Ап-аҡ ҡыштың матур көндәрендә Ниғәмәт ауылынан беҙҙең ҡәҙерле туғаныбыҙ Нурия Ғатауллина үҙенең матур юбилейын билдәләй. Ауылының йөҙөк ҡашы булған ҡәҙерлебеҙ Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы вазифаһында күп йылдар дауамында эшләй. Эшкә оҫталығы үҙенә генә хас фантазияһы, дәртләнеп эшләүе беҙҙең барыбыҙҙы ла һоҡландыра.
Нурия Фәхретдин ҡыҙы 1965 йылдың 7 февралендә Ниғәмәт ауылында тыуған. Бала саҡтан сәнғәт донъяһына ғашиҡ булып үҫә. Мәктәпте тамамлау менән артист булырға хыяллана. Тик уның был хыялы тормошҡа ашмай ҡала, атаһы тыйып ҡуя. Сәхнәнән башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған Нурия һәр саҡ сәхнәгә күтәрелеп йырларға ярата. Моңло, күңелгә үтеп инерлек йырҙарҙы залдағы тамашасыларҙы илатып та ҡуя.
Ҡулына аттестат алғас, ҡайҙа уҡырға барырға белмәй, Нурия юғалып ҡала. Хыялына атаһы арҡыры сыҡҡас, ниндәй һөнәр һайларға ла белмәй ул. Башҡа төрлө эштә үҙен күҙ алдына ла килтерә алмай. Әмәлгә ярағандай, колхоз идаралығына саҡырталар. Буш торған клубҡа художество етәксе итеп эшкә алалар. Бер йыл эсендә үҙен һәләтле ойоштороусы итеп күрһәтә алған ҡыҙҙы колхоз стипендия түләп, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһына уҡырға индерә. Ул өс йылдан һуң “Театр режиссеры” тигән диплом алып, ҡабаттан ауылына ҡайтып төшә. Йәш белгес хәҙер инде мәҙәниәт йортона әүерелгән клубта художетсво етәксе булып эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта урындағы театрҙың режиссеры вазифаһын да үтәй.
Уҡыуҙы яңы тамамлап эшкә килгән тәжрибәһеҙ генә ҡыҙ хәҙер үҙ иңендә күпте күреп, күпте кисергән белгес. 2017 йылда мәҙәниәт усағын тергеҙер өсөн уны Бикеш мәҙәниәт йортона эшкә күсерәләр. Ремонт эштәре барған мәҙәниәт йортонда ул өс төрлө ансамбль булдыра, үҙешмәкәрҙәр театрын аса. Дүрт йыл эсендә үҙе өсөн бөтөнләй ят булған халыҡ менән дуҫлашып та, туғанлашып та өлгөрә. Нурия Фәхретдин ҡыҙы ауылдаштары араһында ла абруй ҡаҙанған. Тырыш хеҙмәте БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары, күп һанлы Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана. 2022 йылда ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” булып танылды.
Ошо йылдар эсендә мәҙәниәт йорто директоры, халыҡ театры режиссеры, мәҙәни ойоштороусы булып эшләне. Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән саралар күп осраҡта ауыл китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева менән берлектә ойошторолоп алып барыла. Уларға ошонда уҡ эшләгән “Дарман” ир-егеттәр, “Һаҡмар һандуғастары” ҡатын-ҡыҙҙар вокал, “Наза” бейеү ансамблдәре лә ярҙам итә.
Эйе, бөгөн беҙ Ниғәмәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ Нурия Ғатауллинаны ҙурлайбыҙ. 7 февраль көнө ул үҙенең матур ғүмер байрамын – 60 йәшен билдәләй. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙҙең тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Булмышы менән сабыр холоҡло, итәғәтле, маҡсатҡа ирешеүсән, яғымлы йөҙлө ул.
Беҙҙең яратҡан туғаныбыҙ йәшлек йылдарында ауылдашы Йәҙгәр исемле егет менән ғаилә ҡора. Йәштәрҙең мөхәббәт емеше булып, бер-бер артлы улдары Илгиз менән Айгиз донъяға килә. Тик, үкенескә, туғаныбыҙ ни бары 26 йәшендә генә тол ҡала. Биш йылдан ғаилә башлығы мәрхүм була. Күҙенә ҡарап торған береһенән-береһе бәләкәй булған ике улын аяҡҡа баҫтырырға ла кәрәк була. Йәшлек үҙенекен итә, тиҙҙән йәш ҡатынға тағы бәхет ҡояшы йылмая. Шәфҡәт Ғатауллин менән ул тағы бер тапҡыр ғаилә ҡора. Яңы ҡорған ғаиләләренә ҡот өҫтәп, ҡыҙҙары Гөлсинә тыуа. Әйткәндәй, Гөлсинә әсәһе юлын һайлай, бейеүсе булып эшләй.
Әле балаларҙың өсөһө лә башлы-күҙле булып, үҙ аллы донъя көтә. Ата-әсәһенең һөйөнөсө һәм терәге улар. Әсәһенә Инсаф, Алсын, Эльза һәм Залина исемле ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иттеләр.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡарап һоҡланырға һәм өлгө алырға ғына ҡала. Уның гөрләтеп көткән донъяһы таң ҡалырлыҡ, бешергән аштары телде йоторлоҡ, үҫтергән гөлдәре күҙҙең яуын ала, йыр-моңға маһирлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел!
Әсәй тигән бәләкәй генә һүҙҙе оло ғорурлыҡ менән йөрөткән ябай ҡатын, балалары өсөн хәстәрлекле, ғәзиз әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй, дуҫтары һәм яҡындары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына яғымлы, алсаҡ йөҙлө, тыуған йәнле, изге күңелле кеше ул.
Бөгөн беҙ һөйөклөбөҙҙө иҫтәлекле ғүмер байрамы, тыуған көнө уңайынан ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, ғаилә именлеге, балалар шатлығын, аяҡ-ҡулдарының һыҙлауһыҙ булыуын теләйбеҙ. Тағы ла оҙаҡ йылдар тормошобоҙға йәм өҫтәп, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәргә яҙһын.
Маңлайыңда һырҙар – үткән йылдар,
Борсолоуҙарың эҙе – аҡ сәсең.
Яҡындарың бөгөн һине ҡотлай,
Ҡотло булһын һинең 60 йәшең!
Барлыҡ туғандарың исеменән – Гөлназ.