Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
20 Декабрь , 17:30

Йырлап алайыҡ әле

Сың-сың итә, ел туҙғыта Еҙ ҡыңғырау моңдарын. Ҡайҙа алып бара икән Ҡышҡы оҙон юлдарым?

ЕҘ ҠЫҢҒЫРАУ МОҢДАРЫ.
Әнғәм Атнабаев һүҙҙәре,
Вәсил Хәбисламов көйө

Урап-урап ҡарҙар күмә
Ҡыштың оҙон юлдарын,
Сың-сың итә, ел туҙғыта
Еҙ ҡыңғырау моңдарын.
Еҙ ҡыңғырау, көмөш моңдар
Уйлата һинең хакта,
Һинең хаҡтағы уйҙарым
Йәшлеккә алып ҡайта,
Уйлата һинең хаҡта.
Еҙ ҡыңғырау моңдарында
Үткәндең тауыштары,
Осрашыуҙар, ҡауышыуҙар,
Айырылыу һағыштары,
Үткәндең тауыштары.
Сың-сың итә, ел туҙғыта
Еҙ ҡыңғырау моңдарын.
Ҡайҙа алып бара икән
Ҡышҡы оҙон юлдарым?
Еҙ ҡыңғырау тағып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына,
Килер инем йәшлегемдән
Тик һине алып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: