Минең яҙмам Мерәҫ ауылында йәшәүсе абруйлы, эшһөйәр, дәртле ҡатын, уңған әсә Фәрхәнә Faрифулла ҡыҙы Йәнтүрина тураһында.
Ул Мерәҫ ауылында 1959 йылдың 25 мартында Fарифулла һәм Фәхилә инәйҙең ишле ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы - һуғыш, ә әсәһе тыл ветераны ине. Бик татыу ғаилә булды улар.
Фәрхәнә апай тәүҙә ауыл, унан ҡаланың 1-се мәктәбендә белем ала. Артабан Сибай һөнәрселек училищеһында уҡый. Тырыш ҡыҙ крансы һөнәрен үҙләштереп, ПМК-ла эшләй. Шулай ҙа тыуған ауылын һағынған ҡыҙ Мерәҫкә әйләнеп ҡайта. 1979 йылда үҙенең мөхәббәтен - Айрат Йәнтүринды осрата. Йәштәр өйләнешә һәм ғаиләлә бер-бер артлы Сиражия, Раушания, Вилиә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Татыу ғаиләлә балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп, юғары уҡыу йортонда уҡыталар, туйҙарын үткәрәләр.
Мерәҫ ауылында Фәрхәнә апай тәүҙә төрлө эштәрҙә эшләй, унан балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе була. Тырыш хеҙмәткәрҙе профком рәйесе итеп тә һайлап ҡуялар. Балалар баҡсаһында төрлө саралар ойоштороуға шәп була. Әүҙем ҡатынды бер нисә мәртәбә депутат итеп һайлайҙар. Округы менән төрлө саралар уртаһында ҡайнап йәшәй. Бынан тыш, ул фольклор ансамблендә лә йөрөй. Мерәҫтә үткәрелгән мәҙәни сараларҙың береһе лә унһыҙ үтмәй.
Шуныһы аяныслы, гөрләтеп йәшәп ятҡанда Айрат ағай ҡаты ауырып, гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Ул оҙайлы йылдар комбайнсы булып, алдынғылыҡты бирмәй эшләне. Айрат ағай спорт яратты: шахматсы ла, футбол уйнарға ла шәп ине. Ауылдаштар уны хөрмәтләп, иҫтәлегенә Мерәҫ паркында футбол ярышы ла ойошторҙо.
Фәрхәнә апай яратҡан кешеһен юғалтыуын сабыр кисереп, тормошон дауам итә. Кешеләргә кәңәшсе лә, кәрәк саҡта ярҙамсы ла ул. Беҙ Фәрхәнә апайҙы бар күңелдән Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ. Гел шулай эшһөйәр, дәртле булып ҡалығыҙ!
Дилбәр ХОҘАЙБИРҘИНА.