Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
24 Апрель 2025, 06:17

Рух һәм намыҫ көслө итә ирҙәрҙең аҫылдарын...

Был көндө Билал ауылында ысын мәғәнәһендә моң байрамы үтте. Вилүр Мәүлитовтың ижадына йәнә байҡау яһалды, дан йырланды, бәйге яңы исемдәр асты. Саранан һәр кем рухи аҙыҡ алып, конкурсты үткәреүгә күп көс һалыусы Райхана Булатоваға, район Советы депутаты Рөстәм Нәбиуллинға, ауыл хакимиәте башлығы Данис Иҫәнъюловҡа, клуб мөдире Сәғилә Ғайсинаға, ойоштороу эшендә әүҙемлек күрһәтеүселәргә, бағыусыларға, сәй табыны әҙерләүселәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралышты.  

Билал ауыл мәҙәниәт йорто Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитов ижадына ғашиҡтарҙы бер сәхнәгә йыйҙы. Бында композиторҙың патриотик йырҙарын пропагандалауға арналған «Онотмайыҡ» йыр бәйгеһенең Гала-концерты үтте. Сара «Йөрәктән - йөрәккә» проекты сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 һәм Ватан һаҡсылары йылдарына арналды.

  Вилүр Шәкирйән улы 1951 йылда  Күгиҙел ауылында тыуған. Бала саҡтан ижадҡа ғашиҡ була, ҡурайҙа уйнарға ярата. 1993 йылда үҙенең «Сәскә менән Күбәләк» исемле тәүге йырын яҙа.

Хәҙерге ваҡытта яҡташ композиторыбыҙ 200-ҙән ашыу йыр авторы. Ул балалар өсөн дә, ололар өсөн дә ижад итә. Талантлы композиторҙың  халыҡсан йырҙары район һәм республика сәхнәләрендә, радио һәм телевидение аша йыш яңғырай.

Билал ауыл китапханаһы тарафынан ойошторолған йыр бәйгеһе лә Вилүр Мәүлитов ижадын һөйөүселәр ни тиклем күп булыуын йәнә дәлилләне. Конкурстың тәүге өлөшө ай ярым дауамында «Бәйләнештә» селтәрендә онлайн рәүештә барҙы. Унда республиканың төрлө төбәктәренән, атап әйткәндә, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Дәүләкән, Федоровка, Ейәнсура райондарынан, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан бөтәһе 80 эш ҡабул ителде. Баһалама ағзалары тарафынан шуларҙың 35-е Гала-концертта сығыш яһау хоҡуғы алды.

Кисәлә Вилүр Мәүлитов, бәйге еңеүселәре, саҡырылған ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашты.

Сара урындағы мәктәпкәсә балалар төркөмөндә тәрбиәләнеүсе малайҙар башҡарыуында «Һалдат булам» йыры менән асылды. Артабан сәхнә түренә конкурсанттар саҡырылды. Улар ҡунаҡтар алдында Вилүр Шәкирйән улының йыл темаһына бағышланған патриотик йырҙарын башҡарҙы.

Темәс ауылынан килгән иң оло конкурсант Фәрит Йосопов  «Әминем» һәм «Егеттәр» исемле йырҙарын тәҡдим итте. Дәртле, моңло тауышлы Фәрит Әбүзәр улы «Тамашасы һөйөүе» номинацияһын яуланы. Уға район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың Рәхмәт хаты тапшырылды. Ҡаланың 3-сө мәктәбе директоры Заһит Сәфәрғәлин башҡарыуындағы «Шундай ир-егеттәр була» йыры ла тамашасы күңеленә хуш килеп, көслө алҡыштарға күмелде. Моңло тауышлы йырсыға мәғариф бүлеге начальнигы Ишбулды Сиражетдиновтың Рәхмәт хаты тапшырылды. Ошо ауылда тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Халыҡ жады үҙәгендә эшләүсе Айгиз Юлмөхәмәтов «Иң яҡшы аранжировка яһаусы» номинацияһы еңеүсеһе булды. Ул «Башҡорт аты» йырын башҡарып, үҙенең моңло, көслө тауышлы йырсы икәнен йәнә иҫбатланы. Был уңышы өсөн Айгиз  район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншинаның Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

ДОСААФ бүлексәһенең Рәхмәт хаттары Ҡолсора мәктәбенең «Йәншишмә» вокаль ансамбленә, Баймаҡ ҡалаһынан Рәшиҙә Иҙелбаеваға, Ғәли Фәхретдиновҡа,  Таулыҡай ауылынан Мәликә һәм Айгиз Байегетовтарға, Билал ауылының мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы мөдире Мәрйәм Мәхмүтоваға, урындағы мәктәптең вокал ансамбле етәксеһе Рәшиҙә Хәйҙәроваға тапшырылды.

Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, Әбйәлил районынан килгән моңло һандуғас Роза Хәйруллина ҡунаҡтар иғтибарына Вилүр Мәүлитовтың  «Тыуған яҡ» һәм «Түҙ йөрәгем» йырҙарын тәҡдим итте. Икенсе йыр авторы Марсель Хаммматовтың да был сарала ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы кисәгә йәм өҫтәне.  «Онотмаһын мине лә тыуған ил» йырын башҡарыусы аталы-уллы Баязит һәм Рәил Хәсәновтар, Әбйәлил һылыуы Роза Хәйруллина район Советы рәйесе Илдар Бәхтийәровтың Рәхмәт хатына эйә булды. Уны махсус ҡунаҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин тапшырҙы. Ул үҙенең сығышында композитор ижадына юғары баһа биреп, ғорурланыу һәм һоҡланыу һүҙҙәрен еткерҙе. Ғаиләһе менән уның ижадын хөрмәт итеүҙәре, улдары һәм ҡыҙҙарының Вилүр Шәкирйән улының йырҙары менән район, республика кимәлендә үткән  төрлө конкурстарҙа ҡатнашып уңышҡа өлгәшеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды, матур көйҙәр яҙыусыға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Моңло, патриотик йыр йырлаусы Билал ауылынан Нурзиә Иҫәнъюлова һәм Ишей ауылынан Хәлиҙә Ишдәүләтова-Абдуллина Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан тәбрикләнде. Еңеүселәр араһында Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылының «Мөғжизә» вокаль ансамбле, Иҫән ауылынан  Зифа Әминева, Алғаҙы ауылынан Таңһылыу Урманова һәм башҡалар бар ине. Барлыҡ бәйгеселәргә лә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 «Беҙ бәләкәстән йырлап тыңлап, йырлап үҫтек. Күп йырҙарҙың кемдеке икәнен, бәлки, балалыҡ менән белмәгәнбеҙҙер ҙә. Бөгөнгө сарала яратып тыңлаған йырҙарыбыҙҙың күбеһенә көйҙәр ижад итеүсе Вилүр Шәкирйән улы булыуын ишетеп, һоҡланып ултырҙым. Районда үткән бик күп мәҙәни сараларҙа тап һеҙҙең йырҙар яңғырай», - тине  Халыҡ ижады үҙәгенең художество етәксеһе Ләйсән Солтанғолова.

Был көндө Билал ауылында ысын мәғәнәһендә моң байрамы үтте. Вилүр Мәүлитовтың ижадына йәнә байҡау яһалды, дан йырланды, бәйге яңы исемдәр асты.

Саранан һәр кем рухи аҙыҡ алып, конкурсты үткәреүгә күп көс һалыусы Райхана Булатоваға, район Советы депутаты Рөстәм Нәбиуллинға, ауыл хакимиәте башлығы Данис Иҫәнъюловҡа, клуб мөдире Сәғилә Ғайсинаға, ойоштороу эшендә әүҙемлек күрһәтеүселәргә, бағыусыларға, сәй табыны әҙерләүселәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралышты.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас