Ғаилә йылы
27 Ғинуар 2025, 07:50

Афарин, Юлиә!

Баш ҡалала үткән «Ер шарының йондоҙҙары» исемле халыҡ-ара йыр конкурсында Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы Юлиә Байтурина ла үҙен һынап ҡарай һәм үҙ категорияһында 1-се урын яулай... Йыр-моң яратҡан һылыуҡайыбыҙ тураһында сайтта уҡый алаһығыҙ:

Баймаҡ - таланттарға бай яҡ  икәнен төрлө ҡалалаларҙа белем алған уҡыусылар һәм студенттарҙың уңыштары дәлилләп тора. Шиғыр бәйгеһе булһынмы, йыр-бейеүме - улар һәр ваҡыт призлы урындар яулап ҡыуандыра.

25 декабрьҙә баш ҡалала үткән «Ер шарының йондоҙҙары» исемле халыҡ-ара йыр конкурсында Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы Юлиә Байтурина ла үҙен һынап ҡарай һәм үҙ категорияһында 1-се урын яулай.

Юлиә әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында белем ала. Педагогия факультетының инглиз теле бүлеген һайлаған ул. Бала саҡтан халыҡ, эстрада йырҙарын  йырларға ярата. Ауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр район китапханаһы тарафынан ойошторолған «Тәңкәле ҡыҙ» бәйгеһендә төбәк-ара конкурсында - 1-се, ә район кимәлендәгеһендә 3-сө урынды яулай. Шулай уҡ патриотик йырҙар конкурсында ла моңло һандуғас беренсе урынға лайыҡ була.

«Йырға булған һөйөүем нәҫелдән киләлер, тип уйлайым. Атайым яғынан туғандарым да, өләсәйем дә йырлаған. Әммә минең һәләтемде күреп, уны артабан үҫтерер өсөн әсәйем һәр яҡлап терәк булды. Икенсе Этҡол мәктәбендә уҡығанда Азамат Муса улы Ишйәров түңәрәгендә шөғөлләндем. Ул минең тауышты асты, йырлау нескәлектәренә өйрәтте, конкурстарға алып барҙы. Шулай уҡ мәҙәни ойоштороусы Фирүзә Бүләковаға, китапханасы Фәниә Мәжитоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Улар миңә сәхнәлә үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға һәм сәхнәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәтте.  Икенсе ауылдарға концерт ҡуйыра йөрөһәләр, мине лә үҙҙәре менән ала инеләр. Йыйылған аҡсаға  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр һатып алып ебәрҙек», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Юлиә Миңлиәхмәт ҡыҙы.

Беренсе курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, уҡыу йортонда үҙен тырыш, әүҙем студент булараҡ күрһәтеп өлгөрә. Уҡытыусылары ла уның турала тик яҡшы фекерҙә. «Юлиә, ваҡытын дөрөҫ бүлеп, уҡырға ла, вокал түңәрәгенә йөрөргә, төрлө конкурстарҙа сығыш яһарға ла өлгөрә. Маҡсатлы, аҡыллы, ипле. Тауышы ла моңло, матур. Уҡытыусы һөнәре буйынса уҡып йөрөһә лә, йыр-моңдо юлдаш итеп, унан айырылмаҫ тип уйлайым. Бәлки, киләсәктә билдәле сәхнә йондоҙо ла булып китер», - ти уның турала вокал түңәрәге етәксеһе Айнур Туҡтаев.

Ә беҙ инде талантлы, һәләтле ҡыҙға уҡыуында һәм ҡатнашасаҡ төрлө конкурстарҙа уңыштар теләп ҡалабыҙ. Уңыш һиңә һәр ваҡыт йылмайһын!

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас