Сер булып ҡалһын.
Ишек алдын ҡар ҡаплай
Аҡ фәрештәләй.
Ап-аҡ ҡаурый ҡанаттар
Күктән һибәләй.
Керпектәргә бәҫ ҡуна
Ынйы бөртөкләп,
Ағастар ҙа урана
Шәлгә тертелдәп.
Һаҡмар һыуын боҙ ҡаплай
Көмөш көҙгөләй,
Һине күргәс һүҙ тапмай
Күңел өҙгөләй.
Йөрәгем илһамланды
Ҡыш-йәнһүрәттән.
Һөйөүем ғазабымды
Һиңә күрһәтмәм.
11.01.2025.
Нәзилә Байғужина.
Аҡ ҡанатлы миҙгелем
Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа,
Әйтерһең дә шәлен яба
ағастарға.
Иртә таңдан
Йорттоң ҡото - мейес яна.
Тышҡа сыҡһаң быйма кейеп,
Урамда балалар гөрләй.
Ә ололар бейәләйләп
Ишек алды юлын көрәй.
Дәртле, шаян әҙәмдәре
Ҡарҙан йәнлек яһайҙар.
Ҡыш һағ(ы)нып көткәндәре
Сана, саңғы шыуалар.
Коньки, шыуғыс, ҡатырғалар
Сафтарҙа барыһы ла.
Ҡупшы шыршы, ҡарағайҙар
Күҙҙәрҙең яуын ала.
Һәр кешенең күңелендә
Мөғжизәгә ышаныс.
Аҡ ҡанатлы миҙгелемдә
Яңы йылы ҡыуаныс!
Алда әле бурандары,
Сатлам һыуыҡ, барыбер.
Бөгөн ҡар шар тәгәрәтәм -
Йәшәйбеҙ тормошта бер!
18.12.2024 й.
Нәзилә Байғужина
Ҡыш етһә - йәй иҫкә төшә... Тик быйыл йәй ямғырлы булды шул...
Әсә йөрәгенең һыҡтауы
Батыр егеттәрҙең ҡайтмауы
Быйыл күк йөҙөн дә йонсотто.
Әсә йөрәгенең һыҡтауы
Ямғыр, йәшендәрҙе борсотто.
Ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш барғанда
Күк күкрәй Рәсәй киңлегендә.
Рухлы башҡорттар ҡырылғанда
Нур һүнә әсәй күҙҙәрендә.
Борсаҡ ҡойғандай, ҡара хаттар
Ауыл-ҡалаларҙы тултырҙы.
Яу яландарынан яңылыҡтар
Хәсрәтле хәбәрҙәр яуҙырҙы...
9.08.2024
Нәзилә Байғужина
Өсмөйөш ғазаптары
(акрошиғыр)
Өнөңдә лә, төшөңдә лә...
Серҙәрең дә уның хаҡта.
Минең йөрәк өшөһә лә:
Өҙ(ө)лөп һине һөйөр саҡта
Йылмаям шул дуҫлыҡ һаҡлап...
Өсмөйөштә түҙеп, сатнап,
Шартлар сиккә еттем хатта.
18.10.2024.
Нәзилә Байғужина
Үҫеш.
Үҫеш башлана теләктәрҙән,
Бисмилланан, доға ҡылыуҙан.
Үҫеш башлана рәхмәттәрҙән,
Шөкөр итеү, сабыр булыуҙан.
Үҫеш башлана аҙымдарҙан,
Һынауҙарҙан һәм талаптарҙан.
Үҫеш башлана һорауҙарҙан,
Эҙләнеүҙәр һәм яуаптарҙан.
Үҫеш башлана һыныуҙарҙан,
Илауҙарҙан һәм яныуҙарҙан.
Үҫеш башлана тыйыуҙарҙан,
Ҡыҙыуҙарҙан һәм ярһыуҙарҙан.
Үҫеш башлана сәмләнеүҙән,
Ышаныуҙан һәм ныҡышыуҙан.
Үҫеш башлана йәмләнеүҙән,
Үҙгәреүҙән һәм тырышыуҙан.
Үҫеш башлана күҙәтеүҙән,
Белемеңдән, икеләнеүҙән.
Үҫеш башлана төҙәтеүҙән,
Үкенеүҙән һәм дә еңеүҙән!
25.09.2024.
Нәзилә Байғужина
Нескә умырзая
Оло тәрбиә, өгөт-
нәсихәт йыйғандарҙан;
Һүрелмәҫ рухлы өмөт
утында янғандарҙан;
Бик күптәр өсөн йомаҡ
кеүек танылғандарҙан,
Йә серле генә йомғаҡ
гүзәл хазиналарҙан;
Ҡоростай ныҡлы иткән,
Һәрсә сыныҡҡандарҙан;
Йөрәктәре һаҡ типкән
йөктәр һәм һынауҙарҙан;
Күңеле балҡып тулған -
Диңгеҙ ташыр ярҙарҙан;
Эйәрһеҙ аттай булған -
Илһам ашыр ҡырҙарҙан;
Нәфис умырзаялар
Һирәк яралған ҡарҙан;
Нескә илаһи заттар
Күмәкбеҙ ҡатындарҙан.
20.08.2024
Нәзилә Байғужина
Мин Баймаҡ ҡыҙы!
Күкрәгем минең күгәргән,
Сөнки мин Баймаҡ ҡыҙы!
Ырыуыммы? -Түңгәүерҙән.
Өләшәм Ҡыуат наҙын:
Ҡайтҡан саҡта ауылыма
Һаҡмарыма йүгерәм,
Һыйынам мин ҡайыныма,
Ҡалтаташыма менәм.
Тәбиғәтем зәрле һандыҡ -
Талҡаҫ күле ни тора!
Сылтырар ғорур Таналыҡ
Күңелде йөҙгә бора.
Ғәҙелша кеүек шарлауыҡ
Табылмаҫтыр бер ерҙә.
Башҡортостаным, ғорурлыҡ
уты һәр беребеҙҙә!
18.08.2024.
Нәзилә Байғужина
Үҙе матур булмаһын.
Иртән тороп теште йыуып,
Атай хушбуйын һиптем.
Уйынсыҡтарымды йыйып
Эшкә садикҡа киттем.
Унда кәләшем дә килә
Кәрәк сәсен тартаһы.
Илатып алаһы килә
Ул йөрәгем яртыһы.
Йүгереп аяҡ салырмын
Ҡупшы күлдәге туҙһын.
Битенән убеп алырмын
Үҙе матур булмаһын.
26.10.2024.
Байғужина Нәзилә.
Ай ҡыҙы.
Көйәнтәһен элеп елкәһенә,
Зөһрәкәй наҙ бүлеп өләшә:
Етегән күҙәтеп өлкәһенә
Тыуған иленә юл белешә.
Һағыштарын сеңләп өҙгөләнә:
Күҙ йәше йондоҙ булып төшә -
Сулпылай емелдәп ул әйләнә.
Күк йөҙөнән балҡып өндәшә:
-Ай ҡыҙымын, йыһаным йәмләгән
Зифа буйға ҡурай көнләшә.
Болоттар һаҡлап әҙәм күҙенән
Йомшаҡ шәл урарға керешә.
Ай тотолған төндә Ҡояш йәнә
Итәгенә алып серләшә.
Хәлдәр һорап таң еленән генә
Сафына баҫып сәләмләшә.
Күнәктәр сайҡала икән ниңә,
Күпме тамыр ергә йәншишмә?
Солғар яңғыҙлыҡ янай бит миңә,
Яҙмышыма минең көнләшмә.
24.09.2024
Нәзилә Байғужина.