Ғаилә йылы
23 Декабрь 2024, 13:00

Иреңә рәнйеһәң, балаңа төшә...

Бер ғаиләгә тотонһалар айырмайынса ҡуймай торғайнылар: бер балалымы, биш балалымы - ҡарап та торманылар...

Иреңә рәнйеһәң, балаңа төшә...Иреңә рәнйеһәң, балаңа төшә...
Иреңә рәнйеһәң, балаңа төшә...

БАЛА САҠТАН КҮҘӘТЕҮ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕМ. (ФӘҺЕМ ӨСӨН). . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . .. . .

1) Иреңә рәнйеһәң, балаңа төшә.  Бер ҡатын иренең йөрөмтәллегенән, эсеүенән, туҡмауынан тамам һаулығы ҡаҡшап айырыла , Тик күңеле тынғы тапмай, илаулап гел ирен ҡарғар булды. Һөҙөмтәләр алда ине: һамаҡлап әрләп әйтеп рәнйеүе дүрт малайына төштө. .

2) Ике инәй дәрәжәле, бик етеш йәшәгән (хәҙер инде гүр эйәләре имандары юлдаш булһын🤲).

Элек бит инде сериалдар, телефон булманы. Шул заманала, алға сыҡҡандарҙы үҙҙәренән шәп йәшәй башлаған ғаиләләрҙе күрә алмаған сиккә етеп, үҙҙәре лә боҙолғанын һиҙмәй ҡалғандарҙыр инде, бәлки. Уйлап сығарып, барып әйтеп,хаттар ебәреп төрлө ергә, кеше аша әҙәмгә юҡ барҙы еткереп болғандылар. Тәү күҙлектән бик яғымлы, итәғәтле, аҡыллы, матур ханымдар ине. Шуға күрә ауылды бер итеп үҙ яйҙарына боралар инеләр. Бер ғаиләгә тотонһалар айырмайынса ҡуймай торғайнылар: бер балалымы, биш балалымы - ҡарап та торманылар. Бар эштәрен ташлап, шул кешеләр менән булыштылар. Бер йылмы, бишме, алтымы - боҙорға уйлаған ғаиләләрҙе барыбер айырҙылар. Үҙҙәренең этлегенән ҡәнәғәтлек кисереп, тағы ла ҡара көс алып, үҙ ҡылыҡтарынан һөйөнөп, матур, оҙаҡ йәшәне инәйҙәр . Тик кешеләрҙең, балаларҙың, атаһы, әсәһе булып та,етем ҡалғандарҙың күҙ йәштәре төшөр тип уйлап та бирмәнеләр, тәүбәһенә лә килмәнеләр. Артабан күререн күрҙеләр генә!

Аллам һаҡлаһын тәубә. ДУҪТАР ТУҒАНДАР ШӨКӨР, ТӘҮБӘ ҠЫЛЫП, ИМАНЛЫ, ИТӘҒӘТЛЕ ЙӘШӘЙЕК ХОҘАЙ БИРГӘН БҮЛӘК-ҒҮМЕРҘЕ. БИК ТИҘ ҮТӘ ТОРҒАН КӨНДӘРЕБЕҘҘЕ ТИК ЯҠШЫ ЯҠҠА ЮРАП, БИҘӘП ЙӘШӘЙЕК!

Дилбәр Биктимерова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас