- Алло, был редакциямы?
- Эйе, һеҙҙе «Һаҡмар» гәзите хәбәрселәре тыңлай.
- Беҙҙең ауылда бик шәп баҡса үҫтергән ғаилә бар. Улар тураһында гәзиткә яҙа алмаҫһығыҙмы икән, тине теге остағы ханым һәм уңған ауылдаштарының исем, фамилияһы һәм улар тураһында бер-ике һүҙ әйтте лә, ҡалғанын барып күрерһегеҙ, тип матур итеп һаубуллашып, трубканы һалды...
Мәҡәләм геройҙары йәшәгән йорт минең иғтибарҙы әллә ҡайҙан үҙенә тартты. Беренсе Этҡол менән Ғәҙелбай ауылдары уртаһында урман ситендә йәм-йәшел мөһабәт ағастарға һыйынып ҡына ултыра ул.
Әнисә һәм Мөҙәрис Әбелғазиндарҙың ихатаһына аяҡ баҫыу менән үҙемде әкиәт донъяһында һымаҡ хис иттем. Тырыш ғаиләнең ҙур баҡсаһында бер генә буш урын юҡ ине! Ундағы аллы-гөллө сәскәләрҙән, уларҙың күплегенән хайран ҡалдым: тайдал, флокс, гортензия, ромашка, астильба, дельфиниум, петунияның һәр төрө.... Әнисә Ғәйнислам ҡыҙы һәр сәскәнең исеме, үҙенсәлектәре менән яҡындан таныштырып, тамаша ҡылдырҙы. Быныһы бер йыллыҡ, тегенеһе күп йыллыҡ. Былары көҙ еткәс тәүҙән һулый, тегеләре ҡар яуғансы ултыра....
Сәскәләрҙе уратып, төрлө емеш ағастары үҫә ине. Дүрт төрлө алма биргән алты төп алмағас, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, сейә, ҡыҙыл муйыл, өс төрлө слива, абрикос, балан да уңған хужаларҙы мул уңышы менән һөйөндөргән. Хужабикә уларҙан йыл әйләнәһенә етерлек компоттар, ҡайнатмалар, повидлолар әҙерләй. Емештәрҙән иң яратып әҙерләгән ризыҡ рецебы менән уртаҡлашып үтмәҫһегеҙ микән, тип һораным баҡсасынан. «Ҡаҡ. Тәмле лә, витаминдарға ла бай, эшләүе лә, еңел», - тип йылмайҙы ул. - Еләкте йәиһә башҡа емеште ит турағыс аша үткәрәм дә, таҡтаға йәбешмәһен өсөн майлап, әҙер массаны йәйеп, киптергә ҡуям. Боҙолмай ғына һаҡлана. Ҡышҡыһын йәмле йәйҙе иҫкә төшөрөп, тәмләп ашайбыҙ».
Баҡсалағы сәйәхәттән һуң өйгә үтәбеҙ. Ә унда мине тағы ла сюрприз көтә ине. Ҡотло йортта шаулап үҫкән гөлдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Минең уйымды уҡығандай, хужабикә һүҙ башланы. «Гөлдәр һаны 100 -гә яҡын. Урамда сәскәләремде, өйҙә гөлдәремде бәпәй һымаҡ наҙлап үҫтерәм. Улар менән һөйләшәм, тәрбиәләргә яратам. Күбәйеп киткәндәрен яҡындарыма бүләк итәм, йәки шәхси магазиныбыҙға һатыуға ултыртам. Баҡса үҫтереүҙе мин үҙем генә алып бармайым. Бында тормош иптәшемдең һәм балаларымдың да өлөшө ҙур. Түтәл ҡаҙыу, емеш-еләк сәсеү, һыу ҡойоу, уларҙы тәрбиәләү, ашлама һибеүҙе бергәләп башҡарабыҙ», - тине ул йылмайып. Эйе, берҙәмлектә - көс, тиҙәр. Донъя йөгөн бергә тартҡанда ғына ул алға китә. Был ғаилә парҙары ла тап шундайҙарҙан.
Әнисә һәм Мөҙәрис Әбелғазиндар икеһе лә Беренсе Этҡол ауылынан. Һылыу ҡыҙ менән батыр егет 1989 йылда ғаилә ҡора. Ике балаға - бер улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә уңған, тырыш, маҡсатлы итеп тәрбиәләй ата-әсә. Улдары Нияз әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, «Юлдаш» радиоһында тауыш режиссеры булып эшләй. Тормош юлдашы Гөлназ менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Гөлнәрисә Беренсе Этҡол ауылындағы Әбелғазиндар ғаиләһенең шәхси магазинында ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы.
«2021 йылда үҙебеҙҙең сауҙа нөктәһен булдырҙыҡ. Ауылдаштарҙы аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин итәбеҙ. Тауарҙарҙы һатып алғанда ҡулланыусылар кәңәшенә иғтибар итеп, улар һораған нәмәләрҙе алып килергә тырышабыҙ»,- тине Әнисә Ғәйнислам ҡыҙы.
Әйткәндәй, Әбелғазиндар ғаиләһе ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ғаилә башлығы ир-егеттәр ҡоро рәйесе лә.
«Ауылда Мөҙәрис Фәйзулла улы етәкселегендәге ир-егеттәр ҡоро бик уңышлы эшләй. Улар йыл дауамында һәр төрлө мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында, ауылды төҙөкләндереүҙә, сүп-сарҙан таҙартыуҙа әүҙемлек күрһәтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләү, уны алып барып тапшырыуҙа Мөҙәрис Фәйзулла улының роле баһалап бөткөһөҙ. Ул шулай уҡ былтыр яҙғыһын һыу баҫыуҙан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылы халҡына гуманитар ылыу алып барыуҙы ла үҙ өҫтөнә алды. Шундай ҡор рәйесе булыуына шатмын», - тине ауыл биләмәһе башлығы Шамил Мәхмүтов.
Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр. Был әйтем Әнисә Ғәйнислам ҡыҙына ла тап килә. Баҡсасылыҡтан тыш, ул ҡул эштәре менән дә булышырға ярата. Был шөғөл уға һөйөклө әсәһенән күскән. Уның күңел йылыһы һалып, күҙ нурҙары түгеп бәйләгән еңле һәм еңһеҙ кофталары, кардиган, шәлдәр, төрлө бирсәткәләр, бейәләй, ойоҡбаштар күҙҙең яуын ала. «Барлыҡ яратҡан шөғөлдәрем күңелемә ял бирә», - ти уңған хужабикә. Әнисә ханым мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Гөлнәзирә» ансамбле ағзаһы ла. Улар ауыл тормошонда, мәктәптә үткән үткән һәр мәҙәни сараның матур бер биҙәге.
Ауыл ерендә гөрләтеп йәшәгән, баҡсасылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, шәхси магазин тотҡан, өлгөлө, тырыш, уңған ғаилә миндә тик һоҡланыу тойғоһо уятты. Ошондай ғаиләләр күберәк булһа ине, тигән теләк менән Әбелғазиндар йортонан рух, илһам алып, ҡайтыу яғына ыңғайланым...
Альбина Байегетова.