Бөгөн теш техниктары һөнәри байрамын билдәләй. Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында барлығы өс теш технигы эшләй. Шуларҙың береһе – Ирина Викторовна Байғотлина. Мәҡәләм геройы менән танышыу маҡсатында уның йортона барғанда, мине тупһанан һары сәсле, күк күҙле, урта йәштәрҙәге ханым ҡаршы алды. Ирина Викторовна рус ғаиләһендә үҫһә лә, башҡортса тап-таҙа һөйләшә.
«Үҙ һөнәремде бик ныҡ яратам. Был юлды һайлағаныма бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы», – тип башланы ул һүҙен.
Был һүҙҙәр миңә әңгәмәсемә булған ихтирам һәм хөрмәтте йәнә уятты. Сөнки теш техниктары эше еңелдәрҙән түгел. Ни өсөн ул тап ошо һөнәрҙе һайлаған? Әй-ҙәгеҙ, мәҡәләне уның бала сағынан башлайыҡ.
Ирина Байғотлина 1969 йылда Йылайыр районы Матрай ауылында Ольга һәм Виктор Сатюковтар ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан шуҡ, ҡыҙыҡһыныусан була. Ғаилә бер нисә йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылына күсә. Ирина Викторовнаның балалыҡ әхирәтенең әсәһе теш врачы була. Ҡыҙҙар был урынға йыш йөрөй. «Теш табиптарының эшен күҙәткәндән һуң, миндә киләсәктә үҙемде ошо һөнәргә бәйләү теләге бөрөләнде», – ти ул.
Үҫмер ҡыҙ Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, белем артынан баш ҡалаға юллана. Ике йыл дауамында Өфө медицина колледжында теш технигы һөнәренең асылына төшөнә, нескәлектәрен өйрәнә. Практикала тәжрибә туплап, ҡулына диплом ала. 1988 йылда йүнәлтмә буйынса Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә ебәрелә. Йәш белгес яңы мөхиттә ең һыҙғанып эшкә тотона. Буласаҡ тормош иптәше Фәнил Рәғип улын да ошо ҡалала осрата ул. Йәштәр танышып, дуҫлаша. Әммә күпмелер ваҡыттан Ирина Викторовна эш урынын алмаштыра – хеҙмәт юлын Нягань ҡалаһында дауам итә.
«Ләкин Баймаҡ ере мине үҙенә йәнә тартты. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң, Баймаҡ район дауаханаһына кире килдем, дөрөҫөрәге, мөхәббәт мине еңде», – тине ул йылмайып. Фәнил Рәғип улы менән алты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр ғаилә ҡора. Ирина Викторовна, эшләп йөрөү менән бер рәттән, ситтән тороп Сибай институтының биология факультетына уҡырға инә. «Бәлки, киләсәктә кәрәгер, тип биолог-эколог һөнәрен дә үҙләштергәйнем. Әммә теш технигы күңелемә иң ятҡаны булып сыҡты», – тине ул.
Эйе, Ирина Байғотлинаның хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын. Ошо йылдар эсендә ул эшләгән коронка һәм протездарҙың иҫәбе-һаны юҡ!
Теш техниктары эше үтә иғтибарлы булыуҙы талап итә. Сөнки протез ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән халыҡтың теләген ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Йәғни пациент өсөн эшләнгән сисмәле, йә нығытылған протездар уңайлы булырға тейеш. Тештәр, башҡа органдар кеүек үк, кешегә бик кәрәк. Ул бит тик матурлыҡ өсөн ҡуйылмай. Ә уның менән кеше аҙыҡты сәйнәй алырға тейеш. Был эш бер көндә генә эшләнелмәй. Иң беренсе теш табибы ҡарай. Протез ҡуйыр өсөн теш технигы янына 5-6 тапҡыр барырға тура килә. Протездың теш ҡаҙналығына ултырыу-ултырмауын билдәләргә, уны бер нисә тапҡыр ҡарарға кәрәк. Үтә иғтибарлыҡты, үҙ һөнәрең нескәлектәрен яҡшы белеү кәрәк. Сөнки ауыҙҙағы һәр бер теш үҙенсә һәм миллиметрға ҡәҙәр дөрөҫ кенә үҙ урынын алырға тейеш. Уны берәмләп пластмасҡа ултыртҡас, күп тапҡыр станокта тигеҙләргә кәрәк. Протездар ауыҙҙа бер теш тә булмағанда һалына торған һәм теш булмаған урынға ғына кейҙереп ҡуйыла торған ике төргә бүленә. Коронка материалын пациент үҙе һайлай. Кемдер металл керамика-
һын, кемдер пластмасты һайлаһа, бәғзеләр керамика менән алтынға өҫтөнлөк бирә. Теш технигының эше функциональ һәм эстетик булырға тейеш. Сөнки яһалма тешкә өйрәнеп, уны үҙ итеү тап теш техниктарынан тора.
«Протез яһарға оҫталыҡ кәрәк. Уҡып бөтөп килеү менән беренсе тапҡырҙан уҡ пациенттың теш ҡаҙнаһына
тап килеп кенә торған протез эшләнең түгел. Тәжрибә айҙар, йылдар дауамында килә. Сабырлыҡ һәм бармаҡ оҫталығы кәрәк. Эшемде яратып башҡарыуым бер, әммә кешеләрҙең күпмелер ваҡыттан һинең янға килеп, ихлас күңелдән рәхмәт еткереүҙәре – беҙҙең эшкә иң ҙур баһа, – тине был өлкәлә бик күп йылдар тәжрибәһе булған белгес. – Бала саҡтан тештәрҙе һаҡларға кәрәк. Иң беренсе сиратта, ата-әсәләр сабыйҙарын гигиена талап-тарын теүәл үтәргә өйрәтһен, тештәрҙе иртәле-кисле таҙартырға кәрәк».
Ғаиләһе менән дә бәхетле Ирина Викторовна. Тормош иптәше Фәнил Рәғип улы менән 1995 йылда ғаилә ҡоралар. Игеҙәк ҡыҙҙар – Кристина һәм Валерияға ғүмер бүләк итә улар. Кристина әлеге ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында, Валерия Өфөлә йәшәй. Икеһе лә ғаиләле. Ата-әсәләрен ҡыуандырып, матур итеп йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр.
Ирина Викторовна эшендә яуаплы хеҙмәткәр булһа, өйөндә уңған хужабикә. Бешеренеү һәм баҡсасылыҡ уның яратҡан шөғөлдәренең береһе. Байғотлиндарҙың ихатаһына барып инеү менән аллы-гөллө сәскәләр күҙ яуын ала. Ә баҡсалағы емеш ағас-тарының, йәшелсәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ! Ихлас, оҫта ханым уларҙың һәр береһен күрһәтеп, матур итеп һөйләп сыҡты.
Бына шулай һәр яҡтан да өлгөр ул Ирина Викторовна. Ошо күркәм сифаттарығыҙ
бер ваҡытта ла ташламаһын! Һеҙгә һәм коллегаларығыҙға еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәм оло хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Альбина Байегетова.