыш хеҙмәте “Ағинәйҙәр” ойошмаһының ”Милләт әсәһе” номинацияһындағы Почет грамотаһы менән баһаланды.
Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы шәхси тормошонан да уңды. Ул 1975 йылда Әхмәр ауылы егете Мәҡсүтов Фәрит Ғәзизйән улы менән ғаилә ҡора. Улар бергә-бергә өс ул һәм бер ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итә. Балаларына лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына оҙаталар. Әле уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын табып, башлы-күҙле булып, матур итеп ғүмер итә. Балаларының өлгөлө әсәһе, ҡәйнәһе, ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан ҡартәсәһе, өлкән ҡәйнәһе бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләренә ҡыуанып, һәр көндән йәм табып ғүмер итә, доғаларын уҡып ултыра.
Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы йыш ҡына бөйөк мәғрифәтсе, мәшһүр дин әһеле Риза Фәхретдиновтың һүҙҙәре менән “Кешенең иң бәхетле мәле – башҡаларға изгелек эшләү сәғәттәре”, тип ҡабатларға ярата. Изгелектәр эшләп, тормошон биҙәп йәшәгән ағинәй 10 август көнө үҙенең 75 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан беҙ уны ҡотлап, иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Киләсәк тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, ғаилә тигеҙлеге, оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Гел шулай ябай һәм кешелекле, оло йәнле, изге күңелле булып ҡалығыҙ. Янығыҙҙа тик изге күңелле яҡындарығыҙ ғына булһын.
Эльмира Кейекҡужина.