Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
29 Декабрь 2024, 21:00

Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр йылы

Йылан йылы 2025 йылдың 29 ғинуарында башлана һәм 2026 йылдың 16 февраленә тиклем дауам итә. Уның хужаһы Йәшел Ағас Йылан буласаҡ. Ошо уҡ йыл теүәл алты тиҫтә йыл элек булған. Көнсығыш календары буйынса 12 хайуан үҙ йылына тап килә һәм улар биш элемент менән бәйле: металл, ағас, һыу, ут, ер. Йылан яңы ишектәрҙе асасаҡ, быға тиклем ябыҡ булғандарын да. Әммә был мөмкинлекте һаҡлыҡ менән файҙаланырға, интуицияны тыңларға кәрәк. Әйҙәгеҙ, ниндәй йылда тыуғандарҙы уңыштар көтәсәген ҡарап үтәйек. Йылан Сысҡандарға билдәле бер һынауҙар әҙерләгән... Ҡытай йондоҙнамәһендә Һыйыр һәм Йылан туғандарса һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә... Аждаһаның йылын мажаралы үткәргәндән һуң, Юлбарыҫ өсөн уйлап эш итә торған ваҡыт башлана...  

Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр йылы
Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр йылы

Йондоҙнамә

Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр йылы буласаҡ

Йылан йылы 2025 йылдың 29 ғинуарында башлана һәм 2026 йылдың 16 февраленә тиклем дауам итә. Уның хужаһы Йәшел Ағас Йылан буласаҡ. Ошо уҡ йыл теүәл алты тиҫтә йыл элек булған. Көнсығыш календары буйынса 12 хайуан үҙ йылына тап килә һәм улар биш элемент менән бәйле: металл, ағас, һыу, ут, ер. Йылан яңы ишектәрҙе асасаҡ, быға тиклем ябыҡ булғандарын да. Әммә был мөмкинлекте һаҡлыҡ менән файҙаланырға, интуицияны тыңларға кәрәк. 2025 йыл яҡшы яҡтан үҙгәрештәр ваҡыты буласаҡ. Йылан аҡыл һәм сабырлыҡ менән уртаҡлашасаҡ. Ағас Йылан йомшаҡ, конфликтһыҙ, намыҫлы, изге күңелле. Шуға күрә алдағы йылдан был энергияны көтөргә кәрәк.

Сысҡан

Йылан Сысҡандарға билдәле бер һынауҙар әҙерләгән.  Сөнки был икәү дуҫ түгел, ә һәр саҡ .ярыша. Шул уҡ ваҡытта уларҙың уртаҡ һыҙаттары бар. Төп кәңәш: амбицияларҙы тыйырға һәм башҡаларҙы үҙ файҙағыҙға алдамағыҙ. Быларҙың барыһы ла һеҙгә 2025 йылда бик ҡиммәткә төшөүе бар: талаштар, абруйығыҙҙы һәм йәмғиәттә үҙ урынығыҙҙы юғалтыу. Әгәр һеҙ аҡыллы һәм киң күңелле булып ҡалһағыҙ, көнләшмәһәгеҙ, эргәгеҙҙә булғандарға аяҡ салмаһағыҙ, Йылан һеҙҙе эске гармония һәм тирә-яҡтағыларҙың һөйөүе менән йомарт бүләкләйәсәк. Эштә сысҡандарҙы ҙур уңыштар көтә. Йондоҙҙар дөйөм эш файҙаһына эгоистик һәм амбициялы ниәттәрҙән ваҡытлыса баш тартырға кәңәш итә. Тап ошондай стратегия максималь һөҙөмтә бирәсәк. Сысҡандар тәбиғәте буйынса әүҙем, спорт һәм хәрәкәт ярата, шуға күрә улар һаулығына һирәк зарлана. Әммә ҡайһы берҙә эшендә һәм шул уҡ физик көсөргәнеште арттырып ташлайҙар. Шуға күрә Йылан һеҙгә һаулығығыҙҙы хәстәрләргә ҡуша.

Һыйыр

Ҡытай йондоҙнамәһендә Һыйыр һәм Йылан туғандарса һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә. Уларҙы яуаплылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм тотороҡлолоҡҡа һөйөү берләштерә. Шуға күрә был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар яңы йылда үҙҙәрен ышаныслы һәм тыныс тоясаҡ, үҙ тормошона хужа буласаҡ. Йылан һеҙгә үткерлек, яңы идеялар өҫтәйәсәк. Был хәҙерге заман ысынбарлығында иң кәрәкле нәмәләр. Әммә ғәҙәттә Һыйыр бик ауыр ҡуҙғала. Һеҙҙән башҡаларға һиҙгерлек, ихтирам талап ителәсәк. Һыйыр - эшһөйәр, йылдар буйына сабыр һәм ныҡышмалы рәүештә үҙ эшен йәки карьераһын төҙөй. Әммә йыш ҡына уларға кәрәкле ваҡытта кәрәкле урынға эләгеү һәләте һәм һиҙгерлеге етмәй. Шуның арҡаһында уларға уңышҡа өлгәшеү өсөн башҡаларға ҡарағанда күпкә күберәк көс һалырға тура килә. Йылан һеҙгә был йәһәттән ярҙам итергә уйлай. Тик тырышлыҡ һалырға тура киләсәк. Һаулыҡ яғынан да проблемалар булмаһын өсөн таьиптарға ваҡытында күренергә кәрәк булыр.

Юлбарыҫ

Аждаһаның йылын мажаралы үткәргәндән һуң, Юлбарыҫ өсөн уйлап эш итә торған ваҡыт башлана. Тормош темпын бер аҙ кәметергә һәм һәр эшкә йәбешеүҙе туҡтатырға ваҡыт. Йылан һеҙҙән маҡсатлылыҡ, аныҡлыҡ һәм үҙ теләктәрегеҙҙә асыҡлыҡ көтә. Эмоциялар аҡылға буйһонорға тейеш, ә идеялар ағымдағы ысынбарлыҡҡа тап килергә тейеш. Юғиһә, һеҙ тотороҡһоҙ һәм ҡапыл емерелеүгә дусар булған эштәр менән ваҡыт уҙғарасаҡһығыҙ. Һеҙҙең етешһеҙлек - ул түҙемһеҙлек һәм башлаған эште аҙағына еткермәү. Һеҙ еңел генә тоҡанып китеп, нимәлер башлайһығыҙ, әммә тиҙ арала ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы юғалтаһығыҙ һәм яңы идеяларға күсәһегеҙ. Бындай тактика менән ныҡлы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе бик ауыр. Юлбарыҫтарҙы тәбиғәттән уңышлы булыуы ғына ҡотҡара. Әммә Йылан һеҙҙән сыҙамлыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ һәм тәртип талап итә. Әгәр һеҙ был талаптарға яуап бирһәгеҙ, көткән уңыштар бер-бер артлы килер. Һеҙгә коллектив спорт менән шөғөлләнеү энергия бирәсәк.

Ҡуян

Ҡуянды 2024 йылға ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ һәм еңелерәк йыл көтә. Йылан менән уның үҙ-ара яҡшы аңлашыуы, донъяға оҡшаш ҡарашы бар. Йылан ярҙамында һеҙҙең көслө сифаттарығыҙ: һиҙгерлек, аралашыусанлыҡ, дипломатия — көсһөҙлөк түгел, ә һеҙҙең ҡоралығыҙға әйләнәсәк. Һеҙ мөһим бәйләнештәрҙе нығыта һәм яңыларын булдырасаҡһығыҙ. Йәшәү һәм үҫеш өсөн уңайлы мөхит тыуасаҡ. Ҡуян былтырғы ҡояш аҫтында урын өсөн алыштарҙан һуң, юғары күтәреләсәк. Әгәр 2024 йылда һеҙ был алыштарҙан еңеүсе булып сыҡмаһағыҙ ҙа, хәҙер барыһы ла һеҙҙең файҙаға үҙгәрәсәк: етәкселек, коллективтың бер өлөшө йәки эш шарттары алмашынасаҡ. Шулай итеп, һеҙ үҙегеҙгә лайыҡлы абруй һәм алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр репутацияһын ҡайтарасаҡһығыҙ. Был хеҙмәт хаҡын арттырыу өсөн уңышлы йыл. Һаулыҡ яҡшы булыр. Тик бының өсөн төрлө БАД-тар эсергә түгел, ә уйҙарығыҙҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. Сөнки нәҡ Ҡуяндың әйткән һүҙҙәре, уйҙары тормошҡа ашыусан. Шуға күрә тик ыңғай йүнәлештә уйлағыҙ.

Аждаһа

Аждаһаға алыҫ туғаны нимә вәғәҙә итә? Тәү ҡарашҡа шундай оҡшаш Аждаһа һәм Йылан ысынында бөтөнләй төрлө принциптар йәшәй, энергиялары ла ныҡ айырыла. Аждаһа актив, импульсив, ныҡышмалы һәм тура һүҙле. Йылан иһә тулыһынса тиерлек ҡапма-ҡаршы: уйсан, йомшаҡ һәм хәйләкәр. Шуға күрә 2025 Йылда Аждаһаларға еңел булмаясаҡ йыш ҡына уларҙан нимә теләүҙәрен һәм барыһын нисек атҡарып сығырға кәрәклеген аңламаясаҡ. Профессиональ өлкәлә Аждаһалар үҙәктә, күҙ алдында, иң күренекле позицияларҙа булырға күнеккән. Ә Йылан йылы һеҙгә ваҡытлыса икенсе планға күсергә, туранан-тура лидер түгел, ә һоро кардинал урынын биләргә тәҡдим итә. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, әммә хәҙер бындай маневр һеҙҙең өсөн отошлораҡ буласаҡ. Коллективта ике йөҙлө кеше барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә яңы килеүселәргә иғтибар менән ҡарағыҙ һәм уларға мөһим мәғлүмәтте шунда уҡ ышанып тапшырмағыҙ. Килем күҙлегенән ҡарағанда, йыл аҡсалы буласаҡ - һеҙ бөтә иҫәп-хисаптарҙы еңел генә ябып, финанс запастарығыҙҙы байтаҡҡа тулыландырасаҡһығыҙ. Һауоыҡ яғынан проблемалар булмаҫ.

Йылан

Йыландар, һеҙҙең йондоҙло сәғәтегеҙ килә! Дөрөҫөрәге, 11 йыл көткән бар уй-хыялдар 2025 йылда үҙ уңышын бирәсәк. Быға тиклем яҡшы барған нәмәләр тағы ла камиллашасаҡ, ә килеп сыҡмағандары бәхетле осраҡлылыҡ арҡаһында үҙенән-үҙе хәл ителәсәк. Ул, һеҙ аңлағанса, осраҡлылыҡ түгел, ә йондоҙҙарҙың һеҙҙең яҡта булыуы. Быйыл һеҙ тәбиғи сифаттарығыҙ: етеҙлек, һығылмалылыҡ һәм үҙгәреүсән шарттарға яраҡлашыу һәләте менән эштә айырылып торасаҡһығыҙ. Һеҙгә ҙур уңыш өсөн бер ниндәй ҙә тырышлыҡ һалырға тура килмәйәсәк — барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сығасаҡ. Был эште табышлыраҡ һәм перспективалыраҡ эшкә алмаштырырға теләгән Йыландар ҙа маҡсатына өлгәшә ала. Әгәр эшләгән урынығыҙ һеҙҙе ҡәнәғәтләндерә икән, бында ла һеҙҙе күңелле сюрприздар көтә. Йыландарҙың һаулығына һәр саҡ иғтибар кәрәк. Улар стресс һәм насар ғәҙәттәр булмаған баланслы тормош ритмына мохтаж. 2025 йыл һеҙгә энергия бирәсәк һәм ауырыуҙарҙың аҙ булыуына булышлыҡ итәсәк.

Ат

Ат өсөн Аждаһаның әүҙем һәм яулап алыуҙарға бай йылы Йыландың тотороҡло йылы менән алмашына. Ат менән Йылан бер-береһен ауыр аңлай. Шуға күрә йыл хужаһы Атҡа үҙен тулыһынса күрһәтергә һәм уның бөтә ниәттәрен тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәйәсәк. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн ҙур пландар төҙөргә кәрәкмәй. Үҙ йылында Йылан Аттан эшенә ҡарата етдилекте көтә. Мажаралар эҙләү, кешелергә тупаҫлыҡ профессиональ һәм матди байлыҡҡа тотҡарлыҡ яһаясаҡ. Аттарға яңыса эш башлау өсөн уңышлы йыл. Йондоҙҙар шулай уҡ һеҙгә карьера үҫешенә булышлыҡ итерлек аҡыллы һәм тәжрибәле остаз таба алырһығыҙ тип вәғәҙә итә. Әммә бының өсөн тәкәбберлегегеҙҙе һәм ғорурлығығыҙҙы ситкә ҡуйырға кәрәк булыр. Аҡса йәһәтенән һеҙҙе уңышлы йыл көтә. Аттар тәбиғәттән яҡшы һаулығы менән айырыла. Әммә уны һаҡлау өсөн ҡайһы берҙә өҫтәмә эштәргә “юҡ”тип әйтергә өйрәнергә кәрәк. Йылан һеҙҙән тәнегеҙгә лә, хистәрегеҙгә лә һаҡсыл ҡарашты талап итәсәк.

Һарыҡ

Киләһе йыл Һарыҡ өсөн әһәмиәтле буласаҡ. Алдағы ике йылдағы бәхетле үҙгәрештәрегеҙ дауам итәсәк. Йылан менән Һарыҡты нескәлек, рәссамдар йәки философтар кеүек донъяны айырым хистәр менән ҡабул итеүе берләштерә. Шуға күрә йыл Һарыҡҡа донъяның серҙәренә тәрәнерәк үтеп инергә мөмкинлек бирәсәк. Бәлки, һеҙгә уйламаған кеше, китап йәки фильм осраясаҡ. Ул һеҙҙең рухи остазығыҙ, әлегә тиклем билдәһеҙ булған нәмәләр донъяһына алып барыусы буласаҡ. Һәм был асыштар һеҙҙе тормоштоң һәр өлкәһендә уңыштарға рухландырасаҡ. Йылан йылы ниндәйҙер фантастик карьера перспективаларын вәғәҙә итмәй, әммә һеҙ былай ҙа ҡәнәғәт буласаҡһығыҙ. Беренсенән, алдағы ике йылда мөһим маҡсатығыҙға өлгәштегеҙ. Икенсенән, эш урынында уңайлы мөхит, лайыҡлы эш хаҡы һәм һеҙгә оҡшаған график көтөлә. Йылан Һарыҡты үҙ һаулығына яуаплы ҡарарға өйрәтәсәк. Сөнки Һарыҡтар табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай. Киләһе йыл һаулығығыҙға ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итәсәк.

Маймыл

Йылан Маймылға вайымһыҙ ҡарашта. Шуға күрә быйыл иҫ киткес уңыштар көтөлмәй, әммә етди тормош проблемалары ла көтөлмәй. Һеҙҙе эске үҙгәрештәр көтә. Йылан һеҙҙе йыйнағыраҡ, иғтибарлыраҡ итәсәк, фәлсәфәүи йүнәлешкә көйләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта һаҡ булығыҙ! Ялған идеяларға ышаныуҙар көтөлмәгән хәлгә килтереүе бар. Хеҙмәт өлкәһендә барыһы ла үҙ яйы менән барасаҡ. Әгәр һауалы булыу сифатын ҡалдырһағыҙ, кешеләр менән уртаҡ тел таба алырһығыҙ. Һеҙҙең амбицияларығыҙ арҡаһында йыл дауамында эштән китеү һәм яҡшыраҡ урын эҙләү тураһында уйҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әммә йондоҙҙар бындай аҙымға ҡырҡа ҡаршы. Бындай үҙгәрештәр өсөн йыл уңышһыҙ буласаҡ. Ә бына аҡса яғынан хәлегеҙ яҡшырасаҡ. Аҡылы һәм юғары әүҙемлеге Маймылға һаулығын, оҙон ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Был уның тәбиғәтенең бер өлөшө, тыумыштан килгән таланты. Тик Маймылға тормошонда эмоциялар һәм тәьҫораттар етмәһә, ул ауырый башлай. Шуға күрә 2025 йылда уларға хис-тойғоларға, ыңғай кисерештәргә иғтибар бирергә кәрәк.

Әтәс (Тауыҡ)

Әтәс өсөн тағы бер сағыу йыл. Йылан һеҙҙе ҡыҙыҡлы кешеләр, шәп тәҡдимдәр, перспективалар менән һөйөндөрәсәк. Әгәр һеҙ быға тиклем кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн барыһын да эшләһәгеҙ, 2025 йылда бының өсөн бер нәмә лә кәрәкмәйәсәк. Кешеләр үҙҙәре һеҙгә тартыласаҡ. Һеҙҙең бурысығыҙ – үҙенән-үҙе килгән уңыштарға ҡамасауламау ғына. Әгәр һеҙ ижади һөнәргә ҡараһағыҙ, 2025 йыл һеҙҙең йондоҙло сәғәтегеҙ буласаҡ. Яҙмыш һеҙгә күп йылдар көткән мөмкинлекте бирәсәк. Әммә ижади өлкәнән алыҫ булһағыҙ ҙа, йыл барыбер уңышлы үтәсәк. Һеҙ оҙаҡ һәм тырышып эшләгән хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһен күрәсәкһегеҙ. Бынан тыш һеҙгә ҡыҙыҡлы проект, абруйлы вазифа йәки яҡшы эш тәҡдим итәсәктәр. Тик артыҡ тәкәбберләнмәгеҙ коллегаларығыҙҙың көнсөллөгө күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе бар. Әтәстәр һирәк ауырый һәм тиҙ һауыға. Әммә ауырығанда үтә мыжыҡ булып китәһегеҙ. Шуға күрә һеҙҙең ауырыуҙарығыҙ тәнгә түгел, ә яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәргә зыян килтерә. Был хаҡта киләһе тапҡыр иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Эт

Был Эт өсөн ҡатмарлы йыл. Улар Йылан менән килешә алмай. Шуға күрә йыл хужаһының мәрхәмәтен көтөргә кәрәкмәй. Һеҙҙең асыҡ һәм тура һүҙле булыуығыҙ конфликт тыуҙырыуы ихтимал. Йондоҙҙар үҙ пландарығыҙҙы, ниәттәрегеҙҙе һәм серҙәрегеҙҙе (башҡаларҙың да) үҙегеҙҙә тоторға ҡуша. Юғиһә, кемдер был мәғлүмәтте яуыз ниәт менән файҙаланыуы бар. Шул уҡ ваҡытта үҙ принциптарығыҙға тоғро ҡалығыҙ һәм ҡотҡоларға бирелмәгеҙ. Йылан йылында Эттәргә бергә эшләгән кешеләр менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Был төрлө күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймаҫ. Эшегеҙҙән ялҡҡан булып тойолор. Йондоҙҙар эмоцияларға бирелмәҫкә саҡыра, яңы эш эҙләү өсөн уңышһыҙ йыл. Матди хәлегеҙ тотороҡло булыр. Актив һәм спорт яратҡан Эттәрҙең һаулыҡ менән проблемалары һирәк була. Әммә Йылан йылында ниндәйҙер уйламаған сирҙәр аптыратып алыр. Мәҫәлән, яратҡан аҙыҡҡа йәки йорт хайуандарына ҡапыл аллергия ҡалҡыуы. Йәки бер ҡасан да булмаған баш ауыртыуы. Борсолмағыҙ, быларҙың барыһы ла күңел торошона бәйле. Тыныс булһағыҙ, ауырыуҙар урап үтер.

Сусҡа

Сусҡа өсөн уңышлы йылдар серияһы дауам итә. Әгәр Аждаһа уға тәүәккәллек өҫтәһә, Йылан йылы үҙ-үҙен камиллаштырыу һәм төрлө өлкәләрҙәге белемен тәрәнәйтеү девизы аҫтында үтәсәк. Ғөмүмән, Сусҡалар йыш ҡына бар нәмәне еңелсә генә эшләргә ярата. Был уға мөһим нәмәләрҙе аңларға, тормоштоң тәрән мәғәнәләренә барып етергә ҡамасаулай. Йылан был бушлыҡтарҙы тултырырға һәм яҡшыраҡ тормош сифатына өлгәшергә ярҙам итәсәк. Йылан йылында ниндәйҙер сағыу еңеүҙәр һәм карьера ҡаҙаныштары көтөлмәй. Әммә эшегеҙ юғары баһаланасаҡ. Һеҙгә эшегеҙҙә интригаларҙан ҡасырға кәрәк. .Был һеҙҙең артабанғы карьера үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаясаҡ. Матди яҡтан бк уңышлы, аҡсалы йыл. Бөтә йондоҙлоҡтан Сусҡалар иң аҙы стресҡа дусар була һәм был уларҙың һаулығы өсөн ҙур плюс. Әммә аҙ хәрәкәт итеүегеҙ насар. Сусҡалар олоғайған һайын. Физик әүҙемлекте арттырырға тейеш.

 

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас