Улар көҙ көнө танышты. Шундай йылы, матур ваҡыт ине ул. Айгөл медучилищела, Илдар институтта уҡый. Уҡыу йорттары йәнәшәлә генә. Шулай булһа ла, улар быға тиклем таныш түгелдәр ине. Урамда ҡапма-ҡаршы осрап, эргәләренән үтеп киткәндә бер-береһенә иғтибар итмәнеләр. Ә бына бөгөн Айгөлдәрҙең училищеһында көҙгө бал. Унда институт егеттәре лә киләсәк.
Барыһы ла тап мөхәббәт романдарындағыса килеп сыҡты: күҙҙәр осрашты, йөрәктәр ашҡынып типте. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу тигәндәре шулдыр инде. Егет Айгөлдө бер нисә тапҡыр бейергә саҡырҙы. Иңбашына Илдарҙың ҡулы тейеүгә, ҡыҙ аңлатып бөтә алмаҫлыҡ, быға тиклем бөтөнләй таныш булмаған хистәр кисерҙе. Оҡшатты ул уны, бик оҡшатты, зәңгәр күҙҙәрендә аҙашып, бар донъяһын онотто. Көҙгө балдан һуң Илдар Айгөлдө ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы. Улар икенсе көндө лә осрашырға һүҙ ҡуйыштылар. Был төндә ҡыҙҙың күҙенә йоҡо инмәне. Уйында ла, күҙ алдында ла гел Илдар ғына булды. Ә егет ниҙәр кисерҙе икән? Айгөлдө аҙ ғына булһа ла оҡшатҡанмы? Ҡыҙҙың башында һорауҙар күп ине. Әммә Айгөл шуны асыҡ белә, ул Илдарға ныҡлап, ысынлап ғашиҡ булды. Егет уныҡы ғына буласаҡ, Илдар уға һауа һымаҡ кәрәк.
Көҙ көнө танышҡайнылар, ҡайһы арала Яңы йыл да килеп еткән. Йыйнаҡ ҡына табын әҙерләп, бергә ултырҙылар. Айгөлдән дә бәхетлерәк кеше юҡ. Уның үҙенә шулай тойолдо. Тик күңелен бер уй кимерҙе: тиҙҙән егетте һалдатҡа алырға тейештәр. Илдар үҙе лә, барам, тип атлығып тора. Шулай итеп, уларға йәйҙе бергә үткәреү насип булманы. Егет китте, ике арала өмөт тулы хаттар йөрөй башлап, мөхәббәт күпере һалынды. Айгөл Илдарҙан килгән хаттарҙы уҡый-уҡый, ятлап бөтөрә ине. Бер йылдан уҡыуын тамамлап, дауаханала эшләй башланы. Һағышлы йөрәгенә йыуанысты эштә тапты. Ауырыуҙарға йылы һүҙен ҡыҙғанмай, һәр ҡайһыһына ысын күңеленән ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ләкин эше ни тиклем тығыҙ булмаһын, Илдар бер ҙә иҫенән сыҡманы. Егет үҙе лә мөхәббәт тулы хаттарын ебәреп кенә торҙо. Уларҙа киләсәктә бергә булыу тураһындағы хыялдар ярылып ята ине. Һуңғы хатында: "Айгөл, бына ике йыл үтеп тә китте. Тағы бер йылдан, Хоҙай ҡушһа, ҡайтам,"-- тиелгән ине.
Тик бер заман егеттән хаттар һирәгәйә башланы. Ҡыҙ ни уйларға ла белмәне. Етмәһә, яраһына тоҙ һалып тороусылар ҙа табылды. Имеш, егеттәргә ышанырға ярамай, һалдаттарға бигерәк тә. Улар унда тик ятмайҙар икән, өйләнеп ҡайтыусылар ҙа бар бит. Ышанғы килмәһә лә, күңелгә барыбер шик инә бит ул. Айгөл шулай ҙа өмөтөн өҙмәй, бер егеткә ла ҡарамай, Илдарҙы көттө. Инде бөтөнләй хәбәр килмәй башлағас, ҡыҙ ышанмаҫ еренән ышанды. Тимәк, Илдар Айгөлдө онотҡан, яратыуы бөткән, хистәре һүрелгән.
Ә был ваҡытта Илдарҙың хәле бик ауыр ине. Штормға эләгеп, диңгеҙҙә ҡалған егеттәрҙе мөғжизә менән генә ҡотҡаралар. Бер нисә сәғәт һалҡын һыуҙа булыу үҙ эшен эшләй: егеттәрҙең үпкәләре ҡабарҙы, барыһы ла тиерлек юғары температура менән яттылар. Был хаҡта бер кем дә белмәне, ишетмәне. Хәбәрҙе йәшерен сер итеп һаҡланылар. Айгөл Илдарҙы йөрәгенән алып ташларға тырышты. Тик был улай еңел генә түгел икән шул. Инде башҡа берәүҙе лә яҡын да юлатмам тигән ине. Юлында Айҙар исемле егет осраны. Илдарға булған кеүек ҡайнар хистәр кисермәһә лә, Айҙар менән һирәк-мирәк кенә осраша башланылар. Егет уның хәлдәрен белә ине. Шуға артығын төпсөнөп, көнләшкәндәй итеп йәненә теймәне.
"Минең яратыуым икебеҙгә лә етер. Үкенерлек итмәм, миңә сығырға риза бул",-тине Айҙар. Айгөл был тәҡдимгә күпмелер ваҡыт яуап бирмәй йөрөнө. Шул ваҡыт эсендә Илдар ҡайтмаҫмы тип көттө. Йөрәгенең бер мөйөшөндә һаман да һөйөү уты дөрләй ине әле. Егеттең ата-әсәләрен табып, уларҙан да белешеп ҡараны. Ата-әсәгә лә: "Улығыҙ яҡшы ғына хеҙмәт итә,"-- тигән яҙыуҙан башҡа бер хәбәр ҙә килмәгән. Илдарҙың үҙенән дә шундайыраҡ эстәлекле хат алғандар. Яҙырға ярамағандыр.
Айҙар менән Айгөлдөң туйы матур ғына үтте. Тормош алға барҙы. Йәш ҡатын барыһы ла онотолор, ваҡыт бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйыр, тип өмөт итте. Оҙаҡламай, Илдар ҡайтып төштө. Айгөлдөң кейәүгә сыҡҡанын белгәс, берәүгә лә әйтмәй-нитмәй, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте. Кеше бәхетен емергеһе килмәне. Үҙе китте, ярты йөрәге Айгөл янында ҡалды. Уға башҡа бындай һөйөү килмәйәсәк. Был йомшаҡ күңелле, яғымлы ҡыҙҙы ғүмере буйына яратасаҡ ул. Айгөлдөң улы тыуғас, уға Илдар тип исем ҡуштылар. Быға Айҙар бер һүҙ ҙә әйтмәне. Көндәр-көнгә, айҙар айға үрелеп барҙы. Нисек кенә яҡшы булмаһын, Айгөлдә Айҙарға ҡарата хистәр уянманы. Ҡайһы саҡта, йоҡлағанға һалышып, боролоп ята торған булды. Иренең өндәшмәйенсә, бошоноп йөрөүенә лә иғтибар итмәне. Белеп өйләнде бит, тип уйланы. Әммә Айҙар ҙа әҙәм балаһы бит, уның да йәне бар. Ир-атҡа наҙ, яратыу кәрәк. Яратыуым икебеҙгә лә етер, тигән ине лә, юҡ шул, етмәй икән. Бындай тормош--ғазап ҡына. Башта был хаҡта уйланылмаған шул. Ҡыҙыулыҡ менән генә шулай тигән. Йәшәй башлағас, донъя икенсегә әйләнә лә ҡуя. Үҙеңде, бала хаҡы, тип ҡорбан итеүҙән бер мәғәнә лә юҡ. Иң беренсе булып һүҙҙе Айҙар башланы:
-Айгөл, һин бәхетле булһын өсөн мин барыһын да эшләнем һымаҡ. Фатир, машина бар. Улыма ла беренсе мөхәббәтеңдең исемен ҡушырға ризалыҡ бирҙем. Йылымды ҡыҙғанманым, үҙем дә шуны көттөм. Ләкин һин битараф ҡалдың. Мин--үҙемсә, һин үҙеңсә бәхетһеҙ. Былай йәшәп булмай, айырылышайыҡ. Баланы ташламам, ярҙам итеп торормон. Ә һин бәхетле бул,--тине.
Был һүҙҙәрҙән һуң Айҙар Айгөлдән йылы һүҙҙәр көттө. Ҡатынының, ҡал, ғаиләне һаҡларға тырышып ҡарайыҡ, ғәйеп миндә, тип әйтеренә өмөтләнгән ине ул. Әммә Айгөлдөң ауыҙынан бер һүҙ ҙә сыҡманы. Тимәк, Айҙар дөрөҫ уйлаған, уға китергә кәрәк. Йөрәгеңдә башҡа берәү йәшәгәндә ситте яратып булмай икән. Ул һөйөү һүрелмәгән, күңелен әле лә йылытып тора. Ике аралағы һөйөү аҙашты ғына, ҡайҙалыр юл тапмайса йөрөй. Үҙе лә бер аҙ сабыр итмәне шул, миңә хәҙер барыбер тигән һымаҡ, Айҙарға сыҡты. Илдар менән нимәләр булғанын белгән булһа, айҙар, йылдар буйы көтөр ине. Күрешерҙәр улар, Илдар ҡайтмайса ҡалмаҫ. Киткәндә, көт мине, ҡайтырмын, тине бит. Л.