Ғаилә йылы
22 Ноябрь 2024, 05:40

Балаларыбыҙ - иң ҙур байлығыбыҙ

«Сибайҙағы дәртле студент йылдары таныштырҙы беҙҙе. Беребеҙ эшләп йөрөһә, икенсебеҙ студент ине. Бер-беребеҙгә тәү күреүҙән ғашиҡ булғанбыҙҙыр  инде. Мөхәббәтебеҙҙе ике ай һынағандан һуң, 2007 йылда ғаилә ҡороп ебәрҙек, - тип йәшлек хәтирәләре менән бүлеште Сәриә һылыу. - Тормош иптәшемдән уңдым. Ул хәстәрлекле ғаилә башлығы, минең өсөн дә, балалар өсөн дә өҙөлөп тора». Дауамы - сайтта:

Әсә! Ниндәй бөйөк исем!

Нимә етә әсә булыуға.

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа!

 

 Беҙҙең районда ла күп бала тәрбиәләгән, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған әсәләр бихисап. Шуларҙың береһе - Таһир ауылында йәшәүсе Сәриә Ҡунаҡбаева. Ул тормош иптәше Ильяс менән алты балаға - баһадирҙай дүрт улға һәм сәскәләй ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Сыңғыҙ һылыуы менән Таһир батыры тәүге тапҡыр ҡайҙа осрашҡан һуң?

 «Сибайҙағы дәртле студент йылдары таныштырҙы беҙҙе. Беребеҙ эшләп йөрөһә, икенсебеҙ студент ине. Бер-беребеҙгә тәү күреүҙән ғашиҡ булғанбыҙҙыр  инде. Мөхәббәтебеҙҙе ике ай һынағандан һуң, 2007 йылда ғаилә ҡороп ебәрҙек, - тип йәшлек хәтирәләре менән бүлеште Сәриә һылыу. - Тормош иптәшемдән уңдым. Ул хәстәрлекле ғаилә башлығы, минең өсөн дә, балалар өсөн дә өҙөлөп тора». 

Ғаилә башлығы Таһир ауылында фельдшер булып эшләй. Эшендә яуаплы,ихтирамлы хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә ышаныслы тормош иптәше, балаларына өлгөлө атай. Күркәм, матур ғаиләнең башлығы Ильяс Риф улы быйыл республика етәкселеге тарафынан  - «Атайлыҡ даны» миҙалына лайыҡ булһа, Сәриә Дамир ҡыҙына «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Балаларын матур итеп тәрбиәләгән ата-әсә, был наградаға ысынлап та лайыҡ.

 Ҡунаҡбаевтарҙың иң өлкән улдары  Ғәйсәр - Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 1-се курс студенты, Ислам - Баймаҡ лицей-интернатының 7-се класс уҡыусыһы, Айтуған Сибай лицей-интернатының  5-се «шайморатовсылар» класында уҡый. Ғәзим Таһир ауылында 2-се класта белем ала. Ә кескәй Зөлхизә һәм Заһиҙә урындағы балалар баҡсаһына йөрөй. Балаларын рухлы итеп, уларҙың һәләттәрен күреп, һәр яҡлап үҫтерергә тырыша ата-әсә. Егеттәр спорт менән дуҫ булырға тейеш, тип иҫәпләй улар. Өлкән улдары Ғәйсәр район, республика кимәлендә үткән  самбо ярыштарында ҡатнашып, һәр саҡ алдынғы урындар ала. Уның был спорт төрө буйынса кубок һәм миҙалдары ла күп. Ислам көрәште үҙ итә. Ул да һәр саҡ уңыштарға өлгәшә. Ә ҡыҙҙар инде әсәләре кеүек  бейергә ярата.

Сәриә Дамир ҡыҙы бала саҡтан йырларға, бейергә ярата. Бик моңло тауышлы ул, ә сәхнәлә өҙҙөрә баҫыуҙары һәр кемде хайран итерлек! Ул ауылда ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бынан тыш,  районда үткән  йыр, бейеү конкурстарында ла үҙен һынап ҡарай.

Тырыш ғаилә балаларын бағырға ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла, шәхси хужалыҡтарында күпләп мал аҫрарға ла ваҡыт таба. Йыл һайын тиҫтәләгән ҡош-ҡорт та көтә уңған хужалар. Хужалыҡ эштәрендә балалар ата-әсәгә ярҙам итеп, эш һөйөүсән булып үҫә.

«Балаларыбыҙ - иң ҙур байлығыбыҙ. Уларға яҡшы тәрбиә биреп, матур итеп үҫтерергә яҙһын, киләсәктәре бәхетле булһын», - тигән изге теләктәрен дә еткерҙе әсә кеше. Әсәнең доғалары ҡабул булыусан. Амин, шулай ғына булһын!

Мөләйем, ипле, тыйнаҡ, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Сәриә Дамир ҡыҙы ише әсәләр - донъя тотҡаһы, тормошобоҙ йәме.

 

  Альбина Байегетова.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас