"Ғаиләм - йылы усағым". Ошондай исем аҫтында Үрге Таулыҡайҙа ғаилә йылына арналған бик матур сара үтте.
"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үткән был урам байрамын ауылдың Гагарин округы халҡы әҙерләне.
Округҡа өс урам: Бабич, Баҡса, Гагарин урамдары инә. Унда бөтәһе 32 йорт иҫәпләнеп, 108 кеше йәшәй. Шуларҙың - 15 е - уҡыусы балалар, 9 - ы студент, 38 кеше бөгөнгө көндә эшләп йөрөһә, 27 - һен хаҡлы ялдағылар тәшкил итә.
Мәҙәниәт йортонда үткән байрам бик ойошҡанлы үтте.
Ишектән инеү менән халыҡты бик бай күргәҙмә ҡаршы алды. Ниндәй генә ҡул эштәре юҡ ине унда!
Шулай уҡ ғаилә йылы темаһына арналған стена гәзиттәре, ғаилә фотолары, урындыҡ, сәңгелдәктә бәпес йоҡлауы - барыһы ла сағылыш тапты.
Көҙгө уңышты сағылдырған ҡайнатма, салат, компоттар, өҫтәлдәге аш - һыу күргәҙмәһе лә был округта уңған хужабикәләр йәшәүен дәлилләне.
Сараны Гүзәл Байегетова һәм Сәүиә Салихова бик матур итеп алып барҙы. Иң башта һүҙ округтың иң оло кешеләренә - Нурбәк Байегетовҡа, Әғзәм Салиховҡа, Кинйәбикә Байрамғоловаға бирелде.
Улар ҡунаҡтарҙы ауыл, үҙҙәренең урам тарихы менән таныштырҙы. Кинйәбикә Абдрахман ҡыҙы иһә мөнәжәт һөйләп ишеттерҙе.
Гагариндарҙың ауыл халҡына бүләк иткән концерт сценарийы бик ентекле уйланылған. Һәр сығыш тамашасы тарафынан көслө алҡыштарға күмелде. Уҡыусы балалар, ирҙәр, ҡатын - ҡыҙҙар барыһы ла концертта бик әүҙем ҡатнашты.
Йыр, бейеү, нәфис һүҙ, мөнәжәт - һәр кем күңеленә хуш килде. Концерт һуңынан Хәлидә инәй Фәхретдинова яҡшы тәьҫораттарын йәшерә алманы:" Барығыҙ был концерт менән Баймаҡҡа, Өфөгә, йөрөгөҙ ауылдар буйлап. Бөгөнгө менән генә сикләнмәгеҙ! "- тине.
30, 35,40 йыл бергә йәшәүсе парҙар ҙа тәбрикләнде сарала. Уларға изге теләктәр еткерелде, бүләктәр тапшырылды.
Шулай уҡ быйылғы йылда ғаилә ҡорған парҙар, округтың иң бәләкәй гражданины, бергә йәшәүсе килен - ҡәйнәләр ҙә ситтә ҡалманы, барыһы ла бүләкләнде.
Был округта күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә бихисап. "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булған ғәзиз әсәләр ҙә ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ.
Төрлө өлкәлә лайыҡлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан тырыш халҡы менән дә дан тота гагариндар. Хеҙмәт һәм тыл ветераны Байегетов Нурбәк Халис улы -" Райондың маҡтаулы сиҙәмсеһе". Ул шулай уҡ "Почёт билдәһе" ордены менән бүләкләнгән.
Ленин яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәксеһе Ғәлим Булат улы Сәлимов - Рәсәй агросәнәғәтенең почётлы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, мәғариф ветераны Сәүиә Салихова - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Әғзәм Салихов - Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Фәнүзә Байегетова - Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рамил Байегетов -Башҡортостан Республикаһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре булһа, Гүзәл Байегетова - РФ - ның дөйөм белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре. Афариндар!
Ғаилә йылына арналған сараның икенсе өлөшөндә төрлө күңелле уйындар ойошторолдо. Ауыл халҡы һәр ярышта үҙен һынап ҡараны, төрлө бүләктәр алып ҡыуанды.
Матур, күңелле байрамдан һуң ҡунаҡтар Гагарин округы әҙерләгән бик мул табында рәхәтләнеп сәй эсте.
Шулай итеп ауылдағы биш округтың дүртәүһе урам байрамын бик матур итеп үткәреп, эстафетаны Әнүзә Азаматова етәкселегендәге Зәки - Вәлиди округына тапшырҙы.
Бындай байрамдар - ауыл халҡын көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырырыу, үҙ - ара аралашыу, рәхәтләнеп ял итеү яғынан әһәмиәтле.
Гагариндарҙың бик шәп сараһынан дәрт, рухи аҙыҡ алып таралышты таулыҡайҙар.