Лилиә Брәлина райондың мәғариф бүлегендә эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, буш ваҡыттарында заказға бәлештәр бешерә, финики һәм баҡса еләген шоколадҡа сумдырып тәмлекәстәр әҙерләй, кейтеринг менән шөғөлләнә, торт бешереү буйынса курстар үткәрә.
"Эштән арып ҡайткан саҡта рәхәтләнеп бешеренеү - үҙе кинәнес бит ул, йәнгә ял бирә", - ти йәш хужабикә. Ысынлап та, дәртең, теләгең, булышҡан шөғөлөң күңелеңә яҡын булһа, уны төп эшең менән бер юлы алып барырға мөмкин.
Лилиә лә күп кенә йәш әсәләр кеүек декрет отпускыһын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Магнитогорск ҡалаһына барып, торт бешереү буйынса курс үтеп ҡайта. Яңы тыуған улы Арыҫландың һәр айы тулған һайын бер торт бешереүҙе йола итеп ала. Матур ҙа, тәмле лә булған торттарҙы таныштары, яҡындары маҡтай-маҡтай ашай. Тиҙҙән ипләп кенә үҙҙәренә заказға бешереүҙе һорай башлайҙар. Шулай "сарафан радиоһы" үҙ ролен яҡшы үтәй. Йәш әсәнең үҙенең клиенттары барлыҡҡа килә. Өҫтәмә килем алыуҙан илһамланып, бәлештәр ҙә бешереп ҡарай. Былары ла үтемле була. Бәлеш янына ҡабымлыҡтар, һәр төрлө салаттар өҫтәлә. Шулай итеп, оҫтабикә кейтеринг менән дә шөғөлләнә башлай.
Нимә ул кейтеринг, тиерһегеҙ. Кейтеринг - ул теге йәки был сараға, мәжлестәргә әҙер аҙыҡ-түлек алып барып биреү. Уның эсенә ҡабымлыҡтар, бешкән ризыҡтар, салаттар, эсемлектәр, хатта ҡамыр аштары ла инә. Ҡунаҡ саҡырыр алдынан Лилиә Брәлинаға мөрәжәғәт итеп, табынығыҙҙы биҙәйәсәк меню менән танышырға мөмкин. Мәжлес булыр көндө контейнер менән әҙер ризыҡтарҙы барып алырға ғына ҡала.
Әйткәндәй, Лилиә Радик ҡыҙы үҙенең яратҡан һәм килем килтерер шөғөлөнә йәнә бер хеҙмәт өҫтәне. Ул оҫталыҡ дәрестәрендә финики менән ер еләген шоколадҡа сумдырып, телде йоторлоҡ тәмлекәс эшләргә өйрәнеп ҡайтты.
Әҙерризыҡтарҙыматуритепбиҙәү - үҙе бер һөнәр. Лилиәнәналғаншоколадтар, бәлештәрматурһәмзауыҡлыитепбиҙәлгәнбула. Оҫтабикәменәнбәйләнешкәсығыуөсөн
8 937 834 19 62
телефонына шылтыратығыҙ. Ошонда уҡ ватсап та бар.
Лилиә шәхси тормошонан да уңған. Тормош иптәше Салауат менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
Арыҫлан мәктәптә уҡый, Мәликә әле балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
Лилиә Брәлина барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап һаулыҡ һәм именлек, һәр әсәне балалары һөйөндөрөп торһон, тигән теләктәрен еткерҙе.