Йондоҙнамә
Ниҙәр вәғәҙә итәһең, Йылан?
2025 йыл 2024 йылға ҡарағанда тынысыраҡ булырға вәғәҙә итә. Әммә быға 1 ғинуарҙан уҡ иҫәп тоторға ярамай. Сөнки ғинуар айы тарих барышына йоғонто яһаусы шәхестәрҙең үҙ-үҙен раҫлау һәм амбициялар көрәше буласаҡ. Ә бына 29 ғинуарҙан, ҡытай календары буйынса Йылан йылы килгәс, әкренләп тормош ритмы үҙгәреүен тоясаҡбыҙ – ул әкренәйәсәк. Сөнки Йылан йылы, Аждаһанан айырмалы рәүештә, ҡатын-ҡыҙ башланғысы - инь өҫтөнлөк иткән йыл. Ир-егет башланғысы (янь) өҫтөнлөк иткән агрессив мәлдәр тотороҡлолоҡ фазаһына күсә башлаясаҡ. Улар яңы шарттарға яраҡлашасаҡ йәки юҡҡа сығасаҡ. Быйылғы башланғыстар йыш ҡына тиҙ булмай: улар оҙаҡ ваҡытҡа һуҙыла, оҙаҡ ваҡытҡа индереү осоро үтә, ҡайһы берҙә бер нисек тә хәл итә алмаҫлыҡ оҙайлы хәлдәргә әйләнә.
Ҡытай яңы йылына тиклем бөтә кешелек өсөн тағы ла бер мөһим астрономик күренеш буласаҡ. 2025 йылдың 12 ғинуарынан донъябыҙҙың эволюцион үҫеш йүнәлеше үҙгәрәсәк. Дәүләттәр тормошонда ла, кешеләр тормошонда ла үҙенсәлекле үҙгәрештәр көтөлә. 2025 йыл беҙҙән бөтөнләй икенсе сифаттар талап итәсәк. Тик шундай үҙгәрештәр генә беҙҙең Ғаләмдең артабан да йәшәү һәм үҫешенең нигеҙе буласаҡ.
21 мартта астрономик яңы йыл башланыуын да билдләп үтергә кәрәк. Ҡояш зодиак буйлап хәрәкәт итеүҙең яңы циклын башлай. 2025 йылдың 21 мартынан Венера идара иткән астрономик йыл көтә беҙҙе. Тормоштоң матди яғы, уңайлылыҡ, тирә-яҡ мөхиттең һәм үҙебеҙҙең матурлығы, һәм, әлбиттә, романтик тойғолар кеүек нәмәләр беренсе урынға сыға. Ижадҡа, гармонияға ынтылыш, мөхәббәт кешеләрҙе бәхетле итәсәк. 2025 йылда шәхси бәхет бик мөһим буласаҡ. Ул донъяла булған бөтә нәмәне икенсе планға күсерәсәк.
Ҡуҙы
Һуңғы бер нисә йылда һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булып ҡына түгел, ә ә бар нәмә өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгәҙгә алып.арығанһығыҙҙыр, моғайын. 2025 йылда үҙегеҙ теләгән осраҡта ғына лидерлыҡ сифаттарын күрһәтә алаһығыҙ. Хәҙер инде барыһы өсөн яуап тотҡан ваҡытығыҙҙы үҙегеҙҙе камиллаштырыуға һәм ялға бағышлай алаһығыҙ. Беренсе ярты йыллыҡта туғандарығыҙ әүҙемләшер. Быға тиклем белмәгән яҡындарығыҙ булыуға ла хайран ҡалырһығыҙ. Улар менән аралашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ: һеҙҙән ярҙам ғына һорамаясаҡтар, ә кәрәк саҡта яҡындарығыҙ ҙа ярҙам итәсәк. Икенсе ярты йыллыҡта күсемһеҙ милек һатып алыу һәм һатыу менән бәйле мәсьәләләр уңышлы хәл ителәсәк. Ғаиләгеҙ артыр.
Буға
Матди һәм финанс эштәрегеҙ башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ килеп сығыр. Беренсе ярты йыллыҡта ошоноң иҫәбенә күп проекттар һәм идеялар өсөн яҡшы матди база булдыра алаһығыҙ, иң яҡшы осраҡта – хатта алдағы егерме йылға. Законды урап үтергә тырышмағыҙ, шикле килешеүҙәрҙән ҡасығыҙ. Икенсе ярты йыллыҡта ла шундай уҡ позицияла булығыҙ. Был арала күп йылдар дауамына ниндәйҙер документтар әҙерләйәсәкһегеҙ. Ҡайһы бер курстарҙа практик күнекмәләр алып, яңы шөғөлгә өйрәнеү өсөн уңайлы ваҡыт. Аҡсағыҙҙы йортоғоҙҙо матурлауға, ниндәйҙер төҙөлөшкә һалыу уңышлы булыр. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡтағылар менән аралашыу яҡшырасаҡ.
Игеҙәктәр
2025 йылда тормошоғоҙҙоң төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныштар яуларһығыҙ. Йыл һеҙҙең өсөн уңайлы, сөнки был ваҡытта йәмғиәттә лайыҡлы урынды биләйһегеҙ, абруй үҫеше, яҡшы эш алыу, башҡаларҙы өйрәтеү мөмкинлеге үҙенән-үҙе килеп сығасаҡ. Беренсе ярты йыллыҡта уңыштар ғына түгел, уңышһыҙлыҡтар ҙа булыуы ихтимал. Сөнки тап һеҙгә нимә кәрәклеген әлегә аңлап бөтмәйһегеҙ. Хаталанырға ҡурҡмағыҙ: һәр хәлдә тәжрибә туплайһығыҙ, ә ул баһалап бөткөһөҙ. Мөхәббәт өдкәһендә һәм балалар менән мөнәсәбәттәрҙә әҙерәк ҡытыршылыҡтар булыуы бар. Борсолмағыҙ, оҙаҡҡа түгел, барыһы ла яйланыр. Икенсе ярты йыллыҡта һаулыҡҡа ныҡ иғтибарлы булығыҙ. Режимығыҙҙы тәртипкә һалығыҙ.
Ҡыҫала
Йыл башында эмоциональ көсөргәнешлек, депресссияға бирелеп алыу күҙәтеләсәк. Был һеҙҙең үҙегеҙгә ышанысығыҙ етмәүҙән килә. Нимә булыуы ихтимал икәнлеге тураһында әҙерәк уйлағыҙ, үҙегеҙгә – үҙегеҙ проблемалар уйлап тапмағыҙ. Килеп тыуған хәл талап иткәнде генә эшләгеҙ. Башҡаларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалмау яҡшыраҡ. Яҙын яңы тәьҫораттар, донъяға яңы ҡараш уяныуын тойорһоғоҙ. Быларҙың барыһы ла һеҙҙе алыҫ сәфәрҙәргә сығыу теләген уятыр. Был пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә белем алыу йәки эште алмаштырыу тураһында уйларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта өйҙәгеләрҙән алыҫлашмағыҙ, уларҙы ситкә тмәгеҙ. Сөнки нәҡ һеҙ ғаиләгеҙ тотҡаһы булып тораһығыҙ. Йылдың икенсе яртыһында килемегеҙ артасаҡ. Көс һәм энергия килеүен тойорһоғоҙ.
Арыҫлан
Йыл башынан уҡ тормошоғоҙҙа күп үҙгәрештәр буласаҡ. Беренсе ярты йыллыҡта уҡ дуҫтарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ныҡлы ярҙамын тойорһоғоҙ. Ул уңыштың мөһим факторы булып торасаҡ һәм һеҙҙең киләсәгегеҙгә ныҡлы йоғонто яһаясаҡ. Банктар менән эш итеү өсөн яҡшы ваҡыт. Кредит, ипотека алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта уйлап һөйләгеҙ һәм документтарҙы рәсмиләштергәндә ашыҡмағыҙ. Машинаны һәм элемтә сараларын ваҡытында ремонтлағыҙ. Бындай әйберҙәрҙе һатып алыуҙы әлегә кисектереп тороғоҙ. Йәй уртаһында һеҙгә күптәнге таныштарығыҙ ҡайтасаҡ, аралашыу яңы кимәлдә тергеҙелеп, уңыштар алып киләсәк. Йылдың икенсе яртыһында, әгәр ниндәйҙер башланған эшегеҙҙе үтәй алмаһағыҙ, борсолмағыҙ. Бер аҙҙан барыһы ла килеп сығаса. Иң мөһиме, һеҙ үҙегеҙҙе дөрөҫ баһалай беләһегеҙ.
Ҡыҙ
Парһыҙҙарға никах өсөн уңайлы ваҡыт. Шулай уҡ эшлекле партнерлыҡ булдырыу мәле. Ике йыл самаһы килешеүҙәр төҙөгөҙ, уларға ҡул ҡуйығыҙ, рәсми рәүештә эшкә урынлашығыҙ – быларҙың барыһы ла оҙайлы ваҡытҡа уңыштар килтерер. Никахҡа тороуға ла бар шарттар булышлыҡ итәсәк, улар һеҙҙе быға этәрәсәк. Әгәр таяныр кешегеҙ булһа, һеҙ күпкә көслөрәк буласаҡһығыҙ. Ҡыш ҡәҙерле кешеләрҙең әйләнеп ҡайтыуы менән ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ элекке эш урынына ҡайтыу ҙа уңышлы буласаҡ. Беренсе ярты йыллыҡта бергә эшләгән кешегеҙгә ғашиҡ булыуығыҙ ихтимал. Яҙ аҙағы-йәй башы карьера үҫеше өсөн яҡшы мәл. Табипҡа барыу ваҡытын кисектермәгеҙ. Икенсе ярты йыллыҡта һеҙҙең ышаныслы дуҫтарығыҙ барлығына инанырһығыҙ.
Үлсәү
Тормошоғоҙҙа тәртип урынлаштырырға тейешһегеҙ. Быны өйҙәге таҙалыҡ-тәртиптән, үҙегеҙҙе ҡарауҙан башлағыҙ. Эштә тимер дисциплина һәм пунктуаллек булырға тейеш. Йортоғоҙҙағы уңайлылыҡ, бөхтәлек үҙегеҙҙе яҡшыраҡ тойорға ярҙам итер, насар уйланыуҙарҙы кәметер. Һөҙөмтәлә, хәлегеҙ яҡшырыр. Беренсе ярты йыллыҡта юғары уҡыу йортонда йәки аспирантурала артабан белем алыу мәсьәләһен хәл итергә тырышығыҙ. Әгәр тейешле белемегеҙ булһа, эшегеҙҙе еңеләйтәсәк махсус курстарҙа уҡып алығыҙ. Икенсе ярты йыллыҡта уҡ ошо тырышлығығыҙ һөҙөмтәһендә карьерағыҙ юғары күтәрелер. Йыл дауамында сәләмәт йәшәү рәүешен һаҡларға тырышығыҙ, насар ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ. Даими рәүештә диспансеризация үтегеҙ һәм табиптарға даими күренегеҙ.
Саян
Киләһе йыл мөхәббәт һәм бәхет вәғәҙә итә. Был оҙайлы һәм бик тәрән мөнәсәбәттәр булырға оҡшай. Яратҡан кешегеҙ менән ғаилә ҡорорға ҡарар итеүегеҙ ихтимал. Бәхетле ғаиләгеҙ ишәйеп, балағыҙ тыуыуы бик ихтимал. Был ҡыуаныслы ваҡиғалар ҡыш аҙағында уҡ башланасаҡ. Беренсе ярты йыллыҡта күңелһеҙ ваҡиғалар булыуы бар. Һеҙ тәүҙә уларҙы бик ауыр ҡабул итәсәкһегеҙ. Әммә һеҙ уларҙың барыһын да хәл итеп, шул уҡ ваҡытта үҙ абруйығыҙҙы ла нығытырһығыҙ. Икенсе ярты йыллыҡта алыҫ туғандарҙың, ситтә йәшәгән яҡындарығыҙҙың тормошоғоҙға йоғонто яһарға маташыуы бар. Ауыр хәлдәрҙә компетентлы кешеләргә мөрәжәғәт итегеҙ, үҙегеҙ дөрөҫ юл таба алмаҫһығыҙ.
Уҡсы
Киләһе йылда иғтибарҙы ғаилә проблемаларына, йорт эштәренә йүнәлтергә кәрәк. Атай-әсәйегеҙгә, ғаиләнең башҡа өлкән ағзаларына элеккегә ҡарағанда күберәк ярҙам итергә тура килер, моғайын. Яуап итеп улар һеҙгә көс, үҙ-үҙегеҙгә ышаныс, эшегеҙгә ышаныс бүләк итәсәк. Беренсе ярты йыллыҡта ирегеҙҙе (ҡатынығыҙҙы) контролдә тотоуҙы кәметегеҙ, күберәк үҙаллылыҡ бирегеҙ. Шул саҡта тормош иптәшегеҙ бар серҙәре менән иң тәүҙә һеҙҙең менән уртаҡлашасаҡ. Икенсе ярты йыллыҡта матди йәһәттән эшлекле партнерҙарға ла, парығыҙға ла таяна алаһығыҙ. Тормошоғоҙҙа проблемалар ҙа булыр, улар тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүҙе талап итер. Әммә һеҙ барыһын да еңеп сығасаҡһығыҙ.
Кәзәмөгөҙ
2025 йылда күберәк яңғыҙлыҡты үҙ итерһегеҙ. Әммә был һеҙҙе бер нсек тә борсомаясаҡ, киреһенсә, уй-фекерҙе тәртипкә килтерергә ярҙам итәсәк. Һеҙ былай ҙа кешеләр менән аралашып бармайһығыҙ. Һеҙҙе алдауы ла бик ауыр. 2025 йылда, һеҙ теләгәнсә, кем менән аралашырға, ә кемдән алыҫ торорға икәнен һайлау мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Беренсе кварталда быға тиклем ышанған кешеләрегеҙҙең ышанысһыҙ булып сығыуын белерһегеҙ. Ә бына яңы таныштар файҙалы мәғлүмәт сығанағы буласаҡ. Уларҙың мауығыуҙары һеҙгә лә оҡшар һәм уңыштар килтерер. Беренсе ярты йыллыҡта беренсе урында эш буласаҡ, бында ла уңыш һәм танылыу көтә. Икенсе ярты йыллыҡта социаль статусты үҙгәртеү өсөн уңайлы мәл, мәҫәлән, рәсми рәүештә никахты рәсмиләштереү.
Һыуғояр
Көс-ҡеүәтегеҙ артыуын тойорһоғоҙ. Уларҙы дөрөҫ файҙаланырға тырышығыҙ, бер аҙ булһа ла, физик көсөргәнешлекте арттырығыҙ, күнекмәләр эшләгеҙ. Шулай итеп эмоциональ көсөргәнеш, насар уйҙар юҡҡа сығасаҡ. Интеллектты үҫтереү өҫтөндә лә эшләгеҙ. Һуңғы һүҙ һәр ваҡыт һеҙҙә ҡалһын тип бәхәсләшеүҙәрҙе ҡуйығыҙ. Былай ҙа һеҙҙе бәләсел, үпкәсел кеше тип ҡабул итеүселәр бар. Ысынында, башҡалар һеҙҙең хаҡта нимә һөйләүе – һеҙгә һәр саҡ барыбер. Матди хәлегеҙ йыл дауамында тотороҡло ҡаласаҡ. Уны нығытыу өсөн яҙғы айҙарҙы ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Беренсе ярты йыллыҡта ижади проекттарҙа ҡатнашығыҙ. Икенсе ярты йыллыҡта перспективалы эш тәҡдим итеүҙәре мөмкин.
Балыҡ
2025 йылда йәмғиәттә лә, башҡа кешеләрҙең тормошонда ла күп нәмә һеҙҙән торасаҡ. Бындай яуаплы ролде башҡарыу еңел булмаясаҡ. Етәкселек һеҙҙе иң етди эштәрҙе хәл итеүгә йәлеп итәсәк. Сабырлыҡ һәм сыҙамлыҡ талап ителәсәк. Атай-әсәйегеҙ биргән аҡыллы кәңәштәрҙе онотмағыҙ. Март-апрель айҙарында аралашыу даирәһе үҙгәрәсәк. Инвестор ролендә сығыш яһап ҡарай алаһығыҙ. Тик күләмле проектты һайламағыҙ отолоуығыҙ бар. Беренсе ярты йыллыҡта ғаиләгеҙҙең ишәйеүе бар. Икенсе ярты йыллыҡта яратҡан шөғөлөгөҙгә күберәк ваҡыт таба аласаҡһығыҙ. Ғаиләгеҙ хаҡында ла онотмағыҙ, улар янында йышыраҡ булырға тырышығыҙ.