Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
6 Декабрь 2024, 06:35

Рәхәтләнеп йәшәргә насип булһын

Беҙҙең өсөн сикһеҙ яҡын һәм ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, ҡоҙағыйыбыҙ Фәнисә Хәйрулла ҡыҙы Байбуловаға ошо көндәрҙә 90 йәш тулды. Ҡәҙерлебеҙҙе ғүмер байрамы уңайынан ҡотлап, донъялағы иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Рәхәтләнеп йәшәргә насип булһынРәхәтләнеп йәшәргә насип булһын
Рәхәтләнеп йәшәргә насип булһын

Әсәйем Фәнисә Хәйрулла ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл ауылында ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуа. Уның бала сағы, йәшлек йылдары бик ауыр осорға тура килә. Шуға ла әсәйем йәшләй генә туғандары менән бергә эшкә егелергә мәжбүр була. Өлкән апаһы МТС-та эшләгәндә, ул һеңлеһе менән үлән йыйырға сыға. Үләнгә ҡушып утынын да ташыйҙар. Шулай итеп, улар әсәләренә саҡ ҡына булһа ла ярҙам итергә тырыша.

1943 йылда һуғыш яланында аталары вафат булып ҡала. Донъяның барлыҡ ауырлығы йәш әсә менән биш балаға төшә. Йәнә 14 йылдан, йәғни 1957 йылда ғаилә тағы оло юғалтыу кисерә – әсәләре яҡты донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Иркәләнеп ултырыр мәл түгел. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҫмер ҡыҙ үҙендә көс табып, хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Сибай ҡалаһында ул төҙөүсе лә, штукатур-маляр ҙа була.

Йәшлек йылдарында ҡәҙерлебеҙ ғүмерлек тормош иптәшен – Фәйзиәхмәт Мөхәмәт улы Байбуловты осрата һәм улар сәстәрен-сәскә бәйләй. Ғаилә нигеҙен Иҫке Сибай ауылында ҡоралар. Мөхәббәт емештәре булып ете бала донъяға килә. Әммә яҙмыш уларҙы бала ҡайғылары менән һынай. Әсәйемдең ике бер туғаны ла йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Ата-әсәйебеҙ биш балаһын аяҡҡа баҫтырып, лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына оҙата. Хәҙер инде был балалар үҙҙәре күптән атай һәм әсәй, өләсәй-ҡартатай булып, матур итеп донъя көтә. Бына шулай, ҡәҙерлеләребеҙ ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисереп, бар ауырлыҡтарҙы еңергә көс табып, һөйөүҙәрен һаҡлап 66 йыл бергә ғүмер итә. Бөгөн уларҙы 9 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре һөйөндөрә.

Әсәйем, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, барыбыҙҙы ла хәстәрләп тора. Йыш ҡына ихлас күңелдән бешергән тәмлекәстәре менән ҡыуан-дыра. Ҡәҙерлебеҙ шулай уҡ ҡул эштәре менән булышырға ярата. Ул бәйләгән әйберҙәр йортона ҡот өҫтәй. Шулай уҡ берҙән-беребеҙ Иҫке Сибай ауылының “Олпаттар” фольклор ансамблендә әүҙем ҡатнаша. Ансамблгә яраҡлаштырып хатта милли кейемен дә үҙ ҡулдары менән тегеп кейҙе. Уны күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр менән биҙәне.

Әсәкәйебеҙ ҡышҡы оҙон кистәрҙә иҫ киткес матур сәскәләр бәйләй. Ә йәй көндәре ихатаһында гөрләтеп сәскәләр үҫтерә. Тегелгән ҡорамалары, зауыҡ менән эшләнгән түшелдеректәре барыбыҙға ла йәм һәм шатлыҡ, яҡтылыҡ һәм ҡыуаныс бүләк итә. Бынан тыш, ул телевизор аша спорт ярыштарын күҙәтеп бара.

Әсәйебеҙ һәр саҡ алдына маҡсат ҡуйып йәшәй. Уны ғәмәлгә ашырыу юлдарын эҙләй. Күңеле менән һәр саҡ йәш ҡалған ҡәҙерлебеҙ яратҡан өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора. Беҙ ҙә уны һағынып, һәр ваҡыт янына ашҡынабыҙ.

Һөйөклөбөҙҙө тыуған көнө менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Һаулыҡтың нығын, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың мулын, йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Барлыҡ изгелектәрең өсөн мең рәхмәт. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәрҙәреңдең, туғандарыңдың, күрше-күләндәреңдең ихтирамын тойоп, артабан да атай менән бергә рәхәтләнеп йәшәргә насип булһын.

Барлыҡ туғандарың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың, килен-кейәүҙәрең исеменән – ҡыҙың Әлфиә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас