Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
31 Декабрь 2024, 08:15

Иң изге теләктәр!

Һаулығың, ашар ризығың булһа ла - үҙе бәхет...

Ҡайтып килер өйөң булһа,

Йыр һуҙырҙай көйөң булһа,

Башың иҫән, айыҡ аҡыл,

Өҫтәлеңдә һыйың булһа -

Үҙе бәхет! Һынауҙарға һығылмаһаң,

Сырхауҙарҙан йығылмаһаң,

Йондоҙ күрер күҙең булһа,

Йән йылытыр һүҙең булһа -

Үҙе бәхет! Үткәндәрҙе иҫкә алып,

Аҡ ниәттән эш башлаһаң, 

Тормош биҙәр көсөң булһа,

Ул ҙур бәхет - үҙе бәхет!

Ғайса Хөсәйенов

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас