Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
20 Декабрь , 21:30

Ә ғүмер үтеп тә киткән...

Кискеһен урам артынан сығып, теге бисәгә барып, лыс дегәнәк булып ҡайтыр ине. Уйлап ҡараһаң, мин уға бөтөнләй кәрәкмәгәнмен. Балаларҙы үҙем генә үҫтерҙем, донъя йөгөн үҙем генә тарттым. Дүртәр һыйыр тоттом балаларҙы уҡытҡанда. Эштән ҡайтам да, кәртәгә сығып китәм. Унан шәл бәйләргә улырам шуны һатып арыуыҡ аҡса итә инем. Теләгемде ашай алмай, теләгәнемде кейә алмай ҡартайҙым...

Ә ғүмер үтеп тә киткән...
Ә ғүмер үтеп тә киткән...

Минең ирем ғүмере буйына эсте. Ахырыһы, ҡырҡ йыл бергә йәшәгәс аҫылынып үлде. Ғүмере буйы эскәнендә иремде минән башҡа бер кем ҡараманы, ә ул аҫылынғас туғандары барыһында ла мине ғәйепләне. Йәнәһе, мин уны шул хәлгә еткергәнмен.

Иремдән һуң мунса, кәртә арттарынан тоҡ-тоҡ шешәләр сығарып түктек. Эреле-ваҡлы, ниндәй генә шешәләр юҡ ине!!. Ҡырҡ йыл буйына артынан йыйыштырмай йөрөмәйем инде, йыйыштырҙым. Был йәшереп ҡуйғандары ине. Балаларым ярҙам итеп иремдән һуң өйҙө эсле-тышлы таҙартып, матурайтып алдым.

Ирем эсеүе өҫтөнә ғүмере буйы күрше урамда йәшәгән ҡатын менән дә йөрөнө. Кискеһен урам артынан сығып, теге бисәгә барып, лыс дегәнәк булып ҡайтыр ине. Уйлап ҡараһаң, мин уға бөтөнләй кәрәкмәгәнмен. Балаларҙы үҙем генә үҫтерҙем, донъя йөгөн үҙем генә тарттым. Дүртәр һыйыр тоттом балаларҙы уҡытҡанда. Эштән ҡайтам да, кәртәгә сығып китәм. Унан шәл бәйләргә улырам шуны һатып арыуыҡ аҡса итә инем. Теләгемде ашай алмай, теләгәнемде кейә алмай ҡартайҙым. Бала-саға булғас, ҡайҙан үҙеңде уйлайһың! Өҫтөм гел алама ғына булды. Ә күрше ҡатындары матур-матур итеп кейенеп йөрөнө. Улар минең менән бергә йөрөргә лә оялған кеүек тойола ине.

Хәҙер барыһы ла артта. Балалар матур итеп йәшәй, мин пенсияла, тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн. Ә артҡа боролоп ҡараһам, ғүмерем бер рәхәтлек күрмәй үткән дә киткән. Ошо интернетҡа өйрәнеп алып кешеләрҙең нисек йәшәүҙәрен ҡарап илағансы ҡыҙығам. Тик һуң шул! Көҙгөнән дә таушалып бөткән әбей ҡарай...

З.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: