Ғаилә йылы
24 Ноября 2024, 06:30

Бауырһаҡ һәм зефирҙан да гөлләмә эшләргә була

Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгәнгә күрә уның ваҡыты әллә ни күп түгел. Шуға ла Әҡлимә Йортбәкованан табынығыҙҙың күрке булыр ризыҡтарҙы бешертеп алып өсөн алдан һөйләшергә кәрәк. Ә бына зефирҙан эшләнгән әҙер гөлләмәләр махсус һыуытҡысында һәр саҡ була. Әсәйегеҙҙе ҡотлау өсөн тап ошондай зефир гөлләмәһен алырға теләһәгеҙ, 8 962 535 07 83 телефонына шылтыратығыҙ. Ошонда уҡ ватсап та бар.

Бауырһаҡ һәм зефирҙан да гөлләмә эшләргә булаБауырһаҡ һәм зефирҙан да гөлләмә эшләргә була
Бауырһаҡ һәм зефирҙан да гөлләмә эшләргә була

5-се мәктәптең ашнаҡсыһы Әҡлимә Йортбәкова сығышы менән Сыңғыҙ ауылынан. Ашнаҡсы булырға хыялланған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та ышаныслы аҙымдар менән хыялына табан юл яра. Ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштереп, эш башлай.

Буш ваҡыттарында оҫта ҡуллы ханым заказға бәлештәр бешерә, тултырылған балыҡ әҙерләй, салаттар эшләй һәм башҡалар.

Барыһы ла ун йыл элек башлана. "Сәпәкәй" балалар баҡсаһында эшләп йөрөгән сағында ул тәү башлап заказға балыҡ тултыра. Унан ҡойолған бәлештәр бешерә. Тап ошо йылдарҙа коллегаларына мәжлес өсөн табындар әҙерләп бирә башлай. Хаҡты ла сағыштырмаса түбән ҡуя. Ҡайһы берҙәренән хатта бөтөнләй түләтмәй. Ул ошолай тәжрибә туплап алғас, ярҙамға бер-ике ҡыҙ алып, күсмә ашнаҡсы хеҙмәтен күрһәтә башлай.

Төрлө ваҡыттар була: бындай хеҙмәттәр күрһәтеүҙе туҡтатып тора, ҡабаттан тергеҙә. Социаль селтәр Әҡлимәгә һәр саҡ ярҙамға килә. Шулай бер мәл шоколадты иретеп, букет эшләгәндәре күҙенә салына. Һөнәре буйынса кондитер булған оҫтабикәгә был бик еңел тойола. Өс йыл элек Белем байрамына ҡарата тап шундай букеттар әҙерләй. Уларҙы тиҙ арала һатып алып та бөтәләр. 

Бер урында ғына тапанырға яратмаған оҫтабикә зефирҙан да гөлләмәләр эшләп булыуын белеп ҡала. Интернеттан эҙләнә торғас, уны эшләү серҙәренә өйрәнә. Был рецепттарға үҙенсә үҙгәрештәр ҙә индерә. Төрлө химик ысул менән алынған тәмләткестәрҙән баш тарта. "Баҙарға сығып, үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән емештәрҙе һатып алам. Унан иҙмә эшләп, зефирға ҡушам , - ти.

Ә зефирҙан сәскә килеп сыҡһын өсөн өс төрлө технологияны ҡулланырға була. Ҡул менән йәбештерергә, махсус аппарат ҡулланыу мөмкинлеге лә бар. Быларҙың барыһын да ул ентекләп өйрәнә. "Иң мөһиме - ул ауыҙҙа иреп торорға тейеш. һағыҙ кеүек ҡайышҡаҡ булмаһын, - ти Әклимә.

Бынан тыш, оҫта ашнаҡсы кукуруз таяҡсалары кеүек формалағы ҙур бауырһаҡтарҙы ла заказға бешерә башлай. Бының да технологияһын интернеттан өйрәнә. "Интернеттан рецебын күсереп алыу менән генә эш бөтмәй. Һин уны үҙеңә яраклаштырып, бер аҙ үҙгәртәһең. Күпереп, ауыҙҙа иреп торорлоҡ итеп бешереп өйрәнгәс кенә кешегә тәҡдим итергә мөмкин", - тине.

Әҡлимә Хөрмәт ҡыҙы шулай уҡ заказға ҡабымлыҡтар, шпинаттан һәм кишерҙән рулеттар, һәр төрлө салаттар ҙа эшләй. Ҡайһы саҡта сит илдәрҙең милли ризыҡтарын да бешертеп алалар.

Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгәнгә күрә уның ваҡыты әллә ни күп түгел. Шуға ла Әҡлимә Йортбәкованан табынығыҙҙың күрке булыр ризыҡтарҙы бешертеп алып өсөн алдан һөйләшергә кәрәк. Ә бына зефирҙан эшләнгән әҙер гөлләмәләр махсус һыуытҡысында һәр саҡ була. Әсәйегеҙҙе ҡотлау өсөн тап ошондай зефир гөлләмәһен алырға теләһәгеҙ,

8 962 535 07 83

телефонына шылтыратығыҙ. Ошонда уҡ ватсап та бар.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас