Балаларыбыҙ - иң ҙур байлығыбыҙ
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл һәм Әсҡәт Мәжитовтар - күп бала тәрбиәләүсе матур ғаилә.
Баймаҡ ҡыҙы Гүзәл Айрат ҡыҙы менән Түбә ауылы егете Әсҡәт Рәсүл улы дүрт бала тәрбиәләй. Өлкәндәре Дилә Орск ҡалаһында медицина колледжында тик яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Ул йырларға ярата. Икенсе ҡыҙҙары Шәүрә ҡаланың 3-сө мәктәбендә белем ала. Спортты үҙ иткән ҡыҙ бокс түңәрәгенә йөрөй һәм район, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә. Ул - абсолют чемпион. Шәүрә шулай уҡ шашка уйнарға ярата. Гитара уйнау серҙәрен дә ҙур теләк менән өйрәнә ул. Һәр яҡтан талантлы ҡыҙға баш ҡалала Президент шыршыһында ҡатнашыу бәхете лә эләккән. Өсөнсө ҡыҙҙары Камила - 3-сө мәктәптең 5-се класында белем ала. Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбенә скрипка түңәрәгенә йөрөй. Төпсөктәре Маратҡа өс йәш. Ул «Толпар» балалар баҡсаһына йөрөй.
«Өс ҡыҙҙан һуң дүртенсе мөхәббәт емешебеҙ улыбыҙ тыуыу моратына ирештек. Шуға ла уға Морат тип исем ҡуштыҡ», - тип йылмая бәхетле әсә.
Шулай итеп, тырыш ата-әсә балаларының һәләттәрен һәр яҡтан үҫтереп, уларҙың башланғыстарын хуплап йәшәй. Мәжитовтар ғаиләһе бер нисә йыл элек үткәрелгән «Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе» конкурсында ҡатнашып, 1-се урын яулай. Бынан тыш, төрлө хәйриә акцияларында ҡатнаша. «Әбйәлил районына эшем буйынса юл төшкәндә, ундағы балалар йортонда булдым. Ата-әсә һөйөүенән иртә мәхрүм ҡалған тәрбиәләнеүселәрҙе күреп, йөрәгем һыҙлап ҡайтты. Бер нисә көндән уларға әҙ булһа ла иғтибарымды бирәйем тип, төрлө тәмлекәстәр, кәрәк-яраҡтар алып барҙым. Шунан һуң етем ҡалған балалар яҙмышына битараф ҡала алманым. Әле тәрбиәгә 16 йәшлек үҫмер ҡыҙҙы тәрбиәгә алырға уйлайбыҙ», - тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште изге күңелле әсә.
Ғаилә башлығы махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итә. «Ул үҙ иленең патриоты. МХО башланғандан һуң үҙ теләге менән яуға юлланды. Хәбәрләшеп торабыҙ, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып тора. Балалар менән уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, имен-һау йөрөһөндәр, тиҙерәк йорт-илебеҙ тынысланһын», - тине Гүзәл Айрат ҡыҙы. Яугирҙең түшен хәрби батырлыҡтары өсөн бирелгән миҙалдар биҙәй.
Гүзәл Айрат ҡыҙы 18 йыл «Айыуҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әле декрет ялында.
Ғаилә ял, каникул мәлдәрен файҙалы үткәрергә тырыша. Бергәләп урманға, матур ерҙәргә сәйәхәт итергә ярата. Балаларын уҡытып, уларға тейешле һөнәр алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырыу - ата-әсәнең иң ҙур теләге.
Маҡсатлы, тырыш Мәжитовтар ғаиләһенә бәхетле көндәрҙән торған тормош, ғаилә башлығының яуҙан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын,татыу, бәрәкәтле ғүмер юлы теләйбеҙ.
Альбина Байегетова.