Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
24 Декабрь 2024, 05:45

Сыңғыҙ мәктәбендә спорт сараһы үтте

Сыңғыҙ ауылы мәктәбендә йыл дауамында Ғаилә йылына арналған бик күп саралар үтте. Шуларҙың береһе - ошо көндәрҙә ауылдың спорт һөйөүсе ғаиләләре араһында үткән  "Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе" ярышы. Унда барлығы дүрт ғаилә Әлфинә, Айҙар, Айназ Мәхмүтовтар, Земфира, Биктимер, Ильяс Рәжәповтар, Гөлиә, Илдар, Илгиз Гөлбәйетовтар, Зәлиә, Айгүзәл, Хәлил Сөләмәновтар үҙ-ара көс һынашты.

Сыңғыҙ ауылы мәктәбендә йыл дауамында Ғаилә йылына арналған бик күп саралар үтте. Шуларҙың береһе - ошо көндәрҙә ауылдың спорт һөйөүсе ғаиләләре араһында үткән  "Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе" ярышы. Унда барлығы дүрт ғаилә Әлфинә, Айҙар, Айназ Мәхмүтовтар, Земфира, Биктимер, Ильяс Рәжәповтар, Гөлиә, Илдар, Илгиз Гөлбәйетовтар, Зәлиә, Айгүзәл, Хәлил Сөләмәновтар үҙ-ара көс һынашты. Спорт уйындарын физкультура уҡытыусыһы Рәшит Буранбаев ойошторҙо.

Һәр ғаилә командаһы уйынға ныҡлы әҙерләнгән:исем һәм девиз уйлаған, үҙҙәренең стена гәзиттәрен сығарған. Бәйге өс этапта барҙы: күңелле эстафета, төрлө спорт күнекмәләре һәм викторина. Бар команда ла үҙенең етеҙлеген, сослоғон, отҡорлоғон күрһәтте.

Көсөргәнешле, сәмле ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, беренсе урыға Мәхмүтовтар ғаиләһе лайыҡ булды, икенсе урын - Рәжәповтар ғаиләһенә бирелһә, өсөнсөнө- Гөлбәйетовтар һәм Сөләймәновтар бүлеште.Уларҙың барыһына ла Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.Сарала ҡатнашыусылар ярыш ойошторған мәктәп коллективына, бүләктәр менән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Эльвира һәм Илгиз Әхмәтовтарға, Земфира һәм Биктимер Рәжәповтарға, Айгөл һәм Булат Рәжәповтарға, Зәлиә һәм Нияз Уразбаевтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Афарин, сыңғыҙҙар! Һәр ваҡыт әлегеләй дәртле, берҙәм һәм спорт менән дуҫ булып ҡалығыҙ!

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас