Губернатор бәйгеһе
Мин үткән быуаттың 70-се йылдары башынан ҡурайсылар, йыраусылар тураһында мәғлүмәттәр йыям. Был мәғлүмәттәр “Ҡурай һәм ҡурайсы”, “Оҙон көй һәм йыраусы”, “Ҡурай – башҡорттарҙың боронғо мәҙәниәте символы” тигән китаптарыма, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләремә, Башҡортостан телевидениеһында үҙемдең сценарийым буйынса һәм үҙем алып барған йөҙәрләгән “Хазина” тапшырыуҙарына һәм тиҫтәләрсә радиотапшырыуҙарына инде. Аллаға шөкөр, бындай, шикһеҙ, ҡиммәтле мәғлүмәттәргә бөгөн дә юлығырға тура килә.
Күптән түгел Баймаҡ районының абруйлы шәхестәренең береһе, Үрге Таулыҡай ауылында йәшәүсе дуҫым, хеҙмәт ветераны Йәүҙәт Шәһит улы Мөхәмәтйәров түбәндәгеләрҙе һөйләне: “1962 йыл, 4-се класты бөтөп, 5-се класҡа күскән инем, Йылайы йылғаһы буйында элекке Сыңғыҙ утары ерендә ауылдаштарым менән бесән әҙерләйбеҙ. Бер көнө беҙҙе 6-7 саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Шүлкә ауылына мунса төшөргә алып барҙылар. Мин, бала кеше, ҡыҙыҡһынып, рөхсәт һорап, хужаның, Ғатаулла бабайҙың өйөнә индем. Төкөтмәле өй, өй эсендә ҡурайҙарҙың күплегенә хайран ҡалдым: нисә тәҙрә бар – һәр береһенең башында, урталағы ишек башында, мөйөштәге шкафта ҡурайҙар ята. Тәүге тапҡыр ҡурай ҡынын күрҙем, эсе тулы ҡурай ине. Мин, батырсылыҡ итеп, бер ҡурайын һораным. Ғатау бабай, балам, минең һәр бер ҡурайым бер көйгә тәғәйенләнгән, шуға күрә мин һиңә ҡурай бирә алмайым. Урманда ҡурай күп, һин йыйып алып кил, нисәне алып киләһең, шуныса ҡурай эшләп бирәм, тине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурай ҙа йыя алманым, Ғатаулла олатайға башҡаса барырға ла насип булманы.
Ғатаулла олатай ҡунаҡҡа барыр булһа, барған ауылына килеп етһә, санаһында тороп, ҡурай уйнап барып ингән, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем булды. Ошонда ла ҡурайға мөнәсәбәте күренә бит! Халҡына моң тарата! Ә бына Ғатаулла олатайҙың бүре тураһында лаҡабын бынан 40 йыл самаһы элек Сыңғыҙ мәктәбенең директоры булып эшләгәнемдә бергә аралашып йөрөгән, сығышы менән Шүлкә ауылынан, Раев Исламғәзе ағайҙан ишеттем. Уның ауылдашы Фәтҡулла Хәсәнов ат менән бесәндән ҡайтып килгәнендә бер бүренең кәбән төбөндә сысҡан аулап торғанын күрә. Һыҙма мылтығы булған, бүрене атып ала ла йөгөнә тейәп алып ҡайта. Депутат тип, Исламғәзе ағайға барған. Бына бүре тип, атып алғайным, бүрегә лә оҡшаған, эткә лә оҡшаған, ҡара әле, ти икән. Ысынлап та, эткә лә оҡшаған һымаҡ. Әйҙә Һатыбалдыға барайыҡ, һунарсы кешегә, тигән Исламғәзе ағай. Һатыбалды ҡараны ла, егеттәр, әйтә алмайым, әйҙәгеҙ атайыма киттек, тигән. Ғатаулла бабай теге эт-бүренең ауыҙын асып ҡараны ла, һай, балалар, был минән дә ҡарт бүре бит. Һеҙ уны атып дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, атмаһағыҙ ҙа бер-ике көндән үлер ине, тештәре бөткән, ас кәнгерләп йөрөгән нәмә булғандыр инде. Бүре алған биләмәнең хужаһы бүре алыусыға бер һарыҡ бирергә тейеш тигән закон бар. “Алға” колхозының рәисе Зариф Хисмәтуллинға барығыҙ, тигән. 1-се Этҡол ауылына Зариф Ниғмәт улына барһалар, ул, колхозда һарыҡ күп түгел, мин һеҙгә бер кәзә бирәм, риза булһағыҙ, Шырмайға барып алығыҙ, тигән. Шырмайға барып, кәзәне тейәп алып ҡайтҡандар. Был кәзә үрсеп киткән, бүре тоҡомло кәзәләр, тип йөрөткән ауыл халҡы.” Йәүҙәт Шәһит улы Ғатаулла олатайҙың “Губернатор бәйгеһе” тигән лаҡабын Солтанғәзе Раевтан ишеткән: “Ҡайҙандыр йөрөп ҡайтһа, әбейе урамға сығып көтөп тора икән, ҡайҙа йөрөйһөң, һиңә губернаторҙан сапҡын килде, ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә икән, һине саҡыралар, ти икән. Атыма мендем дә саптым. Мин барғанда бәйге башланған ине. Барып сәхнә артынан бер һыҙҙыра уйнап ебәргәйнем, теге яҡтан губернатор, Гатаулла, это ты? Покажись, тип ҡысҡырҙы, ти”.
Иң беренсе, шикһеҙ, Ғатаулла Һөйәрғол улы Ҡасҡынов (1888 – 1971) көслө ҡурайсы булған. Был ябай бер факттан, ҡурайҙарының күплегенән дә күренә. Ысын ҡурайсы ҡурайын йәне һымаҡ күрә, көйөнә күрә ҡурайын һайлап уйнай. Бер һаҡһыҙ ҡунаҡ ҡурайын һындырғас, мәшһүр ҡурайсы Ишҡәле Дилмөхәмәтов, ҡурайымды һындырғансы, үҙемде үлтерһәң ни була, тип әйткәне тураһында ишеткәнем булды. Яҡын аралашҡан мәшһүр ҡурайсылар Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Абдулла Хәлфетдиновтарҙың өйөндә ҡурай күп булды, өйҙәрендә булырға тура килгән Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәновтарҙа ла шул уҡ күренеш ине. Ғатаулла ҡурайсының ҡурайҙарының күплегендә уның белгән көйҙәренең күплеге лә күренә түгелме һуң? Боронғо ҡурайсылар көйҙө күп белгән шул.
1944 йылда Ғата Сөләймәнов мәшһүр ҡурайсы, йыраусы, бейеүсе Ғиниәт Ушановтан элекке ҡурайсылар бәйгеһе тураһында бөгөнгө көндә ҡулына ҡурай тотҡандар өсөн ифрат фәһемле мәғлүмәт яҙып алған:
“Ҡурайсыларға беренсе шарт: үҙе белгән бер оҙон, бер ҡыҫҡа көй уйнарға тейеш. Тикшереүселәр бер көй уйнарға ҡушырҙар. Шул өс көйҙә дәрәҫ башҡарһа, икенсе баҫҡыс ярышына ҡалдырырҙар.
Икенсе баҫҡыс шарты: тикшереүселәр бер оҙон көй уйнарға, икенсе көйҙөң тарихын һөйләргә, үҙенән һуң уйнаған ҡурайсының ниндәй исемле көй башҡарғанын әйтергә тейеш. Шул шарттарҙы үтәмәй икән, тимәк ул ҡурайсы үтмәй тигән һүҙ.
Өсөнсө шарт: ҡурайсыға уйнарға яңы өс көй исемен әйтерҙәр, берәүһен өзләп уйнарға, икенсеһен күкрәк менән уйнарға, ел аҙағында ун саҡрым ерҙә килгән кеше ишетергә тейеш. Өсөнсө көйҙөң тарихын һөйләп бирһә, дүнән ат ҡурайсыныҡы булыр”.
Беҙҙең көйҙәребеҙҙә халҡыбыҙҙың тарихы сағыла, асылда ҡурайсы ҡурай моңо аша халҡының тарихын һөйләй. Мәшһүр фольклорсы, сәсән Мөхәмәтша Буранғолов хәҙерге Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылынан ҡурайсы, “Урал батыр” эпосын беҙгә килтереп еткергән сәсән Ғәбит Арғынбаев тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: “Ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, иң тәүҙә уның тарихын һөйләп, һәр төрлө вариантта уйнап, шул варианттың ҡайһы ырыуға хас икәнен һөйләп бирә, йырын йырлап тамамлай ине. Мин белгәндә генә Fәбит сәсән Ырымбурҙа ҙур йыйында 50–60–лап ҡурайсы һәм йыраусы араһында беренселекте алып бүләкләнде. Наполеонға ҡаршы һуғышҡа һәм уны еңеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы, 1912 йылдың 26 авгусында Ырымбурҙа булған туйға, башҡорттар күп килде. Улар боронғо ата–бабаларҙың яу кейемдәрен кейеп, һыбай парадта ҡатнашты Парадтан һуң ҡурайсылар бәйгеһе булды. Был мәртәбәле йыйынды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡайһы бер башҡорт старшиналары миҙал менән бүләкләнде, батшанан башҡорттарға ҡотлау телеграммаһы килде. Шул тантаналар айҡанлы Ырымбур өйәҙе Яҡуп ауылында 1912 йылдың октябрь айында тағы ла ҙур туй булды. Fәбит сәсән шунда ла ҡурайҙа иң алдынғыларҙан булды.”
Тарихтан мәғлүм булыуынса, октябрь айында үткәрелгән бәйге “Губернатор бәйгеһе” тип аталған. Ул саҡтағы Ырымбур губернаһының губернаторы Николай Сухомлинов, 26 августа үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһен оҡшатып, тағы ла киңерәк итеп бәйгене үткәрергә фарман биреүе ихтимал, һәр хәлдә халыҡта һаҡланған бәйгенең исеме ошолай фараз итергә мөмкинлек бирә. Фарман башҡорт йәшәгән һәр төбәккә барып еткәндер һәм урындарҙа көслө ҡурайсыларҙы барлап, уларға сапҡын ебәрелгәндер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәйгеселәрҙең исемдәре теркәлмәгән. Беҙҙең яҡташыбыҙ Ғатаулла Һөйәрғол улы Ҡасҡыновтың бына ошо “Губернатор бәйгеһе”ндә ҡатнашыуы, мин быға шикләнмәйем, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғолары уята. Уға 24 йәш булған. Сәхнә аша губернатор менән “һөйләшеүе”, әлбиттә, Ғатаулла ҡурайсы уйлап сығарған лаҡап.
Шуҡ кеше булған, күрәһең. Етди һүҙгә килгәндә, беҙ, баймаҡтар, ошоғаса 1912 йылда үткәрелгән “Губернатор бәйгеһендә Түбәнге Иҙристән атаҡлы Ғәбит сәсәндең ҡатнашыуы тураһында белһәк, хәҙер Шүлкә ауылынан, ул саҡта Шүлкә утары, Ғатаулла ҡурайсының ҡатнашыуы менән дә ғорурлана алабыҙ.
Юлай Ғәйнетдинов
Фото: Һатыбалды Ғатаулла улы Ҡасҡынов (1930 – 1992)