Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
25 Декабрь 2024, 12:10

Яңы йылға - яңы өмөттәр менән

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбе уҡытыусылары уҡыусылар өсөн бай йөкмәткеле сценарий буйынса Яңы йыл иртәлектәрен үткәрҙеләр. Байрамдың ҡыҙыҡлы һәм мажаралы булыуына күпме хеҙмәт, күпме көс сарыф ителгәнен күрҙек, бөтә персонаждар ҙа үҙ ролдәрен күңел биреп башҡарҙылар, уҡыусылар өсөн матур тамаша булды. Балалар өсөн яңы йыл – әкиәттәр һәм мөғжизәләр осоро. Улар күптән көтөлгән ҡунаҡтарҙы – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алдылар, уйындарҙа ҡатнаштылар, йырланылар, шыршы тирәләй бейенеләр, күңел астылар.

Яңы йылға - яңы өмөттәр менәнЯңы йылға - яңы өмөттәр менән
Яңы йылға - яңы өмөттәр менән

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбе уҡытыусылары уҡыусылар өсөн бай йөкмәткеле сценарий буйынса Яңы йыл иртәлектәрен үткәрҙеләр. Байрамдың ҡыҙыҡлы һәм мажаралы булыуына күпме хеҙмәт, күпме көс сарыф ителгәнен күрҙек, бөтә персонаждар ҙа үҙ ролдәрен күңел биреп башҡарҙылар, уҡыусылар өсөн матур тамаша булды.
Балалар өсөн яңы йыл – әкиәттәр һәм мөғжизәләр осоро. Улар күптән көтөлгән ҡунаҡтарҙы – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алдылар, уйындарҙа ҡатнаштылар, йырланылар, шыршы тирәләй бейенеләр, күңел астылар.
5-се мәктәп ҡала үҙәгенән алыҫ булғас, көнъяҡ ҡасабаһында йәшәүсе уҡыусылар халыҡ ижады үҙәгендә үткән күп кенә сараларға бара алмай ҡалалар. Ә ошо яңы йыл байрамын шул тиклем матур итеп үткәргән уҡытыусыларға: сценарий төҙөүсе һәм музыкаль биҙәүсе Аралбаева Яҙгөл Камил ҡыҙына, байрамды алып барыусылар Һунаршина Айгөл Азат ҡыҙына һәм Ғәҙелбаева Гөлгинә Миҙхәт ҡыҙына, Ҡыш бабай Ахмеров Дамир Сәйфулла улына, Ҡарһылыу Абдуллина Яҙгөл Миңлеғәле ҡыҙына һәм башҡа ролдәрҙе башҡарыусы Шарипова Ишбикә Вәлләм ҡыҙына, Хажина Нуридә Мөхитдин ҡыҙына, Мурзина Дилбәр Рәфҡәт ҡыҙына, Ырыҫҡужина Илзидә ДийәрҠыҙына, Бикмурзина Рита Рәил ҡыҙына мәктәп администрацияһы һәм ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да ижади уңыштар, дәртәләнеп эшләргә яҙһын.

Венера Ҡасҡынова, 

5-се мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас