Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
25 Декабрь 2024, 07:40

Яңы йыл табынына салат

Их, тәмле лә, матур ҙа. Ҡунаҡтарығыҙ хайран ҡалыр!

Яңы йыл табынына салатЯңы йыл табынына салат
Яңы йыл табынына салат

3 бешкән картуфты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, өҫтөнә майонез һөртәбеҙ. Өҫтөнә 250 г туралған тоҙло селедка, 1 баш маринадланған һуғанды турайбыҙ + майонез. Артабан 2 бешкән кишер +майонез, 2 бешкән сөгөлдөр + майонез. 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. 

Биҙәү өсөн

1 сей сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәреп, һутын 2 йомортҡа менән болғатығыҙ. 1 семтем тоҙ, 20 мл шыйыҡ  май,  1.5 аш ҡалағы он һалып, болғатып ҡоймаҡ ҡойоғоҙ. 

Эслек 

1 бешкән сөгөлдөргә,  йомшаҡ сыр ҡырғыстан, майонез . 

Ҡоймаҡтарҙың эсенә эслекте һалып төрөп, ҡырҡып, салаттың өҫтөнә сәскә эшләп ултыртабыҙ. 

Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас