Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
16 Декабрь , 21:45

Иң шәп бүләк

Ә мин баламды ҡосаҡлап алдым. Их, алйот, балаңдың яҡшыға ышанысын, һиңә бәхет бирергә ынтылыуын юҡҡа сығара яҙҙың бит.

Иң шәп бүләк
Иң шәп бүләк

Булған хәл

Хәҙер мин һикһәнде ваҡлайым. Әммә ул ваҡытты хафаланып та, оялып та иҫкә алам. 90-сы йылдар. Магазиндар буш, эш хаҡы түләмәйҙәр.

Бандиттар ғына яҡшы йәшәне ул ваҡытта. Әллә нисәмә ай эш хаҡы алмай йөрөгән ваҡыт. Ҡыҙым тәүге йыл мәктәпкә барған ине. Бер көн ҡыҙым: -Атай, һинең тыуған көнөңә нимә бүләк итергә? – тип һораны. Эстән генә “ниндәй тыуған көн, икмәклек аҡса табырға ине” тип ҡуйһам да, ҡыҙыма: -Һин миңә шатлыҡ бүләк ит, - тинем.

Ауылға барып әҙ-мәҙ картуф, йәшелсә алып ҡайттым да ятам. Ҡыҙым төҫлө ҡағыҙҙы тураҡлап ултыра. “Их, бөтөрә инде! Тағы аҡса кәрәк буласаҡ уныһын һатып алырға” тип уйлайым. Балама өндәшмәһәм дә ҡатынды әрләп ташланым.

-Мин ҡайҙан аҡса табырға белмәйем. Нимәгә юҡ-барға ҡағыҙ ҡырҡып ултыра ҡыҙың?!

Талаштыҡ ныҡ итеп. Юҡлыҡ – талаштыра, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Тыуған көнөм килеп етте. Ҡыҙым ҡулыма төҫлө ҡағыҙҙан эшләнгән бик матур төҫлө ҡумта тотторҙо.

-Бына атай, һиңә иң шәп бүләк. Бер кемдә лә ундай бүләк юҡ! Эсен асып ҡарайым. Ә ул буш! Шул саҡ минең һуңғы айҙарҙа көйөп йөрөүем тышҡа сыҡты.

-Һин ниңә буштан-бушҡа ҡағыҙҙарҙы киҫкеләнең! Әгәр ҡумта эшләгәс, уның эсендә бүләк ятырға тейеш! Бәләкәй үҙең эшләгән һүрәт булһа ла. Ә һин бөтә ҡағыҙҙы бөтөргәнһең, ә бүләгең юҡ!

-Атай, бар унда бүләк, ана бит...

-Һине алдарға кем өйрәтте? Әсәйеңме?

-Атай, унда бит ШАТЛЫҠ ята. Һин бит үҙең бүләккә шатлыҡ һораның. Тыштағы саф һауаны һулау иң ҙур шатлыҡ, тип әйттең бит. Мин унда һауаны ла, сәскәләр еҫен дә һалдым. Еҫкәп ҡарале. Шатлыҡтың еҫе шулай була тинең бит...

Иламһырай башлаған ҡыҙыма ҡарап ҡатыным башын сайҡап төпкә инеп китте. Ә мин баламды ҡосаҡлап алдым. Их, алйот, балаңдың яҡшыға ышанысын, һиңә бәхет бирергә ынтылыуын юҡҡа сығара яҙҙың бит. Ҡумтаны тағы асып еҫкәп ҡарайым. Ысынлап та, сәскәләр еҫе сыға. -Рәхмәт, ҡыҙым. Был ысынлап та ШАТЛЫҠ тинем. Донъялар үҙгәрҙе. Барыһы ла бар хәҙер. Күпте кисерергә тура килде миңә, ауырлығын да. Бик ауыр мәлдә шулай эсә башланым. Әммә бер көн баш ауыртыуҙан уянып киттем дә баш осомда торған төҫлө ҡумтаны күрҙем. Асып уны еҫкәй башланым.

ШАТЛЫҠ... Көс бирҙе ул миңә. Башҡа эсмәнем. Теш ҡыҫып эшкә тотондом һәм яҡшы йәшәп киттек. Хәҙер ҡыҙымдың үҙ ғаиләһе. Бәхетле йәшәй ул. Һаман да шундай изге күңелле, матур, балаларына бик яҡшы әсәй. Ейәндәр бәләкәй саҡта ул уйлап табып һөйләгән әкиәттәрҙе мин дә рәхәтләнеп тыңлайым торғайным. Ә ШАТЛЫҠ ҡумтаһы ғүмер буйы минең талисманым булды. Кәйеф төшөп, ауырлыҡҡа бирешә башлаһам, шунда уҡ уны асып еҫкәй инем. Бына шундай тылсымлы һәм яҙмышымды хәл иткән, ғүмерем буйы оҙата барған ҡумта бүләк итте миңә ҡыҙым.

Гүзәл Иҫәнгилдина.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: