Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
30 Декабрь 2024, 03:45

Тултырылған ҡаҙ - һәр табындың биҙәге

Һәр кем яратып ашаған ҡаҙҙы әҙерләйек...

Тултырылған ҡаҙ - һәр табындың биҙәгеТултырылған ҡаҙ - һәр табындың биҙәге
Тултырылған ҡаҙ - һәр табындың биҙәге

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡаҙҙы иртәнән кискә тиклем тоҙло һыуҙа тотабыҙ. Бының өсөн 10 литр йылы һыуға 1 ҡап тоҙ алына. Ҡош түшкәһен салфетка менән ҡоротоп, уға маринад һөртәбеҙ. 1 әфлисун һуты, 2-3 аш ҡалағы соя соусы,1 аш ҡалағы гәрсис, 2 балғалаҡ бал ҡатнашмаһын ҡаҙға эсле-тышлы һөртөп, уны һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ. Бешерер алдынан уның эсенә ҡара емеш, айва йәки йәшел алма тултырабыҙ ҙа, асыҡ урынын тегеп йәки шырпы менән бер нисә урындан эләктереп ҡуябыҙ. Эслек төрлө, үҙегеҙгә оҡшағанса булыуы бар. Махсус ҡапсыҡҡа йәки фольгаға төрөп, духовкаға оҙатабыҙ. Тәмле ризыҡ 180-200 градус ҡыҙыулыҡта бер сәғәт ярым тирәһе бешә. Бешеп сығырға ярты сәғәт ҡала өҫтө ҡыҙарһын өсөн ҡапсыҡты асырға кәрәк. Маринадта оҙағыраҡ тотһағыҙ, ҡаҙығыҙ тәмлерәк булыр.  Күркә, өйрәкте лә шулай әҙерләргә була. 

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас