Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Декабрь , 19:45

Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар

Йырлап алайыҡ

Дуҫ -иштәрем уйнай-көлә,

Мин генә көлмәйем.

Уйындың да йәмен тапмайым,

Ни булды, белмәйем.

Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар ,

Ник шаяртаһыҙ ?

Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ.

Мин эшемдә гел почетта,

Һәр саҡ маҡтайҙар.

Ҡыҙҙар ғына урап уҙа,

Эх, яратмайҙар.

Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар,

Ник шаяртаһыҙ ? Й

өрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ.

Йөрәгемдә уттар яна,

Һис төшөнмәйһегеҙ.

Арағыҙҙан берегеҙҙе Һөйәм өмөтһөҙ .

Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар ,

Ник шаяртаһығыҙ?

Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ.

Ниңә һеҙгә аңлашылмай

Минең хистәрем.

Шулай уҡ яңғыҙ үтәрме

Минең кистәрем?

Эх, һез матур ҡыҙҙар ,

Ник шаяртаһығыҙ ?

Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: