Ирем уйламағанда ташлап сығып киткәс, ҡайғынан ҡойолоп төштөм. Уйламағанда түгел инде, һиҙеп йөрөй инем кемеһелер барлығын. Робот һымаҡ йөрөйөм, эшкә барам ҡайтам, балаларға ашарға бешерәм. Былай ҙа ябыҡмын, хәҙер ҡоро һөлдәгә әйләндем. Әсәй көсләп больничный алдыртты.
Бер көн яттым да ҡуйҙым, һөйләшмәйем дә, ашамайым да. Әсәй илай, балалар илай. Бер кис иремдең тауышын ишеттем. Өмөт уянды ҡайтҡан тип. Ул әсәйемә минең яратҡан кәнфиттәрҙе бирҙе лә, бына, уның яратҡан кәнфите, бәлки, ашар, тине.
Мин ырғып килеп ултырҙым. Ҡайтҡан иргенәм-бергенәм! тип ҡыуанам. Ҡапыл ул әсәйгә терелһен инде, мин балаларҙы үҙемә алмайым, кәләш ҡаршы тине. Сығып китте. Мин кухняға сыҡтым. Әсәй минең ишеткәнде аңланы. Өҫтәлдә кәнфиттәр ята. Алып ашай башланым. Ашайым да илайым, ашайым да көләм. Әсәй ҡурҡып ҡарап тора. Унан был кәнфиттәрҙе йүгереп сығып ҡоҫтом. Нисектер рәхәт булып ҡалды.
Өйгә инеп әсәй менән матур итеп һөйләштем, ул бешергән һурпаны рәхәтләнеп ашаным. Ошонан һуң аяҡҡа баҫтым. Ҡыйын булды инде, әммә башҡа йығылманым. Иремдең яңы ғаиләһендә барыһы ла тигеҙ бармауын беләм. Әммә үсәмәйем. Яратмағас, көсләп йәшәтеп булмай бит. Ә кәнфите шәп булды, үлтерҙе лә терелтте лә.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.